1 Chronicles 13
Килешеү һандығының ҡайтарылыуы
(2 Бат 6:1-11)
1Дауыт мең баштары, йөҙ баштары һәм барлыҡ башлыҡтар менән кәңәшләшә лә 2йыйылған исраилдарҙың бөтәһенә былай тип өндәшә: – Теләһәгеҙ, Аллабыҙ Раббы ихтыяр ҡылһа, бөтә Исраил еренә барлыҡ туғандарыбыҙҙы, шулай уҡ ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙе ошонда йыйылырға саҡырып, уларҙың ҡалаларына һәм ауылдарына хәбәр ебәрәйек. 3Шунан Аллабыҙ һандығын үҙебеҙгә күсереп алайыҡ, Шаул заманында беҙ уға иғтибар бирмәнек бит. 4Бар йыйын: «Әйҙә шулай булһын», – тип хуплай, сөнки был ғәмәл бар халыҡҡа дөрөҫ булып тойола. 5Шулай итеп, Дауыт, Алла һандығын Ҡыръяҫ-Еғаримдан күсереп алып ҡайтыр өсөн, Мысыр Шихорынан Лево-Хамаҫҡаса бөтә ерҙән бар исраилдарҙы йыя. 6Дауыт менән барлыҡ исраилдар, кирубтар араһында тәхет ҡорған Раббы Алланың исемен йөрөткән һандыҡты алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына – Ҡыръяҫ-Еғаримға – юллана. 7Алла һандығын өр-яңы еңел арбаға ҡуйып, Авинадав йортонан алып китәләр. Арбаны Ғузза менән Ахйо алып бара. 8Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Алла алдында бар күңелен һалып йырлай-йырлай, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, еҙ тәрилкәләр һуғып, борғола уйнап, бейей-бейей күңел аса. 9Кидон тигән кешенең ырҙыны янынан үтеп барғанда, үгеҙҙәр һөрлөгөп китә лә, Ғузза, ҡулын һуҙып, һандыҡты тотоп ҡала. 10Шул саҡ Раббының Ғуззаға асыуы ҡабара һәм, һандыҡҡа ҡағылырға ҡулын һуҙған өсөн, уның ғүмерен өҙә. Ғузза шунда Алла ҡаршыһында йән бирә. 11Раббының Ғуззаны һәләк итеүе Дауытты ҡайғыға һала. Ошо төбәккә ул «Пәрәс-Ғузза» ▼▼ Пәрәс-Ғузза – йәһүд телендә «Ғуззаны һәләк иткән урын» тигән мәғәнәлә.
тип исем ҡуша. Был урын әле лә шулай тип йөрөтөлә. 12Шул көндө Дауыт Алланан бик ныҡ ҡурҡа һәм: «Нисек Алланың һандығын үҙемә алып инәйем?» – ти. 13Дауыт һандыҡты тура үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтмай, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуя. 14Алла һандығы өс ай буйы Ғовед-Эдом йортонда тора һәм Раббы Ғовед-Эдомға, уның ғаиләһенә, бөтә мал-мөлкәтенә Үҙенең бәрәкәтен күндерә.
Copyright information for
BakIBT2023