1 Chronicles 24
Ҡаһиндарҙың вазифаһы
1Һарун нәҫеле түбәндәгесә бүленә. Һарун улдары: Надав, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар. 2Надав менән Авиһу аталарынан алда донъя ҡуя, улдары булмай, шунлыҡтан ҡаһинлыҡты Әлғазар менән Иҫамар алып бара. 3Дауыт Әлғазар нәҫеленән Садоҡ һәм Иҫамар нәҫеленән Ахимәләх ярҙамында Һарун нәҫелен вазифаларына күрә төркөмдәргә бүлә. 4Әммә, Әлғазар улдары араһында нәҫел башлыҡтары Иҫамар улдары араһындағыға ҡарағанда күберәк булған өсөн, Әлғазар нәҫеле – ун алты, ә Иҫамар улдары – һигеҙ төркөмгә бүленә. 5Улар бөтәһе лә бер төрлө, йәрәбә буйынса бүленә, сөнки Әлғазар нәҫелендә лә, Иҫамар нәҫелендә лә Изге торлаҡтағы башлыҡтар һәм Алла тәғәйенләгән башлыҡтар була. 6Уларҙы батшаның, түрәләрҙең һәм ҡаһин Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләхтең, ҡаһин һәм Леви ырыуы башлыҡтарының күҙе алдында левиҙәрҙән булған кәтип Неҫанил улы Шемағъяһ теркәй бара: бер ғаиләне – Әлғазар нәҫеленән, икенсеһен Иҫамар нәҫеленән алалар. 7Беренсе йәрәбә – Йеһояривҡа, икенсеһе – Йедағъяһҡа, 8өсөнсөһө – Харимға, дүртенсеһе – Сеғоримға, 9бишенсеһе – Малкияһҡа, алтынсыһы – Миямингә, 10етенсеһе – Һаҡҡосҡа, һигеҙенсеһе – Авияһҡа, 11туғыҙынсыһы – Йешуағҡа, унынсыһы – Шеханъяһҡа, 12ун беренсеһе – Әлйәшивкә, ун икенсеһе – Яҡимға, 13ун өсөнсөһө – Хуппаға, ун дүртенсеһе – Йәшәвавҡа, 14ун бишенсеһе – Билгаға, ун алтынсыһы – Иммергә, 15ун етенсеһе – Хезиргә, ун һигеҙенсеһе – Һапписсесҡа, 16ун туғыҙынсыһы – Пеҫахъяһҡа, егерменсеһе – Йехезҡилға, 17егерме беренсеһе – Яхинға, егерме икенсеһе – Гамулға, 18егерме өсөнсөһө – Делаяһҡа, егерме дүртенсе Мағазъяһҡа төшә. 19Исраил Аллаһы Раббы бойорғанса, бабалары Һарун биргән күрһәтмәләргә ярашлы, Раббы йортона хеҙмәткә килеү тәртибе ошолай була. 20Левиҙең ҡалған вариҫтары түбәндәгеләр. Ғамрам улдарынан: Шуваил; Шуваил улдарынан: Йәхдейәһ. 21Рехавъяһтан: Рехавъяһ улдарынан Йишшияһ беренсе була. 22Исһарҙан: Шеломоҫ; Шеломоҫ улдарынан: Яхаҫ. 23Хеврон улдары: беренсе – Йерияһ, икенсе – Амаръяһ, өсөнсө – Яхазиил, дүртенсе – Йеҡамғам. 24Ғуззиил улы: Миха; Миха улдарынан: Шамир. 25Миханың туғаны Йишшияһ; Йишшияһ улдарынан: Зәкәрьяһ. 26Мерари улдары: Махли менән Муши – улар Мерари улы Яғазияһтың улдары. 27Мерари тоҡомонан Яғазияһтың башҡа улдары: Шоһам, Заккур һәм Ғиври. 28Махлиҙыҡы – Әлғазар; уның улдары булмай. 29Ҡиштан: Ҡиш улы – Йерахмеил. 30Муши тоҡомо – Махли, Ғедәр, Йеримоҫ. Былар – ғаиләләре буйынса һаналған левиҙәр. 31Һарун нәҫеленән булған ағай-энеләре кеүек Дауыт батша, Садоҡ, Ахимәләх, ҡаһин һәм Леви нәҫелдәре башлыҡтары алдында эре нәҫелдәр менән вағыраҡ нәҫелдәр типә-тиң тороп йәрәбә һалыша.
Copyright information for
BakIBT2023