1 Chronicles 27
Ғәскәр башлыҡтары
1Батша хеҙмәтендә булған исраилдарҙың ғаилә башлыҡтары, мең баштары һәм йөҙ баштары, мөдирҙәр исемлеге түбәндә бирелә. Егерме дүртәр мең яугирҙән торған төркөмдәр батшаға уның бөтә эштәрендә йыл әйләнәһенә берәр ай сиратлап хеҙмәт итә. 2Беренсе айҙа хеҙмәт итергә тейешле тәүге төркөмгә Завдиил улы Яшовғам етәкселек итә, уның ҡул аҫтында егерме дүрт мең кеше була. 3Пәрәс нәҫеленән булған Яшовғам беренсе айҙа бөтә ғәскәр башлыҡтары өҫтөнән баш була. 4Икенсе айҙың төркөмөнә ахоахлы Додай етәкселек итә, уның ярҙамсыһы Миҡлоҫ була. Уның төркөмөндә егерме дүрт мең кеше була. 5Өсөнсө ай төркөмөнөң ғәскәр башлығы – Йеһоядағ ҡаһин улы Бенаяһ, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше. 6Был Бенаяһ утыҙ батыр араһына инә һәм уларға етәкселек итә, ә улы Ғаммизавад төркөмгә идара итә. 7Дүртенсе ай төркөмөнә Йоавтың ҡәрҙәше Ғасаһил етәкселек итә. Ғасаһилдан һуң урынына улы Зевадъяһ ҡала. Был бүлектә лә егерме дүрт мең кеше була. 8Бишенсе ай төркөмөнөң башлығы Израхтан Шамхуҫ була. Уның бүлегендә лә егерме дүрт мең кеше хеҙмәт итә. 9Алтынсы ай төркөмөнөң етәксеһе итеп Теҡоғанан Ғиҡҡыш улы Ғира ҡуйыла, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше була. 10Етенсе ай төркөмөнә етәксе итеп Әфраим ырыуынан Пелондан Хәләс тәғәйенләнә, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше була. 11Һигеҙенсе ай төркөмө етәксеһе Зерах нәҫеленән Хушанан Сиббехай була, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше хеҙмәт итә. 12Туғыҙынсы ай төркөмөнә етәксе итеп Бинйәмин ырыуынан, Ғанаҫоҫ ҡалаһынан Авиғәзәр тәғәйенләнә, уның да төркөмөндә егерме дүрт мең кеше була. 13Унынсы ай төркөмөнөң етәксеһе Зерах нәҫеленән Нетофа кешеһе Маһрай була, уның төркөмөнә лә егерме дүрт мең кеше хеҙмәт итә. 14Ун беренсе ай төркөмөнөң етәксеһе Әфраим нәҫеленән Пирғаҫон кешеһе Бенаяһ була, уның төркөмө лә егерме дүрт мең кешенән тора. 15Ун икенсе ай төркөмөнә Ғоҫниил нәҫеленән Нетофа кешеһе Хелдай етәкселек итә, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше була.Исраил ырыуҙарының етәкселәре
16Исраил ырыуҙарының етәкселәре түбәндәгеләр була: Рәүвән ырыуында – Зихри улы Әлиғәзәр; Шимғон ырыуында – Мағаха улы Шефатъяһ; 17Леви ырыуында – Ҡемуил улы Хашавъяһ; ә Һарун нәҫелендә – Садоҡ; 18Йәһүҙә ырыуында – Дауыт туғандарынан Әлиһу; Исасхар ырыуында – Михаил улы Ғомри. 19Зевулун ырыуында – Ғовадъяһ улы Йишмағъяһ; Нафтали ырыуында – Ғазриил улы Йеримоҫ; 20Әфраим ырыуында – Ғазазъяһ улы Һошеяғ, Менашше ырыуының яртыһында Педаяһ улы Йоил; 21Ғилғәдтәге Менашше ырыуының яртыһында – Зәкәрьяһ улы Иддо; Бинйәмин ырыуында – Авнерҙың улы Яғасиил; 22Дан ырыуында – Йерохам улы Ғазарил. Исраил ырыуҙарының башлыҡтары бына ошолар була. 23Дауыт егерме йәше тулмағандарҙың иҫәбен алып тормай, сөнки Раббы исраилдарҙы күктәге йондоҙҙар кеүек ишәйтергә вәғәҙә иткән була. 24Серуяһ улы Йоав иҫәп ала башлай, ләкин уны тамамламай. Халыҡты һанаған өсөн исраилдарға Алланың ҡәһәре төшә, һәм был һан Дауыт батшаның йылъяҙмаларына индерелмәй.Батшаның яҡындары
25Батша хазиналары өсөн – Ғәдиил улы Ғазмауыҫ, ә баҫыуҙағы, ҡалаларҙағы, ауылдарҙағы, ҡарауыл манараларындағы һаҡлағыстар өсөн Ғуззияһ улы Йонаҫан яуаплы була. 26Баҫыуҙа эшләүселәргә, ер эшкәртеүселәргә Келув улы Ғәзри яуаплы була. 27Йөҙөм баҡсалары өсөн – Раманан Шимғи, ә йөҙөмлөктәрҙәге шарап һаҡламдары өсөн Шефамдан Завди яуап тота. 28Шефелалағы зәйтүн һәм ҡырағай инжир ағастары өсөн Ғәдәрҙән Бәғел-Ханан, ә һаҡлауҙа булған ағас майҙары өсөн Йоғаш яуаплы була. 29Шаронда көтөлгән эре мал өсөн – Шарондан Шитрай, ә үҙәндәрҙәге мал өсөн – Ғадлай улы Шафат яуаплы була. 30Дөйәләр өсөн – Исмәғил нәҫеленән Овил, ишәктәр өсөн – Мероноҫтан Йәхдейәһ; 31ваҡ мал өсөн һағри Язиз яуаплы була. Был түрәләр Дауыт батшаның хужалығындағы мөлкәткә күҙ-ҡолаҡ була. 32Дауыттың атаһының Йонаҫан исемле туғаны бик аҡыллы, зиһенле кеше була, кәңәшсе һәм кәтип вазифаһын башҡара. Хахмони улы Йехиил батшаның улдарын тәрбиәләй. 33Ахиҫофел – батшаның кәңәшсеһе, ә Аркиҙан Хушай батшаның яҡын дуҫы була. 34Ахиҫофелдан һуң Бенаяһ улы Йеһоядағ һәм Әвйәҫәр батша кәңәшселәре булып тора, ә Йоав батша ғәскәренең башлығы була.
Copyright information for
BakIBT2023