‏ 1 Chronicles 16

Алланы данлау

1Алла һандығын алып килеп, Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуялар. Аллаға тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерәләр. 2Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтереү тамамланғас, Дауыт халыҡты Раббы исеме менән фатихалай 3һәм бар исраилдарға – ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла, берәр икмәк, берәр киҫәк ит һәм йөҙөм көлсәһе өләшеп сыға. 4Исраил Аллаһы Раббыға доға ҡылһындар, Уға шөкөр итһендәр һәм данлаһындар тип, Дауыт левиҙәрҙән Раббы һандығы янында хеҙмәт башҡарыусыларҙы ҡуя: 5Асафты баш итә, уға ярҙамға Зәкәрьяһты, Йеғиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Маттиҫъяһты, Әлиавты һәм Бенаяһты, Ғовед-Эдомды һәм Йеғиилды – лирала һәм арфала уйнарға, Асафты еҙ тәрилкә һуғырға тәғәйенләй. 6Ҡаһиндар Бенаяһ менән Яхазиил Алланың Килешеү һандығы янында көн һайын борғо ҡысҡыртырға тейеш була.

Дауыттың шөкөрана йыры

(Зәб 104:1-15; 95:1-13; 105:1, 47-48)

7Был көн Дауыт тәү тапҡыр Асаф менән туғандарынан Раббыны данлаған изге йырын йырлата:

8Раббыға шөкөр итегеҙ, исеме менән саҡырығыҙ,
Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында иғлан итегеҙ!
9Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ,
Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ!
10Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ,
Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын!
11Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ,
Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ!
12 13Эй ҡоло Исраилдың тоҡомо,
Ул һайлап алған Яҡуп улдары,
Ул ҡылған мөғжизәләрҙе,
Ул биргән билдәләрҙе,
Теленән төшкән хөкөм һүҙҙәрен онотмағыҙ!
14Ул – беҙҙең Аллабыҙ Раббы,
Уның хөкөмө – бөтә ер йөҙөндә;
15 16Уның килешеүен,
Меңдәрсә быуынға биргән һүҙен,
Ибраһим менән төҙөшкән килешеүен,
Исхаҡҡа Ул биргән антты мәңге онотмағыҙ.
17Уны Яҡупҡа ҡағиҙә итеп ҡуйҙы,
Уның Исраил менән килешеүе – мәңгелек!
18Әйтте: «Һиңә Ҡәнғән ерен бирәм,
Ул өлөшөгөҙгә төшкән биләмә булыр».
19Ул заманда һанығыҙ аҙ, бик аҙ ине,
Был илдә һеҙ бары килмешәк булдығыҙ.
20Ҡыҙырҙылар бер ҡәүем араһынан икенсеһенә,
Бер батшалыҡтан башҡа халыҡҡа.
21Уларҙы Раббы һис бер йәбергә бирмәне,
Улар хаҡында батшаларҙы киҫәтеп торҙо:
22«Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ,
Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ».

23Йырла Раббыға, бар донъя!
Беҙҙе нисек ҡотҡарғанын көн һайын һөйләгеҙ!
24Шөһрәтен ҡәүемдәргә иғлан итегеҙ,
Хикмәттәрен барса халыҡтарға еткерегеҙ.
25Сөнки Раббы бөйөк, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ,
Ул барса илаһтарҙан да дәһшәтлерәк.
26Башҡа халыҡтарҙың илаһтары – боттар,
Раббы иһә күктәрҙе бар ҡылған.
27Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында,
Торлағында – ҡеүәт һәм дә шатлыҡ.
28Эй халыҡтар, Раббыға лайыҡ хөрмәтте күрһәтегеҙ,
Ғиззәтле, ҡөҙрәтле Раббыға хөрмәт күрһәтегеҙ.
29Раббының данлы исемен ололағыҙ,
Саҙаҡалар алып алдына килегеҙ!
Ғәжәйеп изгелек эйәһе Раббыға сәждә ҡылығыҙ!
30Эй бөтә ер йөҙө, Уның хозурында ҡалтырап тор!
Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ.
31Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер!
Халыҡтарға: «Раббы – батша!» – тип иғлан ителһен.
32Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын!
Ҡырҙар һәм ҡырҙа йәшәгәндәр ҡыуанһын!
33Урмандағы ағастар шатланып гөрләшһен
Раббы хозурында.
Сөнки Ул ер йөҙөн хөкөм итергә килә.
34Раббыға шөкөр итегеҙ, Ул игелекле,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
35Әйтегеҙ: «Ҡотҡар беҙҙе, эй Аллам,
Беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ!
Беҙ мөҡәддәс исемеңә шөкөр итһен,
Һинең шөһрәтең менән маҡтанһын өсөн
Йыйып ал беҙҙе ҡәүемдәр араһынан, азат ит».

36Раббы, Исраил Аллаһы
Мәңге-мәңгегә мөбәрәк булһын!

Шунан барса халыҡ: «Амин!» – ти һәм Раббыны данлай.

Левиҙәрҙең Килешеү һандығы янына хеҙмәткә тәғәйенләнеүе

37Дауыт, Раббының Килешеү һандығы эргәһендә көндәлек хеҙмәтте башҡарһын өсөн, Асаф менән уның туғандарын, 38шулай уҡ Ғовед-Эдом менән уның алтмыш һигеҙ туғанын ҡалдыра. Йедуҫун улы Ғовед-Эдом менән Хосаны ҡапҡа һаҡсыһы итеп ҡуя. 39Ә Садоҡ ҡаһин менән уның нәҫелендәге ҡаһиндарҙы Ғивғондағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан Раббының изге сатыры янында хеҙмәткә ҡалдыра. 40Улар һәр иртә һәм кис тотош яндырыу усағында тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә, Исраилға Раббы биргән ҡанунда нимә яҙылған булһа, шуны эшләргә тейеш була. 41Шулай уҡ Һеманды, Йедуҫунды һәм исемдәрен атап тағы бер нисә кешене «Раббының тоғро мөхәббәте мәңгелек!» тип Раббыны данлар өсөн тәғәйенләй. 42Һеман менән Йедуҫун, борғола, һуҡма тәрилкәлә һәм башҡа төрлө уйын ҡоралдарында уйнап, Аллаға йырларға тейеш була. Йедуҫун улдары иһә ҡапҡа һаҡлай. 43Бынан һуң бар халыҡ өйҙәренә таралыша. Дауыт та, үҙ ғаиләһен фатихалар өсөн, өйөнә ҡайта.

Copyright information for BakIBT2023