1 Chronicles 11
Исраил батшаһы Дауыт
(2 Бат 5:1-3, 6-10)
1Бөтә исраилдар, Хевронға Дауыт янына йыйылып, уға былай ти: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән. 2Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Аллаң Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине. 3Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килә. Хевронда Раббы хозурында Дауыт улар менән килешеү төҙөй. Аҡһаҡалдар, Раббының Шемуил аша еткерелгән һүҙе буйынса, Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләй. 4Бына бер ваҡыт Дауыт барлыҡ исраилдар менән Йәрүсәлимгә, йәғни Йевусҡа китә. Ә ул төбәктә йевусиҙәр йәшәгән була. 5Йевусиҙәр Дауытҡа: – Инә алмаясаҡһың һин бында, – тиҙәр. Әммә Дауыт Сион нығытмаһын баҫып ала, хәҙер был – Дауыт ҡалаһы. 6Дауыт былай ти: – Кем дә кем йевусиҙәргә беренсе булып һөжүм итә, шул ғәскәр башлығы була. Иң алдан һөжүмгә Серуяһ улы Йоав күтәрелә һәм башлыҡ булып ҡала. 7Дауыт нығытмаға инеп урынлаша, шуға күрә уны Дауыт ҡалаһы тип атайҙар. 8Дауыт, Миллонан башлап ҡәлғә тирәләй төҙөлгән диуарға тиклем, бөтә ҡаланы төҙөкләндереп сыға. Ҡаланың ҡалған өлөшөн Йоав аяҡҡа баҫтыра. 9Дауыттың ҡеүәте арта бара, абруйы күтәрелә, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән була.Дауыттың ҡаһарман яугирҙәре
(2 Бат 23:8-17)
10Раббы һүҙе буйынса Дауытты бөтә исраилдар менән бергә Исраилға батша итеп ҡуйҙырыуға бөтә тырышлығын һалған кешеләр түбәндәгеләр була. 11Бына Дауыттың ҡаһарман яугирҙәренең исемлеге: өс баһадирҙан торған төркөмдөң башлығы Яшовғам, Хахмониҙың улы. Ул, үҙенең һөңгөһөн өс йөҙ кешегә ҡаршы күтәреп, бөтәһен бер юлы ҡырып һала. 12Унан һуң Әлғазар, Ахоах нәҫеленән Додоның улы – Дауыттың өс батыр яугиренең береһе. 13Пелештиҙәр һуғышыр өсөн Пас-Даммимға йыйылғанда, ул Дауыт менән бергә була. Бындағы арпа баҫыуында исраилдар пелештиҙәрҙән ҡаса башлағас, 14был яугирҙәр баҫыу уртаһына тороп ала ла ошо ерҙе һаҡлап ҡала һәм пелештиҙәрҙе тар-мар итә – Раббы исраилдарҙы оло еңеүгә өлгәштерә. 15Пелештиҙәр Рефалар үҙәнендә туплам ҡороп урынлашҡас, утыҙ башлыҡ араһынан ошо өс ҡаһарман Дауытҡа Ғадуллам мәмерйәһе янындағы ҡая эргәһенә килә. 16Дауыт – нығытма эсендә, ә пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре Бейт-Ләхәмдә була. 17Шунда Дауыт бик ныҡ сарсап: – Берәйһе миңә Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан һыу алып килһә ине! – ти. 18Шунан һуң ошо өсәү, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килә. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәй, Раббы ризалығына тип ергә түгә. 19Шунан ул былай ти: – Аллам һаҡлаһын был һыуҙы эсеүҙән! Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йөрөгән кешеләрҙең ҡаны бит был! Эсмәй Дауыт һыуҙы. Бына ниндәй ҡаһарманлыҡтар күрһәтә ул өс батыр!Утыҙ ҡаһарман
(2 Бат 23:18-39)
20Йоавтың туғаны Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы була. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерә лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙана. 21Ул утыҙ батыр араһында иң арҙаҡлыһы була, уларҙың башлығы була, әммә өс юғары хәрби түрә иҫәбенә инмәй. 22Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр була. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыя. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫланды үлтерә. 23Бенаяһ йәнә буйы биш терһәк булған бер Мысыр кешеһен үлтерә. Ул мысырлының ҡулында туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы һымаҡ оҙон һөңгө була, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән бара. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыя. 24Бына ниндәй батырлыҡтар күрһәтә Йеһоядағ улы Бенаяһ. Ул теге өс батыр кеүек маҡтаулы була. 25Утыҙ ҡаһарман араһында айырылып торһа ла, теге өсәү иҫәбенә инмәй. Дауыт Бенаяһты йәнһаҡсыларының башлығы итеп тәғәйенләй. 26Ә батыр яугирҙәр иҫәбенә түбәндәгеләр инә: Йоавтың туғаны Ғасаһил; Бейт-Ләхәмдән Додоның улы Әлханан; 27Һарорҙан Шаммоҫ; Пелондан Хәләс; 28Теҡоғанан Ғиҡҡыштың улы Ғира; Ғанаҫоҫтан Авиғәзәр; 29Хушанан Сиббехай, Ахоахтан Ғилай; 30Нетофанан Маһрай; Нетофанан Бағананың улы Хелед; 31Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһынан Ривай улы Иҫай; Пирғаҫондан Бенаяһ; 32Гағаш үҙәненән Хурай; Ғарванан Авиил; 33Бахуримдан Ғазмауыҫ; Шағалбондан Әлъяхба; 34Гизондан Һашемдың улдары; Һарарҙан Шагеның улы Йонаҫан; 35Һарарҙан Сахарҙың улы Ахиам; Ур улы Әлифал; 36Мехеранан Хефәр; Пелондан Ахияһ; 37Кармәлдән Хесро; Әзбай улы Нағарай; 38Наҫандың туғаны Йоил; Һагри улы Мивхар; 39Ғаммондан Селек; Беероҫтан Нахрай, ул Серуяһ улы Йоавтың ҡорал йөрөтөүсеһе; 40Йетерҙән Ғира менән Гарев; 41хитти Урияһ; Ахлай улы Завад; 42Рәүвән ырыуынан Шиза улы Ғадина, рәүвәндәрҙең нәҫел башлығы, уның менән утыҙ кеше була; 43Мағаханың улы Ханан; Миҫандан Йошафат; 44Ғаштароҫтан Ғуззия; Ғароғерҙан Хоҫамдың улдары Шамағ менән Йеғиил; 45Шимри улы Йедиғаил һәм уның туғаны Тистан Йоха; 46Махауанан Әлиил, Әлнағамдың улдары Йеривай менән Йошавъяһ һәм Моав кешеһе Иҫма; 47Соваяһтан Әлиил, Ғовед һәм Яғасиил.
Copyright information for
BakIBT2023