‏ 1 Chronicles 8

Бинйәминдең шәжәрәһе

(1 Йыл 9:34-44)

1Бинйәминдең баш балаһы – Белағ, икенсеһе – Ашбел, өсөнсөһө – Ахрах, 2дүртенсеһе – Ноха, бишенсеһе Рафа исемле була. 3Белағтың улдары: Аддар, Гера, Авиһуд, 4Авишуағ, Нағаман, Ахоах, 5Гера, Шефуфан һәм Хурам.

6 7Эхудтың улдары, Гевағта йәшәгән һәм Манахаҫҡа һөрөлгән нәҫелдәрҙең башлыҡтары: Нағаман, Ахияһ һәм уларҙы күсергән Гера. Гера – Ғузза менән Ахихудтың атаһы.

8 9Шахараим Моав ерендә йәшәгәндә ҡатындары Хушим менән Бағараны айырып ебәрә. Бынан һуң уның Ходеш исемле ҡатыны Йовавты, Сивъяны, Мешаны, Малкамды, 10Йеғусты, Сахъяһты, Мирманы табып бирә. Уның был улдары нәҫел башлыҡтары булып китә.

11Шахараимдың Хушим тапҡан Авитув менән Әлпәғәл исемле улдары ла була. 12Әлпәғәлдең улдары: Ғевәр, Мишғам, Шемед – ул Оно менән Лод ҡалаларын һәм уның тирәһендәге ауылдарҙы төҙөй, 13шулай уҡ Бериға һәм Шемағ. Был икәүһе Айялонда йәшәгән нәҫелдәрҙең башлығы була. Улар Ғаҫ халҡын ҡыуып ебәрә.

14Ахйо, Шашаҡ, Йәремоҫ, 15Зевадъяһ, Ғарад, Ғедәр, 16Михаил, Йишпа һәм Йоха – Бериғаның улдары.

17Зевадъяһ, Мешуллам, Хизҡи, Хәвәр, 18Йишмерай, Йизлиа, Йовав – Әлпәғәлдең улдары. 19Яҡим, Зихри, Завди, 20Әлиғынай, Силлеҫай, Әлиил, 21Ғадаяһ, Бераяһ һәм Шимраҫ – Шимғиҙең улдары. 22Йишпан, Ғевәр, Әлиил, 23Ғавдон, Зихри, Ханан, 24Хананъяһ, Ғелам, Ғантоҫияһ, 25Йифдеяһ һәм Пенуил – Шашаҡ улдары. 26Шамшерай, Шехаръяһ, Ғаҫалъяһ, 27Яғарешъяһ, Элияһ, Зихри – Йерохам улдары.

28Шәжәрәләренән күренгәнсә, улар һәммәһе нәҫел башлыҡтары була. Йәрүсәлимдә йәшәйҙәр.

Шаул батшаның нәҫеле

(1 Йыл 9:35-44)

29Ғивғондың атаһы Йеғиил Ғивғонда йәшәй һәм ҡатынының исеме Мағаха була. 30Йеғиилдың баш балаһы – Ғавдон, башҡалары Сур, Ҡиш, Бәғел, Надав, 31Гедор, Ахйо, Зәхәр 32һәм Миҡлоҫ. Миҡлоҫ – Шимеаның атаһы. Улар ағай-энеһе менән бергә ҡәрҙәштәре эргәһендә Йәрүсәлимдә йәшәй. 33Нерҙың улы – Ҡиш, Ҡиштың улы – Шаул, Шаулдың улдары – Йонаҫан, Малкишуағ, Авинадав һәм Әшбәғел. 34Йонаҫандың улы – Мерив-Бәғел
Мерив-Бәғел – Мефи-Бошеҫтың икенсе исеме (ҡарағыҙ: «ІІ Батшалар», 4:4).
, Мерив-Бәғелдең улы – Миха.
35Миханың улдары: Пиҫон, Мәләх, Тареағ һәм Ахаз.

36Ахаздың Йеһоғадда исемле улы тыуа. Йеһоғадданың – Ғәләмәҫ, Ғазмауыҫ, Зимри, Зимриҙең Моса тигән улдары донъяға килә.

37Моса – Бинғаның атаһы. Бинға – Рафаның, Рафа – Әлғасаның, Әлғаса – Аселдең атаһы. 38Аселдең Ғазриҡам, Бохру, Исмәғил, Шеғаръяһ, Ғовадъяһ, Ханан исемле алты улы була. Былар бөтәһе лә – Аселдең улдары. 39Уның ҡустыһы Ғешәктең баш балаһы – Улам, икенсеһе – Йеғуш, өсөнсөһө Әлифәләт исемле. 40Улам улдары ҡаһарман яугирҙәр, мәргән уҡсылар була, уларҙың улдары һәм ейәндәре бик ишле булып, барлығы йөҙ илле йәнгә етә. Улар барыһы ла – бинйәминдәр.

Copyright information for BakIBT2023