‏ 1 Chronicles 1

Әҙәм нәҫеле

(Баш 5:1-32; 10:1-32; 11:10-26)

1Әҙәм, Шеҫ, Әнош, 2Ҡынан, Маһалалил, Йәрәд, 3Ханох, Меҫушелах, Ләмәх 4һәм Нух.

Нух нәҫеле шәжәрәһе

Нухтың улдары: Шем, Хам, Йәфәҫ.
5Йәфәҫтең улдары: Ғүмәр, Магог, Мадай, Яуан, Тувал, Мәшәх һәм Тирас. 6Ғүмәрҙең улдары: Ашкеназ, Дифаҫ һәм Тогарма. 7Яуандың улдары: Әлиша, Таршиш, шулай уҡ киттиҙәр һәм роданиҙар.

8Хамдың улдары: Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡәнғән. 9Куштың улдары: Сева, Хауила, Савта, Рағма һәм Савтеха. Рағманың улдары: Шева менән Дедан. 10Куштың Нимрүд исемле улы була, ул ер йөҙөндә иң беренсе батыр була. 11Мисраим луди, ғанами, леһави, нафтухи, 12паҫруси, каслухи (уларҙан пелештиҙәр тарала) һәм кафториҙарҙың тәүбабаһы була. 13Ҡәнғәндең улдары: баш балаһы Сидон, Хит, 14шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр, 15хиууиҙәр, ғарҡиҙар, синиҙәр, 16аруадиҙар, семариҙар һәм хамаҫиҙар тарала.

17Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд, Арам, Ғус, Хул, Ғәҫәр һәм Мәшәх. 18Арпахшад – Шелахтың, Шелах – Ғевәрҙең атаһы. 19Ғевәрҙең ике улы тыуа: береһенең исеме – Пәләг, сөнки тап шул ваҡытта ерҙәр бүленгән була, икенсеһенеке – Йоҡтан. 20Йоҡтан – Алмодад, Шәләф, Хасармавеҫ, Ярах, 21Һадорам, Узал, Диҡла, 22Ғевал, Авимаил, Шева, 23Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы була. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр.

24Шемдың нәҫеле: Арпахшад, Шелах, 25Ғевәр, Пәләг, Реғу, 26Серуг, Нахор, Терах, 27Ибрам, йәғни Ибраһим.

Ибраһим нәҫеле

(Баш 25:1-4, 12-16)

28Ибраһимдың улдары: Исхаҡ һәм Исмәғил. 29Бына уларҙың нәҫел шәжәрәһе. Исмәғилдең улдары – баш балаһы Невайоҫ, артабанғылары – Ҡыдар, Адбеил, Мивсам, 30Мишмағ, Дума, Масса, Хадад, Тема, 31Йетур, Нафиш һәм Ҡыдма. Былар – Исмәғилдең улдары.

32Ибраһимдың Ҡытура исемле йәриәһе Зимран, Йоҡшан, Медан, Мидйән, Йишбаҡ, Шуах исемле улдар табып бирә. Йоҡшандың улдары: Шева менән Дедан. 33Мидйәндең улдары: Ғефа, Ғефәр, Ханох, Авидағ һәм Әлдаға. Улар барыһы ла Ҡытураның нәҫелдәре була.

34Ибраһим Исхаҡтың атаһы була. Исхаҡтың улдары: Ғаяз менән Исраил.

Ғаяз нәҫеле

(Баш 36:10-14)

35Ғаяздың улдары: Әлифаз, Реғуил, Йеғуш, Яғлам һәм Ҡорах. 36Әлифаздың улдары: Теман, Омар, Сефи, Ғағтам, Ҡыназ, Тимнағ, Ғәмәлек. 37Реғуилдың улдары: Нахаҫ, Зерах, Шамма һәм Мизза.

Сеғир нәҫеле

(Баш 36:20-28)

38Сеғирҙең улдары: Лотан, Шовал, Сивғон, Ғана, Дишон, Эсәр һәм Дишан. 39Лотандың улдары: Хори менән Һомам. Лотандың һеңлеһе – Тимнағ. 40Шовалдың улдары: Ғалъян, Манахаҫ, Ғевал, Шефи һәм Онам. Сивғон улдары: Айяһ менән Ғана. 41Ғананың улы: Дишон. Дишондың улдары: Хамран, Әшбан, Иҫран һәм Керан. 42Эсәрҙең улдары: Билһан, Зағауан һәм Яғаҡан. Дишандың улдары: Ғус менән Аран.

Эдом батшалары

(Баш 36:31-43)

43Былар – исраилдарҙа батшалар барлыҡҡа килгәнгә тиклем Эдомда хакимлыҡ иткән батшалар:

Беғор улы Белағ. Уның ҡалаһы Динһава тип атала.
44Белағ донъя ҡуйғас, Босранан Зерахтың улы Йовав тәхеткә ултыра. 45Йовав мәрхүм булғас, Теман иленән Хушам батша була. 46Хушам вафат булғандан һуң, Моав тигеҙлегендә мидйәндәрҙе тар-мар иткән Бедад улы Һадад батшалыҡ итә, уның ҡалаһы Ғауиҫ тип атала. 47Һадад үлгәс, уның урынына Масреҡанан Самла батша була. 48Самла үлгәс, уның урынына йылға буйындағы Реховоҫтан Шаул батша була. 49Шаул үлгәс, уның урынына тәхеткә Ғахбор улы Бәғел-Ханан ултыра. 50Бәғел-Ханан үлгәс, уның урынына тәхеткә Һадад ултыра. Уның ҡалаһы Пағи, ҡатынының исеме – Меһетавел. Меһетавел – Матредтың ҡыҙы, Мезаһавтың ейәнсәре була. 51Һадад мәрхүм булғас, Эдомдың тармаҡтары өҫтөнән башлыҡтар хакимлыҡ итә. Эдомдың тармаҡтары: Тимнағ, Ғалуа, Йеҫеҫ, 52Оһоливама, Эла, Пинон, 53Ҡыназ, Теман, Мивсар, 54Магдиил, Ғирам.

Copyright information for BakIBT2023