1 Chronicles 2
Исраилдың улдары
(Баш 35:22-26)
1Исраилдың улдары: Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар, Зевулун, 2Дан, Йософ, Бинйәмин, Нафтали, Ғад һәм Ашер.Йәһүҙә нәҫеле
(Баш 38:1-30; Рут 4:18-22)
3Йәһүҙәнең улдары: Ғер, Онан һәм Шела. Был өсәү ҡәнғәни Шуағтың ҡыҙынан донъяға килә. Йәһүҙәнең баш балаһы Ғер Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡыла, шуға күрә Раббы уның йәнен ала. 4Йәһүҙәнән килене Тамар Пәрәс менән Зерахты таба. Йәһүҙәнең бөтәһе биш улы була. 5Пәрәстең улдары: Хесрон һәм Хамул. 6Зерахтың улдары бишәү: Зимри, Эҫан, Һеман, Калкол һәм Дарағ. 7Кармиҙың улы Ғахар, харам ҡылынырға тейешле әйберҙәрҙең бер нисәһен алып, Исраилға ҡаза килтергән кеше. 8Эҫан – Ғазаръяһтың атаһы. 9Йерахмеил, Рам һәм Калев – Хесрондың улдары. 10Рам – Ғамминадавтың, Ғамминадав Йәһүҙә ырыуы башлығы Нахшондың атаһы була. 11Нахшондан – Салма, Салманан Боғаз донъяға килә. 12Боғаздан – Ғовед, Ғоведтан Ишай тыуа. 13Ишайҙың баш балаһы – Әлиав, икенсе улы – Авинадав, өсөнсөһө – Шимға, 14дүртенсеһе – Неҫанил, бишенсеһе – Раддай, 15алтынсыһы – Осем, етенсеһе Дауыт була. 16Уларҙың Серуяһ менән Авигаил исемле ҡыҙ туғандары ла була. Серуяһтың Авишай, Йоав һәм Ғасаһил исемле өс улы тыуа. 17Авигаил Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр тигән кешегә тормошҡа сыға һәм уларҙың Ғамаса тигән улы тыуа. 18Хесрон улы Калевтың ҡатыны Ғазуванан Йериғот тигән ҡыҙы тыуа. Ә Йериғоттың улдары Йешәр, Шовав һәм Ардон. 19Ғазува мәрхүм булғас, Калев Әфраҫҡа өйләнә. Әфраҫ уға Хурҙы табып бирә. 20Хурҙан – Ури, Уриҙан Бесалил тыуа. 21Һуңыраҡ алтмыш йәшлек Хесрон Ғилғәдтең атаһы Махирҙың ҡыҙына өйләнә. Был ҡатыны уға Сегувты табып бирә. 22Сегувтан Яир тыуа. Яирҙың Ғилғәд ерендә егерме өс ҡалаһы була. 23Әммә гешуриҙар менән арамиҙар Яир ауылдарын, шулай уҡ Ҡынаҫты, уның тирәһендәге ауылдарҙы – барлығы алтмыш ҡаланы тартып ала. Был ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтың барыһы ла Ғилғәдтең атаһы Махирҙың нәҫелдәре була. 24Хесрон Калев-Әфраҫа ҡалаһында донъя ҡуя, шунан һуң ҡатыны Авия Ашхурҙы таба. Был Ашхур Теҡоғаның атаһы була. 25Хесрондың баш балаһы Йерахмеилдың улдары: баш балаһы Рам, унан – Буна, Өрән, Осем һәм Ахияһ. 26Йерахмеилдың Ғатара исемле икенсе ҡатыны ла була, Ғатаранан Онам донъяға килә. 27Йерахмеилдың баш балаһы Рамдың улдары: Мағас, Ямин һәм Ғеҡәр. 28Онамдың улдары: Шаммай менән Ядағ. Шаммайҙың улдары: Надав менән Авишур. 29Авишурҙың ҡатыны Авиһаил уға Ахбан менән Молид исемле улдар табып бирә. 30Надавтың улдары: Сәләд менән Аппаим. Сәләд бала ҡалдырмай мәрхүм була. 31Аппаимдың улы – Ишғи, Ишғиҙең улы – Шешан, Шешандың улы – Ахлай. 32Шаммайҙың ҡустыһы Ядағтың улдары: Йәҫәр һәм Йонаҫан. Йәҫәр нәҫел ҡалдырмай мәрхүм була. 33Йонаҫандың улдары: Пәләҫ менән Заза. Былар – Йерахмеил нәҫелдәре. 34Шешандың улдары булмай, унан тик ҡыҙҙар тыуа. Шешандың Ярхағ исемле мысыр ҡоло була. 35Шешан Ярхағты үҙенең ҡыҙына өйләндерә. Уларҙың Ғаттай исемле улдары тыуа. 36Ғаттайҙан – Наҫан, Наҫандан – Завад, 37Завадтан – Әфлал, Әфлалдан – Ғовед, 38Ғоведтан – Йеһу, Йеһуҙан – Ғазаръяһ, 39Ғазаръяһтан – Хәләс, Хәләстән – Әлғаса, 40Әлғасанан – Сисмай, Сисмайҙан – Шаллум, 41Шаллумдан – Йеҡамъяһ, Йеҡамъяһтан Әлишамағ тыуа. 42Йерахмеилдың ҡустыһы Калевтың нәҫеле: баш балаһы Мешағ – ул Зифтың атаһы; һәм Хеврондың атаһы Марешаның нәҫелдәре. 43Хеврондың улдары: Ҡорах, Таппуах, Рәҡәм һәм Шемағ. 44Шемағтың улы – Рахам, Рахамдың улы – Йорҡоғам, Рәҡәмдең улы – Шаммай, 45Шаммайҙың улы – Мағон, ә Мағон – Бейт-Сурҙың атаһы. 46Калевтың Ғефа исемле йәриәһе Харан, Моса һәм Газез тигән улдар таба. Харандың Газез исемле улы тыуа. 47Яһдайҙың улдары: Рәгәм, Йоҫам, Гешан, Пәләт, Ғефа, Шағаф. 48Калевтың Мағаха исемле йәриәһе уға Шәвәр менән Тирхананы табып бирә. 49Ул шулай уҡ Мадманнаның атаһы Шағафтың, Махбена менән Гивғаның атаһы Шеуаның да әсәһе була. Калевтың Ғахса исемле ҡыҙы ла тыуа. 50Былар – Калев нәҫелдәре. Әфраҫтың баш балаһы Хурҙың улдары: Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовал, 51Бейт-Ләхәмдең атаһы Салма, Бейт-Ғадерҙың атаһы Хареф. 52Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовалдың улдары: Һарое, Хаси-Һамменухоҫ. 53Ҡыръяҫ-Еғарим нәҫелдәре – йитриҙәр, пуҫиҙар, шумаҫиҙар, мишрағиҙар. Уларҙан сорғалар һәм әштәолдар тарала. 54Салманан таралған халыҡтар – Бейт-Ләхәм, Нетофа, Ғатроҫ-Бейт-Йоав, манахаҫтарҙың яртыһы – сорғалар. 55Яғбеста йәшәгән кәтип эшен башҡарыусыларҙың нәҫелдәре: тирғаҫиҙар, шимғаҫиҙар, сухаҫиҙар – былары Бейт-Рехав ҡалаһына нигеҙ һалған Хаммаҫтан таралған ҡыниҙар була.
Copyright information for
BakIBT2023