‏ 1 Chronicles 29

Ҡорам төҙөлөшө өсөн иғәнәләр

1Шунан Дауыт батша йыйылған бар халыҡҡа былай ти:

– Раббы Үҙе һайлап алған улым Сөләймән әлегә йәш, тәжрибәһеҙ, ә эшләнәһе эш иҫ киткес бөйөк, сөнки был йорт – кеше өсөн түгел, ә Алла Раббы өсөн.
2Мин, бар көсөмдө һалып, Алла йортона тейешле әйберҙәрҙе эшләр өсөн алтын, көмөш, баҡыр, тимер, ағас әҙерләнем. Оникс, тирәскә беркетмәле таштар, төҫлө таштар һәм һәр төрлө аҫыл таштар, бик күп мәрмәр әҙерләнем. 3Тағы ла Аллам йортон яратҡанға күрә, Изге йортто төҙөү өсөн әҙерләгән әйберҙәргә өҫтәп, шәхси хазинамдан да алтын менән көмөш бирәм: 4өс мең талант алтын – Офир алтыны, ете мең талант саф көмөш. Был алтын-көмөш йорттоң диуарҙарын эске яҡтан көпләү, 5шулай уҡ оҫталарға алтын һәм көмөш әйберҙәр яһау өсөн тотонолор. Һеҙҙең арала ла бөгөн Раббы өсөн иғәнә тапшырырға ниәтләүселәр булырмы?

6Нәҫел башлыҡтары, Исраил ырыуҙарының башлыҡтары, мең баштары, йөҙ баштары, батша хужалығында мөдирлек итеүселәр бүләктәр килтерә башлай. 7Алла йорто төҙөлөшөнә биш мең талант алтын һәм ун мең драхма алтын, ун мең талант көмөш, ун һигеҙ мең талант баҡыр һәм йөҙ мең талант тимер йыйыла. 8Кемдә ҡиммәтле таштар булһа, уларҙы Раббы йортоноң хазина ҡаҙнаһына бирәләр. Хазина өсөн Гершон нәҫеленән Йехиил яуаплы була.

9Башлыҡтарының ихлас йөрәктән Раббыға тип бүләктәр килтереүенә халыҡ бик шатлана, Дауыт батша ла бик ныҡ ҡыуана.

Дауыттың Аллаға маҡтау яуҙырыуы

10Дауыт бар йыйын алдында Раббыға шөкөр итеп былай ти:

– Эй Раббы, атабыҙ Исраилдың Аллаһы, мәңге мөбәрәк бул!
11Эй Раббыбыҙ,
Бөйөклөк тә, ҡөҙрәт тә, шөһрәт тә,
Еңеү ҙә, күркәмлек тә Һинеке!
Күктәге лә, ерҙәге бар нәмә лә Һинеке!
Батшалыҡ Һинеке, Раббы,
Һин барыһынан да өҫтөн Хаким!
12Байлыҡ та, дан да Һинән килә,
Һин бар нәмә өҫтөнән хакимлыҡ итәһең,
Һинең ҡулыңда – ҡөҙрәт үә ҡеүәт,
Кемде теләйһең, шуны бөйөк һәм мөһабәт итеү –
Һинең ихтыярыңда.
13Эй Аллабыҙ беҙҙең,
Беҙ Һиңә шөкөр итәбеҙ,
Һинең шанлы исемеңде данлайбыҙ.

14Мин кем дә минең халҡым кем? Шундай бүләктәр иғәнә итергә беҙҙең үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыр инеме? Бөтә нәмә Һинән килә, Һинең ҡулыңдан алғанды беҙ Һиңә кире килтерҙек. 15Беҙ Һинең алдыңда атайҙарыбыҙ кеүек ергә ваҡытлыса килгән мосафирҙар һәм килмешәктәр генә. Ерҙәге ғүмеребеҙ ҙә бер күләгә кеүек ҡыҫҡа ғына, шунан артығына өмөтөбөҙ ҙә юҡ. 16Эй Аллабыҙ Раббы, бөтә был муллыҡты Һиңә, Һинең изге исемеңә йорт төҙөр өсөн әҙерләнек, бының барыһы ла Һинең ҡулыңдан килгән, барыһы ла Һинеке. 17Беләм, Аллам, һин йөрәктәрҙе һынайһың һәм ихласлыҡты яратаһың; мин быларҙың бөтәһен дә ихлас күңелдән тапшырҙым. Бына бөгөн күрәм, бында йыйылған халҡың да Һиңә шатланып бүләктәр килтерә. 18Эй Раббым, аталарыбыҙ Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Исраилдың Аллаһы! Халҡыңдың күңелендәге был теләктәрҙе һәм фекерҙәрҙе мәңге һаҡла, уларҙың йөрәген Үҙеңә йүнәлт.

19Улым Сөләймәнгә Һинең бойороҡ, күрһәтмә һәм ҡағиҙәләреңде теүәл үтәрлек тоғро йөрәк бир. Уға мин әҙерләп ҡуйғандарҙан ҡорам төҙөргә насип ит.

20Бынан һуң Дауыт йыйылған бар халыҡҡа былай ти:

– Аллабыҙ Раббыға шөкөр ҡылығыҙ.

Бар йыйын аталарының Аллаһы Раббыға шөкөр итә, маҡтауҙар яуҙыра, Уға сәждә ҡыла һәм батшаға баш эйә.

Сөләймәндең батша булыуы

21Иртәгәһенә халыҡ Раббыға ҡорбандар килтерә. Мең үгеҙ башмаҡ, мең һарыҡ тәкәһе, мең һарыҡ бәрәсе салып, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерәләр. Тейешенсә түкмә ҡорбан һәм башҡа бик күп ҡорбандар килтерелә.

22Был көн Раббы хозурында ҙур шатлыҡ менән ашап-эсәләр. Дауыт улы Сөләймәнде тағы бер тапҡыр батша тип иғлан итәләр. Раббы алдында Сөләймән менән Садоҡтың башына зәйтүн майы һөртөп, Сөләймәнде юғары хаким итеп, ә Садоҡты ҡаһин итеп мәсехләйҙәр. 23Сөләймән Дауыт урынына Раббы тәхетенә ултырып, атаһы Дауыт урынына батша була. Ул ҙур уңыштарға ирешә, бар Исраил уға буйһона. 24Бар башлыҡтар һәм ғәйрәтле яугирҙәр, Дауыттың бөтә улдары Сөләймән батшаға баш һала. 25Раббы Сөләймәнде бөтөн Исраил алдында ҙурлай һәм әлегә тиклем Исраилда бер батшаға ла күрһәтелмәгән дәрәжәлә дан-шөһрәт менән бүләкләй.

Дауыттың вафаты

(3 Бат 2:10-12)

26Ишай улы Дауыт бар Исраил өҫтөнән батшалыҡ итә. 27Ул ете йыл Хевронда, утыҙ өс йыл Йәрүсәлимдә идара итә һәм Исраил халҡына йәмғеһе ҡырҡ йыл батша була. 28Ул тормоштан, байлыҡ һәм дандан туйғансы кинәнеп йәшәй, ҡәнәғәт ҡартлыҡта мәрхүм була. Урынына улы Сөләймән тәхеткә ултыра.

29Дауыт батшаның барлыҡ эш-ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Шемуил әүлиәнең һәм Наҫан пәйғәмбәрҙең, шулай уҡ Ғад әүлиәнең яҙмаларында тасуирлана: 30уның батшалыҡ итеүе, күрһәткән ҡаһарманлыҡтары, уға ҡағылышлы ваҡиғалар һәм Исраил менән, шулай уҡ ерҙәге бөтә батшалыҡтар менән булған хәлдәр барыһы ла һүрәтләнә.

Copyright information for BakIBT2023