1 Chronicles 15
Килешеү һандығы – Йәрүсәлимдә
(2 Бат 6:12-19)
1Дауыт үҙе өсөн Дауыт ҡалаһында йорттар төҙөй, Алла һандығы өсөн урын әҙерләй – сатыр ҡора. 2Шунан Дауыт былай ти: – Алла һандығын левиҙәрҙән башҡа бер кем дә йөрөтөргә тейеш түгел, сөнки уларҙы Алла һандығын йөрөтһөндәр һәм Үҙенә мәңге хеҙмәт итһендәр тип Раббы һайлаған. 3Раббы һандығын уны ҡуйырға тип әҙерләнгән ергә килтерер өсөн Дауыт барлыҡ исраилдарҙы Йәрүсәлимгә йыя. 4Дауыт Һарун улдары менән левиҙәрҙе саҡыра. Бына улар: 5Ҡыһаҫ улдарының башлыҡтары Уриил менән уның туғандары – йөҙ егерме кеше; 6Мерари улдарының башлыҡтары Ғасаяһ менән уның туғандары – ике йөҙ егерме кеше; 7Гершон улдарының башлыҡтары Йоил менән уның туғандары – йөҙ утыҙ кеше; 8Әлисафан улдарының башлыҡтары Шемағъяһ менән уның туғандары – ике йөҙ кеше, 9Хеврон улдарынан Әлиил башлыҡ менән уның туғандары – һикһән кеше; 10Ғуззиил улдарының башлыҡтары Ғамминадав менән уның туғандары – йөҙ ҙә ун ике кеше. 11Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙән Уриилды, Ғасаяһты, Йоилды, Шемағъяһты, Әлиилде һәм Ғамминадавты саҡырып алып, 12Дауыт уларға былай ти: – Һеҙ, Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары, үҙегеҙ ҙә, туғандарығыҙ ҙа пакланығыҙ һәм Исраил Аллаһы Раббының Килешеү һандығын мин әҙерләгән ергә килтерегеҙ; 13сөнки теге юлы һеҙ быны эшләмәгән өсөн, беҙ Унан нисек булырға тейешен һорамаған өсөн Аллабыҙ Раббы беҙгә ҡаты асыуланды. 14Исраил Аллаһы Раббының һандығын күтәреп килтерер өсөн ҡаһиндар менән левиҙәр үҙҙәрен паклай. 15Левиҙәр, Раббы һүҙе буйынса Муса ҡушып ҡалдырғанса, Алла һандығын һайғауҙар менән яурындарына һалып, юлға сыға. 16Дауыт левиҙәрҙең башлыҡтарына туғандары араһынан йырсылар билдәләп, уларға лира, арфа, һуҡма тәрилкә кеүек уйын ҡоралдары тоттороп, шатлыҡ йырҙары йырлап барырға ҡуша. 17Левиҙәр Йоил улы Һеманды һәм уның туғандарынан Бәрәхъяһ улы Асафты, ә ҡәрҙәш Мерари нәҫеленән Ҡушаяһ улы Эҫанды билдәләй. 18Шулай уҡ башҡа ҡәрҙәштәрен – Зәкәрьяһты, Бенде, Яғазиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Ғунниҙы, Әлиавты, Бенаяһты, Мағасеяһты, Маттиҫъяһты, Әлифлеһуҙы, Миҡнияһты һәм ҡапҡа һаҡсылары Ғовед-Эдом менән Йеғиилды уларға ярҙамға ҡуя. 19Йырсылар Һеман, Асаф һәм Эҫан еҙ тәрилкәләр һуға; 20Зәкәрьяһ, Ғазиил, Шемирамоҫ, Йехиил, Ғунни, Әлиав, Мағасеяһ һәм Бенаяһ юғары тауышлы арфаларҙа һәм лирала уйнай. 21Маттиҫъяһ, Әлифлеһу, Миҡнияһ, Ғовед-Эдом, Йеғиил һәм Ғазазъяһ һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдарында уйнай башлай. 22Левиҙәрҙең йыр буйынса башлығы Кенанъяһ, йырға оҫта булғанлыҡтан, йыр өсөн яуаплы була. 23Бәрәхъяһ менән Әлҡана Алла һандығы янында һаҡсы була. 24Шеванъяһ, Йошафат, Неҫанил, Ғамасай, Зәкәрьяһ, Бенаяһ һәм Әлиғәзәр ҡаһиндар Алла һандығы алдынан борғолар ҡысҡыртып бара. Ғовед-Эдом менән Йехияһ та һандыҡ янында һаҡсы була. 25Бына шулай, һөйөнөс менән, Дауыт һәм Исраил аҡһаҡалдары, мең баштары Раббының Килешеү һандығын Ғовед-Эдом йортонан күсереп алып ҡайта. 26Раббының Килешеү һандығын күтәреп барған левиҙәргә Алла Үҙе ярҙам иткәнгә күрә, улар ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе ҡорбан итә. 27Дауыт та, һандыҡты күтәреп барған левиҙәр, йырсылар ҙа, йырсыларҙың башлығы Кенанъяһ та йоҡа етендән тегелгән кейемдәрҙә була. Дауыт өҫтөнә етен эфод кейгән була. 28Бына шулай бөтә Исраил халҡы шау-гөр килеп, тәкә мөгөҙө, борғолар, һуҡма тәрилкәләр тауышы аҫтында, лира һәм арфалар уйнатып, Раббының Килешеү һандығын алып ҡайта. 29Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһына алып ингән саҡта, Шаулдың ҡыҙы Михәл тәҙрәнән ҡарап торған була. Дауыт батшаның ырғый-һикерә күңел асҡанын күреп, унда Дауытҡа ҡарата ытырғаныс тойғоһо уяна.
Copyright information for
BakIBT2023