‏ 1 Chronicles 3

Дауыттың улдары

(2 Бат 3:2-5; 5:13-16; 1 Йыл 14:4-7)

1Дауыттың Хевронда тыуған улдары: баш балаһы Амнон – изреғилле Ахиноғамдан; икенсеһе Даниил – кармәлле Авигаилдән; 2өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан, дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан; 3бишенсеһе Шефатъяһ – Авиталдан; алтынсыһы Иҫреғам – Ғәғлә исемле ҡатынынан. 4Былар – Дауыттың Хевронда тыуған алты улы. Дауыт унда ете йыл да алты ай батшалыҡ итә, ә Йәрүсәлимдә утыҙ өс йыл батша була.

5Дауыттың Йәрүсәлимдә тыуған улдары: Шимға, Шовав, Наҫан, Сөләймән. Был дүртәүҙе Ғаммиил ҡыҙы Баҫ-Шуағ табып бирә. 6Тағы туғыҙ улы: Ивхар, Әлишамағ, Әлифәләт, 7Ногаһ, Нәфәг, Яфияғ, 8Әлишамағ, Әлъядағ һәм Әлифәләт. 9Йәриәләренән тыуған улдарынан башҡа Дауыттың бөтә улдары ошо. Дауыттың Тамар исемле ҡыҙы ла була.

Сөләймән батшаның нәҫеле

10Сөләймәндең улы – Рехавғам. Рехавғамдың улы – Авияһ, Авияһтың улы – Аса, Асаның улы – Йеһошафат, 11Йеһошафаттың улы – Йеһорам, Йеһорамдың улы – Ахазъяһ, Ахазъяһтың улы – Йоаш, 12Йоаштың улы – Амасъяһ, Амасъяһтың улы – Ғазаръяһ, Ғазаръяһтың улы – Йоҫам, 13Йоҫамдың улы – Ахаз, Ахаздың улы – Хизкияһ, Хизкияһтың улы – Менашше, 14Менашшеның улы – Амон, Амондың улы – Йошияһ.

15Йошияһтың баш балаһы – Йоханан, икенсе улы – Йеһояҡим, өсөнсөһө – Сидкияһ, дүртенсеһе – Шаллум. 16Йеһояҡимдың улдары: Йехонъяһ, Сидкияһ. 17 18Йехонъяһтың улдары: Асир, Малкирам, Педаяһ, Шенассар, Йеҡамъяһ, Һошамағ һәм Недавъяһ. Асирҙың Шеалтиил исемле улы була. 19Педаяһтың улдары: Зеруббавел һәм Шимғи. Зеруббавелдың улдары: Мешуллам менән Хананъяһ, уларҙың Шеломиҫ исемле ҡыҙ туғаны була. 20Быларҙан тыш Зеруббавелдың Хашува, Оһәл, Бәрәхъяһ, Хасадъяһ һәм Йушав-Хәсәд исемле тағы биш улы донъяға килә.

21Хананъяһтың улдары: Пелатъяһ һәм Йешағъяһ; Йешағъяһтың улы Рефаяһ, Рефаяһтың – Арнан, Арнандың – Ғовадъяһ, Ғовадъяһтың – Шеханъяһ, 22Шеханъяһтың Шемағъяһ исемле улы була. Шемағъяһтың алты улы тыуа, улар: Хаттуш, Йигал, Бариах, Неғаръяһ, Шафат. 23Неғаръяһтың Әлйоғынай, Хизкияһ һәм Ғазриҡам исемле өс улы була. 24Әлйоғынайҙың иһә улдары етәү була: Һодауъяһ, Әлйәшив, Пелаяһ, Ғаҡҡув, Йоханан, Делаяһ һәм Ғанани.

Copyright information for BakIBT2023