‏ 1 Chronicles 10

Шаул менән улдарының үлеме

(1 Бат 31:1-13)

1Пелештиҙәр менән исраилдар араһында һуғыш барған саҡта, бер мәл Исраил яугирҙәре пелештиҙәрҙән ҡаса башлай һәм күбеһе Гилбоағ тауында һәләк булып йығыла. 2Пелештиҙәр, Шаул менән улдарын ҡыуып етеп, Шаулдың улдары Йонаҫанды, Авинадавты, Малкишуағты үлтерәләр. 3Шаулдың үҙе менән аяуһыҙ алыш ҡыҙа һәм уҡсы яугирҙәр уны ҡаты яралай.

4Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә:

– Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер, – ти. – Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп мәсхәрә итер.

Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тарта. Шунда Шаул ҡылысын ала ла үҙе уның өҫтөнә йығыла.
5Шаулдың һәләк булғанын күреп, ҡорал йөрөтөүсе лә ҡылысҡа йығыла һәм үлә. 6Шулай итеп, Шаул, өс улы, бөтә нәҫеле бергә һәләк була. 7Үҙән буйында йәшәгән исраилдар, үҙ ғәскәрҙәренең ҡасҡанын, Шаулдың һәм уландарының үлгәнен күреп, ҡалаларын ташлап ҡаса. Ә пелештиҙәр уларға килеп урынлаша.

8Иртәгәһенә, һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр, Гилбоағ тауында Шаул менән уның улдарының мәйетен табып ала. 9Шаулды сисендереп, ҡоралдарын һалдырып, башын ҡырҡып алалар, шунан, был турала боттары алдында һәм халыҡҡа хәбәр итер өсөн, бөтә Пелешеҫ еренә сапҡындар ебәрәләр. 10Шаулдың ҡоралдарын үҙҙәренең илаһтары торған ғибәҙәтханаға ҡуялар, ә башын Дагон ҡорамының диуарына ҡаҙаҡлайҙар.

11Ғилғәд Явешы халҡы пелештиҙәрҙең Шаул менән ни ҡылғанын ишеткәс, 12ҡаланың ғәйрәтле ирҙәре аяҡҡа баҫа һәм Шаул менән уның улдарының кәүҙәләрен Явешҡа алып ҡайта. Шунан уларҙың һөйәктәрен Явештағы имән ағасы аҫтына ерләйҙәр һәм ете көн ураҙа тоталар.

13 14Раббыға тоғролоғон боҙғаны, Раббы әйткәнде тыңламағаны, Раббыға ялбарыр урынға әруахтарҙың рухын саҡырыусыға мөрәжәғәт иткәне өсөн, Шаулдың ғүмере бына шулай ҡыйыла. Раббы уны юҡ итә һәм батшалыҡты Ишай улы Дауытҡа тапшыра.

Copyright information for BakIBT2023