‏ 1 Chronicles 6

Леви нәҫеле

(Сығ 6:16-20; Ғөз 7:2-5)

1Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари. 2Ҡыһаҫтың улдары: Ғамрам, Исһар, Хеврон һәм Ғуззиил. 3Ғамрамдың балалары: Һарун, Муса, Мирйәм. Һарундың улдары: Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамар. 4Әлғазар – Пинхастың, Пинхас – Авишуағтың, 5Авишуағ – Буккийҙың, Буккий – Ғуззиҙың, 6Ғуззи – Зерахъяһтың, Зерахъяһ – Мерайоҫтың, 7Мерайоҫ – Амаръяһтың, Амаръяһ – Ахитувтың, 8Ахитув – Садоҡтың, Садоҡ – Ахимағастың, 9Ахимағас – Ғазаръяһтың, Ғазаръяһ – Йоханандың атаһы; 10Йоханан Йәрүсәлимдә Сөләймән төҙөгән ҡорамдың ҡаһины Ғазаръяһтың атаһы була. 11Ғазаръяһ – Амаръяһтың, Амаръяһ – Ахитувтың, 12Ахитув – Садоҡтың, Садоҡ – Шаллумдың, 13Шаллум – Хилҡияһтың, Хилҡияһ – Ғазаръяһтың, 14Ғазаръяһ – Сераяһтың, Сераяһ Йеһосадаҡтың атаһы була. 15Раббы ихтыяры буйынса Навуходоносор Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡын һөргөнгә ҡыуып алып киткәндә, әсирҙәр араһында Йеһосадаҡ та була.

16Шулай итеп, Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари. 17Гершон улдарының исемдәре: Ливни һәм Шимғи. 18Ҡыһаҫтың улдары: Ғамрам, Исһар, Хеврон һәм Ғуззиил. 19Мерари улдары: Махли һәм Муши.

Бына нәҫел башлыҡтарының исемдәре буйынса Леви ырыуы нәҫелдәре.

20Гершон тоҡомо: уның улы Ливни; Ливниҙең улы Яхаҫ, Яхаҫтың улы – Зимма, 21Зимманың улы – Йоах; Йоахтың улы – Ғиддо, Ғиддоның улы – Зерах; Зерахтың улы – Йеаҫрай.

22Ҡыһаҫ тоҡомо: уның улы Ғамминадав, Ғамминадавтың улы – Ҡорах, Ҡорахтың улы Ассир; 23Ассирҙың улы – Әлҡана, Әлҡананың улы – Әвьясаф; Әвьясафтың улы – Ассир, 24Ассирҙың улы – Тахаҫ; Тахаҫтың улы – Уриил, Уриилдың улы – Ғуззияһ, Ғуззияһтың улы – Шаул.

25Әлҡананың улдары: Ғамасай менән Ахимоҫ. 26Ахимоҫтың улы – Әлҡана; Әлҡананың улы – Софай, Софайҙың улы – Нахаҫ; 27Нахаҫтың улы – Әлиав; Әлиавтың улы – Йерохам; Йерохамдың улы – Әлҡана.

28Шемуилдың улдары: баш балаһы Йоил, икенсеһе Авияһ.

29Мерари нәҫеле: уның улы – Махли, Махлиҙың улы – Ливни; Ливниҙең улы – Шимғи; Шимғиҙең улы – Ғузза; 30Ғуззаның улы – Шимға, Шимғаның улы – Хаггияһ, Хаггияһың улы – Ғасаяһ.

Ҡорам йырсылары

31Килешеү һандығын ҡорамда урынлаштырғандан һуң, Дауыт батша, Раббы йортонда йырсы вазифаһын башҡарыр өсөн, түбәндәге кешеләрҙе тәғәйенләй. 32Был хеҙмәтте улар ҡабул ителгән ҡағиҙәгә ярашлы мөҡәддәс торлаҡ булған Осрашыу сатыры янында башҡара һәм был Сөләймән Йәрүсәлимдә Раббы йортон төҙөткәнгә ҡәҙәр дауам итә.

33Бына был хеҙмәтте улдары менән берлектә ошо кешеләр башҡара: Ҡыһаҫ нәҫеленән – Һеман йырсы, ул – Йоилдың улы, Йоил – Шемуилдың, 34Шемуил – Әлҡананың, Әлҡана – Йерохамдың, Йерохам – Әлиилдең, Әлиил – Тоахтың, 35Тоах – Суфтың, Суф – Әлҡананың, Әлҡана – Махаҫтың, Махаҫ – Ғамасайҙың, 36Ғамасай – Әлҡананың, Әлҡана – Йоилдың, Йоил – Ғазаръяһтың, Ғазаръяһ – Сефанъяһтың, 37Сефанъяһ – Тахаҫтың, Тахаҫ – Ассирҙың, Ассир – Әвьясафтың, Әвьясаф – Ҡорахтың, 38Ҡорах – Исһарҙың, Исһар – Ҡыһаҫтың, Ҡыһаҫ – Левиҙең улы, Леви Исраилдың улы була.

39Һемандың уң яғында туғаны Асаф тора. Асаф – Бәрәхъяһтың улы, Бәрәхъяһ – Шимғаның, 40Шимға – Михаилдың, Михаил – Бәғәсеяһтың, Бәғәсеяһ – Малкияһтың, 41Малкияһ – Әҫниҙең, Әҫни – Зерахтың, Зерах – Ғадаяһтың, 42Ғадаяһ – Эҫандың, Эҫан – Зимманың, Зимма – Шимғиҙең, 43Шимғи – Яхаҫтың, Яхаҫ – Гершондың, Гершон Левиҙең улы була.

44Һемандың һул яғында Мерари нәҫеленән булған Эҫан тора. Эҫан Ҡишиҙың улы булып, Ҡиши – Ғавдиҙең, Ғавди – Маллухтың, 45Маллух – Хашавъяһтың, Хашавъяһ – Амасъяһтың, Амасъяһ – Хилҡияһтың, 46Хилҡияһ – Амсиҙың, Амси – Баниҙың, Бани – Шәмәрҙең, 47Шәмәр – Махлиҙың, Махли – Мушиҙың, Муши – Мерариҙың, Мерари Левиҙең улы була.

48Уларҙың туғандары левиҙәр Изге торлаҡ булған Алла йортондағы төрлө хеҙмәттәрҙе башҡарыуға тәғәйенләнә.

49Һарун һәм уның нәҫеленә, Исраил халҡының гонаһтарын паклау өсөн, ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбандары яндырыу, хуш еҫле үләндәр төтәтеү, Иң мөҡәддәс урындағы бөтә хеҙмәтте башҡарыу йөкмәтелгән була. Бөтә нәмәне лә улар Алла ҡоло Муса бойорғанса эшләй.

Һарун нәҫеле

50Бына Һарундың нәҫеле: Һарундың улы – Әлғазар, Әлғазарҙың улы – Пинхас; Пинхастың улы – Авишуағ; 51Авишуағтың улы – Буккий; Буккийҙың улы – Ғуззи; Ғуззиҙың улы – Зерахъяһ; 52Зерахъяһтың улы – Мерайоҫ; Мерайоҫтың улы – Амаръяһ; Амаръяһтың улы – Ахитув; 53Ахитувтың улы – Садоҡ; Садоҡтың улы – Ахимағас.

Левиҙәр йәшәгән ҡалалар

(Иҫп 35:1-8; Йуш 21:1-42)

54Бына левиҙәрҙең йәшәгән урындары һәм биләмәләренең сиктәре: Ҡыһаҫ нәҫеленән булған Һарун улдарына, йәрәбәгә төшкәненсә, 55эргә-тирәһендәге көтөүлектәре менән Йәһүҙә ерендәге Хеврон бирелә. 56Әммә ҡаланың баҫыуҙары менән ауылдары Йефунне улы Калевҡа тейә. 57Һарун улдарына һыйыныу ҡалалары: Хеврон һәм көтөүлектәре менән Ливна, Яттир һәм Әштемоағ 58Хилен, Девир, 59Ғашан һәм көтөүлектәре менән бергә Бейт-Шәмәш бирелә. 60Бынан тыш Бинйәмин ырыуы биләмәһенән уларға көтөүлектәре менән Гевағ, Ғәләмәҫ, Ғанаҫоҫ тапшырыла. Уларҙың ырыуына барлығы ун өс ҡала бирелә.

61Ҡыһаҫ нәҫеленең ҡалғандарына Менашше ырыуының яртыһы өлөшөнән йәрәбәгә төшкән ун ҡала бирелә.

62Гершон улдарына нәҫелдәренә күрә Исасхар, Ашер һәм Нафтали ырыуҙарынан һәм Башанда йәшәгән Менашше ырыуынан ун өс ҡала бирелә.

63Мерари улдарына нәҫелдәренә күрә Рәүвән, Ғад һәм Зевулун ырыуҙарынан йәрәбә буйынса ун ике ҡала бирелә.

64Бына шулай итеп, исраилдар левиҙәргә ҡалаларын һәм шул ҡалалар янындағы көтөүлектәрҙе бирә. 65Юғарыла исемләп һанап кителгән ҡалалар левиҙәргә йәрәбә буйынса Йәһүҙә, Шимғон һәм Бинйәмин ырыуҙарының биләмәләренән бүлеп бирелә.

66Ҡыһаҫ нәҫеленән булғандарҙың ҡайһы берәүҙәренә Әфраим ырыуына ҡараған ҡалалар бирелә. 67Уларға һыйыныу ҡалаларынан Әфраим таулығындағы Шәхәм, йәнә Гәзәр, 68Йоҡмеғам, Бейт-Хорон, 69Айялон, Ғаҫ-Риммон – барыһы ла эргә-тирәһендәге көтөүлектәр менән; 70Менашше ырыуының яртыһынан – Ғанер, Билғам, шулай уҡ икеһе лә көтөүлектәре менән бирелә. Был – Ҡыһаҫтың ҡалған нәҫелдәренә.

71Гершон улдарына Менашше ырыуының яртыһына ҡараған нәҫелдәрҙән көтөүлектәре менән Башандағы Голан, Ғаштароҫ бирелә. 72Исасхар ырыуынан – Ҡәдәште, Давраҫты, 73Рамоҫты, Ғанемде – һәр ҡайһыһын көтөүлектәре менән; 74Ашер ырыуынан – Машалды, Ғавдонды, 75Хуҡоҡты, Реховты һәм уларҙың көтөүлектәрен; 76Нафтали ырыуынан – Галилеялағы Ҡәдәште, Хаммонды, Ҡиръяҫаимды шулай уҡ һәр ҡайһыһын көтөүлектәре менән тапшыралар.

77Ә Мерари нәҫеленә ҡараған башҡа левиҙәргә – Зевулун ырыуынан Риммонды, Таворҙы; 78Рәүвән ырыуынан Иордандың аръяғында, Йерихо ҡаршыһында, Иордандан көнсығышта сүллектә урынлашҡан Бәсәрҙе, Яһасты, 79Ҡедемоҫты, Мефағаҫты; 80Ғад ырыуынан Ғилғәдтәге Рамоҫты, Маханаимды, 81Хешбонды, Яғзерҙе – һәммәһен көтөүлектәре менән ҡуша бирәләр.

Copyright information for BakIBT2023