1 Chronicles 14
Дауыттың ғаиләһе
(2 Бат 5:11-16; 1 Йыл 3:5-8)
1Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәре менән батша йортон һалыу өсөн кедр ағастары, ташсылар һәм балта оҫталары ебәрә. 2Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәргәнен аңлай. 3Йәрүсәлимдә Дауыт йәнә ҡатындар ала. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуа. 4Бына уның Йәрүсәлимдә тыуған балаларының исемдәре: Шаммуағ, Шовав, Наҫан, Сөләймән, 5Ивхар, Әлишуағ, Әлпәләт, 6Ногаһ, Нәфәг, Яфияғ, 7Әлишамағ, Беғәльядағ һәм Әлифәләт.Пелештиҙәрҙең еңелеүе
(2 Бат 5:17-25)
8Дауыттың бар Исраилға батша итеп мәсехләнгәнен ишеткәс, бөтә пелештиҙәр уны эҙләргә керешә. Был хаҡта белеп ҡалғас, Дауыт үҙе уларға ҡаршы китә. 9Пелештиҙәр килеп, Рефалар үҙәнен таларға тотона. 10Дауыт Алланан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һорай. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтара. 11Исраилдар Бәғел-Перасимға юллана, Дауыт шунда пелештиҙәрҙе тар-мар итә һәм былай ти: – Һыу ташҡыны ҡаршылыҡтарҙы емереп үткән һымаҡ, Алла минең ҡулым менән дошмандарымды туҙҙырып ташланы. Шуға күрә был урынды Бәғел-Перасим ▼▼ Бәғел-Перасим – йәһүд телендә «емереп үткән Хаким» тигән мәғәнәлә.
тип атайҙар. 12Ул ерҙә пелештиҙәр илаһтарының һындарын ташлап ҡаса. Дауыттың әмере буйынса ул боттар утта яндырыла. 13Күпмелер ваҡыттан һуң пелештиҙәр йәнә үҙәнде талай башлай. 14Дауыт тағын Аллаға һорау менән мөрәжәғәт итә, һәм Ул былай тип яуап ҡайтара: – Уларҙың артынан барма, арт яҡтан урап, тут ағастары яғынан бар. 15Тут ағастары башында атлағанға оҡшаған тауыш ишетһәң, һөжүмгә күс. Пелешти ғәскәрен ҡыйратыр өсөн Алла Үҙе һинең алдыңдан бара тигән һүҙ булыр был. 16Дауыт Алла нисек бойорһа, шулай эшләй һәм пелештиҙәр ғәскәрен Ғивғондан алып Гәзәргә тиклем юл буйы ҡырып баралар. 17Дауыттың даны бөтә ерҙәргә тарала, һәм Раббы ҡөҙрәте менән бар халыҡтар унан ҡурҡып тора.
Copyright information for
BakIBT2023