1 Chronicles 19
Дауыттың ғаммондарҙы һәм арамиҙарҙы еңеүе
(2 Бат 10:1-19)
1Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ғаммон батшаһы Нахаш мәрхүм булып, уның урынына улы тәхеткә ултыра. 2Дауыт: «Нахаштың миңә игелеге күп тейгәйне, мин дә улы Ханунға яҡшылыҡ эшләйем әле», – тип уйлай. Дауыт, атаһының вафаты айҡанлы ҡайғыһын уртаҡлашыр өсөн, Ханунға илселәрен ебәрә. Дауыттың хеҙмәтселәре уны йыуатыр өсөн Ғаммон еренә барғас, 3Ғаммон түрәләре Ханунға: – Әллә Дауыт был кешеләрен атайыңды ихтирам иткәнгә һине йыуатыу өсөн ебәргән тип уйлайһыңмы? Юҡ, Дауыт хеҙмәтселәрен илде ҡарап, барыһын да күреп, һуңынан килеп емереү өсөн ебәргән, – тиҙәр. 4Ханун, Дауыттың хеҙмәтселәрен тотоп алып, уларҙың һаҡалдарын ҡырып, кейемдәрен янбаштарына тиклем киҫеп, ҡайтарып ебәрә. 5Илселәр ҡайтырға сыҡҡас, был хәбәр Дауытҡа килеп етә. Ул илселәрен ҡаршы алырға кешеләр ебәрә, сөнки тегеләр бик ныҡ мыҫҡыл ителгән була. Батша уларға: «Һаҡалдарығыҙ үҫкәнсе, Йерихола ҡалып тороғоҙ, шунан ҡайтырһығыҙ», – тигән бойороғон еткерергә ҡуша. 6Ханун менән ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, Арам-Наһараимға, Арам-Мағахаға һәм Соваға, яу арбалары һәм һыбайлылар яллау ниәтенән, мең талант ▼▼ Мең талант – яҡынса 36 тонна.
көмөш ебәрә. 7Улар утыҙ ике мең яу арбаһы һәм тотош ғәскәре менән Мағаха батшаһын яллай. Мағаха батшаһы, Медева алдына килеп, туплам ҡора. Ғаммондар ҙа, ҡалаларынан йыйылып сығып, һуғышҡа әҙерләнә. 8Был хаҡта ишеткәс, Дауыт иң ҡаһарман ғәскәре менән Йоавты уларға ҡаршы ебәрә. 9Ғаммондар ҡала ҡапҡаһынан сығалар ҙа алышҡа әҙерләнеп сафҡа теҙеләләр. Килгән батшалар яланда айырым тора. 10Йоав, дошман ғәскәрҙәренең алдан да, арттан да торғанын күреп, исраилдарҙың иң яҡшы яугирҙәрен һайлап ала ла уларҙы арамиҙарға ҡаршы ҡуя. 11Ғәскәрҙең ҡалғанын ҡустыһы Авишайға тапшыра һәм улар ғаммондарға ҡаршы баҫа. 12– Әгәр арамиҙар мине еңә башлаһа, һин миңә ярҙамға килерһең, ә ғаммондар һине ҡыҫырыҡлай башлаһа, мин ярҙамға килермен, – ти Йоав. – 13Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр. 14Бына Йоав ғәскәре менән арамиҙарға һөжүм итә һәм тегеләр унан ҡаса башлай. 15Арамиҙарҙың ҡасҡанын күргән ғаммондар ҙа, Йоавтың туғаны Авишайҙан ҡасып, ҡала эсенә сигенәләр. Бынан һуң Йоав Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайта. 16Үҙҙәренең исраилдарҙан еңелгәнен аңлағас, арамиҙар, сапҡындар ебәреп, Евфрат йылғаһы аръяғында йәшәгән арамиҙарҙы саҡыртып ала. Уларға Һададғәзәрҙең ғәскәр башлығы Шофах етәкселек итә. 17Был турала Дауытҡа хәбәр еткәс, ул барлыҡ исраилдарҙы йыя ла, Иорданды аша сығып, арамиҙар янына килә. Ул ғәскәрен дошман ҡаршыһына сафҡа теҙә һәм ике арала алыш башлана. 18Арамиҙар Исраил ғәскәренән ҡаса башлай. Дауыт арамиҙарҙың ете мең яу арбаһын һәм ҡырҡ мең йәйәүле һуғышсыһын юҡ итә, уларҙың ғәскәр башлығы Шофахты ла үлтерә. 19Һададғәзәр яҡлылар, үҙҙәренең исраилдарҙан еңелгәнен күргәс, Дауыт менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөй һәм уға буйһона. Ә арамиҙар артабан ғаммондарға ярҙам ҡулы һуҙмаҫ була.
Copyright information for
BakIBT2023