‏ 1 Chronicles 12

Сиҡлағта Дауытҡа ҡушылған батырҙар

1Ҡиш улы Шаулдан Сиҡлағҡа килеп йәшенгән Дауытҡа ҡушылып, яу барышында уға ҙур ярҙамы тейгән батырҙар ошонда һанала. 2Уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған, уң ҡул менән дә, һул ҡул менән дә таш ырғыта һәм йәйәнән уҡ ата торған был бинйәминдәр Шаулдың ағай-энеһе була. 3Гивғанан Шемаға улдары башлыҡ Ахиғәзер һәм Йоаш; Ғазмауыҫ улдары Йезиил менән Пәләт; Ғанаҫоҫтан Бераха менән Йеһу; 4Ғивғондан Йишмағъяһ, утыҙ батырҙың береһе һәм уларҙың башлығы; Гедеранан Йермеяһ, Яхазиил, Йоханан һәм Йозавад; 5Әлғузай, Йеримоҫ, Беғалъяһ, Шемаръяһ, харуфлы Шефатъяһ; 6ҡорахтар Әлҡана, Йишшияһ, Ғазарил, Йөғәзәр һәм Яшовғам; 7Гедорҙан Йерохамдың улдары Йоғола менән Зевадъяһ.

8Дауыт сүлдәге нығытмаһында торғанда, ҡалҡан һәм һөңгө менән эш итеүҙә оҫта булған тәжрибәле ғад ҡаһармандары уның яғына сыға; уларҙың йөҙө арыҫландыҡы кеүек, ә үҙҙәре тауҙағы ғәзәлдәй етеҙ була. 9Ғезәр – баш, икенсеһе – Ғовадъяһ, өсөнсөһө – Әлиав, 10дүртенсеһе – Мишманна, бишенсеһе – Йермеяһ, 11алтынсыһы – Ғаттай, етенсеһе – Әлиил, 12һигеҙенсеһе – Йоханан, туғыҙынсыһы – Әлзавад, 13унынсыһы – Йермеяһ, ун беренсеһе – Махбаннай. 14Был ғадтар ғәскәр башлыҡтары була: кәм тигәндә – йөҙ башы, иң юғарыһы – мең башы. 15Беренсе айҙа, ярҙарынан ташып киткән Иорданды кисеп сығып, үҙәндәрҙә йәшәгәндәрҙе көнсығышҡа һәм көнбайышҡа ҡыуып ебәргәндәр нәҡ улар була ла инде.

16Дауыт янына нығытмаға бинйәминдәр менән йәһүҙиҙәрҙән дә киләләр. 17Уларҙың ҡаршыһына сығып, Дауыт былай ти:

– Әгәр һеҙ изге ниәт менән, миңә ярҙам итергә тип килһәгеҙ, йөрәгем һеҙҙең менән булыр; ә инде ҡулым яуызлыҡтан пак булған мине дошмандарыма тотоп бирергә тигән мәкер менән килһәгеҙ, ата-бабаларыбыҙ Аллаһы күрһен дә Үҙе хөкөм ҡылһын.

18Шул саҡ утыҙҙың башлығы Ғамасайҙы рух сорнап ала һәм ул былай ти:

– Эй Дауыт, беҙ һинекеләр!
Эй Ишай улы, беҙ һинең менән!
Именлек һиңә, именлек!
Һиңә ярҙам итеүселәр ҙә имен булһын!
Һиңә ярҙам итеүсе Аллаң Үҙе бит!

Шул саҡ Дауыт уларҙы ҡабул итә лә ғәскәр башлығы итеп ҡуя.

19Дауыт пелештиҙәр менән Шаулға ҡаршы һуғышҡа барған саҡта, Дауытҡа Менашше ырыуынан да эйәреүселәр була. Тик Дауыт һәм уның кешеләре пелештиҙәр яғында һуғышмай, сөнки пелешти башлыҡтары үҙ-ара: «Был хакимы Шаул яғына сығып ҡуйыр ҙа башыбыҙға бәлә өҫтәр», – тип кәңәшләшеп, уны айырып ебәргән була.

20Дауыт Сиҡлағҡа кире ҡайтҡанда менашшеларҙың уның яғына сыҡҡандары: Ғаднах, Йозавад, Йедиғаил, Михаил, Йозавад, Әлиһу, Силлеҫай – менашшеларҙың мең башлыҡтары. 21Дошман баҫҡынсыларына ҡаршы торғанда Дауытҡа улар ҙур ярҙам күрһәтә, сөнки ҡаһарман яугирҙәр була. Улар Дауыт ғәскәрендә башлыҡтар булып китә.

22Шулай итеп, Дауытҡа ярҙамға көн-төн кеше ағыла, шунлыҡтан уның ғәскәре Алла ғәскәре кеүек осһоҙ-ҡырыйһыҙға әүерелә.

Дауыттың Хеврондағы ғәскәре

23Раббы һүҙе буйынса Шаул батшалығын уға тапшыртыр өсөн Дауыт янына Хевронға килгән ҡораллы яугирҙәрҙең һаны:

24Йәһүҙә ырыуынан – ҡалҡан менән һөңгө йөрөткән яуға әҙер алты мең һигеҙ йөҙ кеше; 25Шимғон ырыуынан – ете мең бер йөҙ ҡаһарман яугир; 26Леви ырыуынан – дүрт мең алты йөҙ кеше; 27йәнә Һарун нәҫеле башлығы Йеһоядағ менән өс мең ете йөҙ кеше; 28ҡаһарман егет Садоҡ һәм уның нәҫеленән егерме ике башлыҡ; 29Шаул нәҫеле булған бинйәминдәрҙән өс мең кеше, тик әлегә уларҙың күбеһе Шаул яҡлыраҡ булып тора; 30Әфраим ырыуынан егерме мең һигеҙ йөҙ ҡаһарман яугир, үҙ нәҫелдәренең абруйлы кешеләре; 31Менашше ырыуының яртыһынан ун һигеҙ мең кеше, улар Дауытты батшалыҡҡа ултыртырға тип исемләп билдәләнгән була; 32Исасхар ырыуынан Исраилға ҡасан һәм нимә эшләргә кәрәклеген белгән аҡыллы кешеләр, башлыҡтарының һаны ике йөҙ булып, бөтә ағай-энеләре лә уларға эйәрә; 33зевулундарҙан яуға әҙер булған, төрлө һуғыш ҡоралы менән ҡоралланған илле мең кеше килә, сафтағылар барыһы ла бер төптән була; 34нафталиҙарҙан мең башлыҡ менән уларға эйәргән ҡалҡанлы-һөңгөлө утыҙ ете мең кеше килә; 35дандарҙан – яуға әҙер егерме һигеҙ мең алты йөҙ кеше; 36ашерҙарҙан – алышҡа әҙер ҡырҡ мең яугир; 37Иордан аръяғынан, Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуының яртыһынан һәр төрлө яу ҡоралы тотҡан йөҙ егерме мең кеше килә.

38Бөтә был яугирҙәр, ихлас йөрәктән Дауытты бөтә Исраилға батша итеп ҡуйырға тип, Хевронға саф-саф булып теҙелеп килә. Башҡа исраилдар ҙа Дауытты батша итеү ниәтендә берҙәмлек күрһәтә. 39Улар Дауыт янында өс көн була, ашап-эсеп һыйлана, сөнки туғандары улар өсөн барыһын да әҙерләп торған була. 40Шулай уҡ уларҙың яҡындары ла, хатта Исасхар, Зевулун һәм Нафтали ырыуҙары ла, ишәктәргә, дөйәләргә, ҡасырҙарға, үгеҙҙәргә тейәп, ризыҡ килтерә: он, киптерелгән инжир, кипкән йөҙөм, шарап, зәйтүн майы; эре һәм ваҡ малды ла күп итеп алып киләләр, сөнки барлыҡ Исраил оло шатлыҡ кисерә.

Copyright information for BakIBT2023