‏ 1 Chronicles 23

Левиҙәрҙең вазифаһы

1Йәшәрен йәшәп, олоғайып киткән Дауыт Исраил батшаһы итеп улы Сөләймәнде ҡуя. 2Шунан Исраилдың бар башлыҡтарын, ҡаһиндарын, левиҙәрҙе йыя. 3Утыҙ йәше тулып уҙған барлыҡ левиҙәрҙең иҫәбен алалар. Улар йәмғеһе утыҙ һигеҙ мең кеше булып сыға. 4Шуларҙың егерме дүрт меңе – Раббы йортонда хеҙмәттә, алты меңе – идара итергә һәм хөкөм сығарырға, 5дүрт меңе – ҡапҡа һаҡларға һәм тағы дүрт меңе, Дауыт эшләп биргән уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыға дан йырларға тейеш. 6Дауыт уларҙы Леви улдарынан Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари нәҫелдәре буйынса төркөмдәргә бүлә.

7Гершондың ике улы – Лағдан менән Шимғи. 8Лағдандың өс улы: беренсеһе Йехиил, йәнә Зеҫам менән Йоил. 9Шимғиҙең өс улы: Шеломиҫ, Хазиел һәм Һаран. Улар – Лағдан тоҡомоноң нәҫел башлыҡтары. 10Шимғиҙең Яхаҫ, Зиза, Йеғуш һәм Бериға тигән тағы дүрт улы була. 11Яхаҫ – баш балаһы, Зиза – икенсеһе. Йеғуш менән Бериғаның балалары аҙ булғанлыҡтан, улар бер ғаилә булып һанала.

12Ҡыһаҫтың дүрт улы: Ғамрам, Исһар, Хеврон, Ғуззиил. 13Ғамрам улдары: Һарун менән Муса. Һарун һәм уның тоҡомо, иң изге әйберҙәрҙе изгеләндереү өсөн, мәңгелеккә айырып алына. Уға һәм уның улдарына Раббы алдында төтәтеү башҡарыу, ғүмер буйы Раббыға хеҙмәт итеү һәм Уның исеменән фатиха биреү бурысы һалына. 14Алла бәндәһе Мусаға килгәндә, уның улдары Леви ырыуының бер өлөшө булып һанала. 15Мусаның улдары: Гершом һәм Әлиғәзәр. 16Гершомдың баш балаһы Шевуил исемле була. 17Әлиғәзәрҙең берҙән-бер улы – Рехавъяһ. Әлиғәзәрҙең башҡа улдары булмай, Рехавъяһтың иһә улдары бик күп була.

18Исһарҙың улдары: баш балаһы – Шеломиҫ.

19Хеврондың улдары: беренсеһе – Йерияһ, икенсеһе – Амаръяһ, өсөнсөһө – Яхазиил, дүртенсе – Йеҡамғам.

20Ғуззиилдың улдары: беренсеһе – Миха һәм икенсеһе – Йишшияһ.

21Мерари улдары: Махли менән Муши. Махлиҙың улдары: Әлғазар һәм Ҡиш. 22Әлғазар вафат була, уның улдары булмай, тик ҡыҙҙар ғына тыуа. Уның ҡыҙҙарын ике туған ағай-энеләре – Ҡиш улдары ала. 23Мушиҙың өс улы: Махли, Ғедәр һәм Йәремоҫ.

24Исемдәре ғаиләләре буйынса нәҫел яҙмаларына теркәлеп, йәше егерменән уҙған һәм Раббы йортонда хеҙмәт иткән Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары бына ошолар.

25Дауыт былай тип әйткән була: «Исраил Аллаһы Раббы, Үҙенең халҡына именлек биреп, мәңгегә Йәрүсәлимдә төйәкләнде. 26Шул сәбәптән левиҙәргә изге сатырҙы һәм ундағы хеҙмәт өсөн кәрәк булған әйберҙәрҙе күтәреп йөрөүҙең кәрәге юҡ».

27Дауыттың һуңғы бойороғо буйынса, егерме йәше тулып уҙған левиҙәр иҫәпкә алына. 28Уларҙың вазифаһы Раббы йортондағы хеҙмәттә Һарун нәҫеленә ярҙам итеү була: ихаталарҙы һәм бүлмәләрҙе тәртиптә тотоу, изге әйберҙәрҙең таҙалығын хәстәрләү һәм Алла йортондағы башҡа эштәрҙе башҡарыу, 29изге икмәктәр һәм икмәк саҙаҡаһы өсөн килтерелгән бойҙай оно, сөсө икмәктәр, бешерелгән һәм майға буталған ризыҡтар өсөн яуаплы булып, уларҙың бөтәһенең күләме һәм ауырлығын күҙәтеү. 30Һәр көн иртән һәм кис улар Раббыға шөкөр ҡылырға һәм Уға дан йырларға тейеш була. 31Шәмбеләрҙә, Яңы ай байрамдарында һәм Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтергәндә, шулай уҡ һәр иртә һәм кис Раббыға рәхмәттәр уҡырға, дан йырларға, Раббы хозурында һәр саҡ ҡағиҙәгә ярашлы билдәле бер һанда хеҙмәт итергә тейеш була. 32Шулай итеп, улар Осрашыу сатыры һәм изге урын өсөн яуаплы була, шулай уҡ ҡәрҙәштәре – Һарун нәҫелдәренә Раббы йортонда хеҙмәт иткәндә ярҙамлаша.

Copyright information for BakIBT2023