‏ 1 Chronicles 25

Йырсылар

1Дауыт ғәскәр башлыҡтары менән бергә Асаф, Һеман һәм Йедуҫун улдарын махсус хеҙмәткә айырып ала: улар, арфала һәм лирала уйнап һәм тәрилкә һуғып, пәйғәмбәрлек итергә тейеш була. Был хеҙмәткә түбәндәгеләр тәғәйенләнә.

2Асаф улдарынан: Заккур, Йософ, Нетанъяһ һәм Асарела. Улар аталарының етәкселеге аҫтында була. Асаф батша бойороғо буйынса пәйғәмбәрлек итергә тейеш була.

3Йедуҫундан: Йедуҫундың алты улы – Гедалъяһ, Сери, Йешағъяһ, Шимғи, Хашавъяһ, Маттиҫъяһ. Аталары Йедуҫун уларҙың етәксеһе була, арфала уйнап пәйғәмбәрлек итә һәм Раббыға шөкөрана ҡылып маҡтау яуҙыра.

4Һемандан: Һемандың улдары Буккияһ, Маттанъяһ, Ғуззиил, Шевуил, Йеримоҫ, Хананъяһ, Ханани, Әлиаҫа, Гиддалти, Ромамти-Әзәр, Йошбеҡаша, Маллоҫи, Һоҫир һәм Махазиоҫ. 5Был балалар барыһы ла Алланың батша әүлиәһе Һеманға, данлы итермен, тигән вәғәҙәһе буйынса бирелгән була. Алла Һеманға ун дүрт ул һәм өс ҡыҙ насип итә. 6Улар барыһы ла аталарының етәкселеге аҫтында тәрилкә һуғып, лира һәм арфаларҙа уйнап, йырлап, Раббы йортонда хеҙмәт итә. Асаф, Йедуҫун, Һеман батшаға буйһона. 7Раббы алдында йырларға өйрәтелеп, был һөнәрҙең оҫталары булғандар ағай-энеләре менән бергә һәммәһе ике йөҙ һикһән һигеҙ кеше була. 8Улар, йәрәбә һалып, хеҙмәт итеү сиратын билдәләй. Йәрәбә һалғанда олоһо-кесеһе, остаздары һәм өйрәнсектәре тиң була.

9Беренсе йәрәбә – Асаф нәҫеленән Йософҡа, икенсеһе ағай-энеһе һәм улдары менән Гедалъяһҡа сыға. Улар ун ике кеше була. 10Өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Заккурға төшә, улар – ун ике. 11Дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Исригә – улар ун ике. 12Бишенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Нетанъяһҡа – улар ун ике. 13Алтынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Буккияһҡа – улар ун ике. 14Етенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йесарела – улар ун ике. 15Һигеҙенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йешағъяһҡа – улар ун ике. 16Туғыҙынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Маттанъяһҡа – улар ун ике. 17Унынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Шимғигә – улар ун ике. 18Ун беренсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Ғазарилға – улар ун ике. 19Ун икенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Хашавъяһҡа – улар ун ике. 20Ун өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Шуваилға – улар ун ике. 21Ун дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Маттиҫъяһҡа – улар ун ике. 22Ун бишенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йәремоҫҡа – улар ун ике. 23Ун алтынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Хананъяһҡа – улар ун ике. 24Ун етенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йошбеҡашаға – улар ун ике. 25Ун һигеҙенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Хананиға – улар ун ике. 26Ун туғыҙынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Маллоҫиға – улар ун ике. 27Егерменсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Әлиаҫаға – улар ун ике. 28Егерме беренсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Һоҫирға – улар ун ике. 29Егерме икенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Гиддалтиға – улар ун ике. 30Егерме өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Махазиоҫҡа – улар ун ике. 31Егерме дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Ромамти-Әзәргә – улар ун ике.

Copyright information for BakIBT2023