1 Chronicles 14:1-7
Дауыттың ғаиләһе
(2 Бат 5:11-16; 1 Йыл 3:5-8)
1Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәре менән батша йортон һалыу өсөн кедр ағастары, ташсылар һәм балта оҫталары ебәрә. 2Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәргәнен аңлай. 3Йәрүсәлимдә Дауыт йәнә ҡатындар ала. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуа. 4Бына уның Йәрүсәлимдә тыуған балаларының исемдәре: Шаммуағ, Шовав, Наҫан, Сөләймән, 5Ивхар, Әлишуағ, Әлпәләт, 6Ногаһ, Нәфәг, Яфияғ, 7Әлишамағ, Беғәльядағ һәм Әлифәләт.
Copyright information for
BakIBT2023