‏ 1 Chronicles 4

Йәһүҙәнең башҡа нәҫеле

1Йәһүҙә улдары: Пәрәс, Хесрон, Карми, Хур, Шовал.

2Шовалдың улы – Реаяһ, Реаяһтың улы – Яхаҫ. Яхаҫтың Ахумай менән Лаһад тигән улдары була – уларҙан Сорға нәҫелдәре баш ала. 3Ғетамдың улдары – Изреғил, Ишма, Идбаш. Ҡыҙ туғандарының исеме – Һасләлпони. 4Пенуил – Гедорҙың, Ғезәр Хушаның атаһы. Былар – Әфраҫтың баш балаһы һәм Бейт-Ләхәмдең атаһы булған Хурҙың улдары.

5Теҡоғаның атаһы Ашхурҙың Хела һәм Нағара исемле ике ҡатыны була. 6Нағара уға Ахуззам, Хефәр, Темени һәм Ахаштари исемле улдар табып бирә. 7Хеланың улдары Сәрәҫ, Сохар һәм Әҫнан исемле була.

8Ҡостан Ғанув менән Совева һәм Һарум улы Ахархел нәҫеле тарала.

9Яғбес бөтә туғандарына ҡарағанда ла хөрмәтлерәк була. Әсәһе: «Мин уны һыҙланып таптым», – тип, уға Яғбес тип исем ҡушҡан була. 10Яғбес Исраил Аллаһына доға ҡылып: «Ерҙәремде киңәйтеп, миңә фатихаңды бирһәң ине, мине гелән ҡайғы-хәсрәттән, бәлә-ҡазанан һаҡлап торһаң ине!» – тип ялбара. Раббы уға һорағанын бирә.

11Шуханың ир туғаны Келувтан Мехир донъяға килә, ул – Әштондоң атаһы. 12Әштондан Бейт-Рафа, Пасеах һәм Ғир-Нахаштың атаһы булған Техинна тыуа. Былар – Рехала йәшәүселәр.

13Ҡыназдың улдары: Ғоҫниил һәм Сераяһ. Ғоҫниилдың улы: Хаҫаҫ. 14Меғоноҫайҙан – Ғофра, ә Сераяһтан Балта оҫталары үҙәнендә йәшәүселәр нәҫеленең башы Йоав тыуа. Был төбәктә йәшәүселәр балта эшенә оҫта була.

15Йефунне улы Калевтың Ғиру, Эла һәм Нағам тигән улдары була. Эланың улының исеме – Ҡыназ.

16Йеһалләлилдең улдары: Зиф, Зифа, Тиръя һәм Асарил.

17 18Ғызраның улдары: Йәҫәр, Мәрәд, Ғефәр һәм Ялон. Мәрәдтең ҡатыны Биҫья фирғәүен ҡыҙы була. Биҫья Мирйәмде, Шаммайҙы һәм Әштемоағтың атаһы Йишбахты таба. Мәрәдтең йәһүҙи ҡатыны Гедорҙың атаһы Йәрәдте, Сохоның атаһы Хәвәрҙе, Заноахтың атаһы Йеҡуҫиилды табып бирә. 19Һодияһтың Нахамдың ҡыҙ туғаны булған ҡатыны тапҡан улдары Гармала йәшәгән Ҡығиланың һәм Мағаха кешеһе Әштемоағтың аталары булып китә. 20Шимондың улдары: Амнон, Ринна, Бен-Хәнән һәм Тилон. Ишғиҙың улдары: Зохеҫ менән Бен-Зохеҫ.

21Йәһүҙә улы Шеланың улдары: Леханың атаһы Ғер, Марешаның атаһы Лағда һәм Бейт-Ашбеағтағы етен туҡыусы нәҫелдәр; 22Йоҡым, Козевала йәшәүселәр, Моавта идара иткән Йоаш менән Сараф, Яшуви-Ләхәм. Был ваҡиғалар бик борон була. 23Көршәксе һөнәре оҫталары булған был кешеләр Нетағим һәм Ғәдәрә ҡалаларында йәшәй, батша хеҙмәтендә йөрөй.

Шимғон нәҫеле

(Йуш 19:2-9)

24Шимғондың улдары: Немуил, Ямин, Ярив, Зерах, Шаул. 25Шаулдың улы – Шаллум; Шаллумдың улы – Мивсам; Мивсамдың улы – Мишмағ. 26Мишмағтың улы – Хаммуил, Хаммуилдың улы – Заккур, Заккурҙың улы – Шимғи. 27Шимғиҙең ун алты улы һәм алты ҡыҙы була. Ағай-энеһенең иһә улдары әҙерәк була, шуға уларҙың бөтә нәҫеле Йәһүҙә улдары кеүек ишле булмай.

28Шимғондың нәҫелдәре Беер-Шәвәғтә, Моладала, Хасар-Шуғалда, 29Билһала, Ғесәмдә, Толадта, 30Беҫуилда, Хормала, Сиҡлағта, 31Бейт-Маркавоҫта, Хасар-Сусимда, Бейт-Бириҙә һәм Шағараимда көн итә. Был ҡалалар Дауыт батша булғанға тиклем үк уларҙыҡы була. 32Ғетам, Ғайн, Риммон, Тохен, Ғашан – биш ҡала ла уларға ҡарай. 33Ошо ҡалалар тирәләй Бәғәлгә тиклемге ерҙәрҙә урынлашҡан бөтә ауылдар уларҙыҡы була. Бына уларҙың йәшәгән урындары һәм нәҫелдәренең исемлеге.

34Шимғондарҙың нәҫел башлыҡтары: Мешовав, Ямлех, Амасъяһ улы Йоша, 35Йоил, Ғасиил улы Сераяһтан тыуған Йошивъяһ улы Йеһу, 36Әлйоғынай, Яғаҡоба, Йешохаяһ, Ғасаяһ, Ғәдиил, Йешимиил, Бенаяһ, 37Зиза – Шифғиҙең улы, ә Шифғи – Шемағъяһ улы Шимриҙән тыуған Йедаяһ улы Аллондың улы.

38Исемдәре һаналған был уҙамандар нәҫел башлыҡтары була һәм уларҙың зат-зәүере ишәйеп китә. 39Мал-тыуарына көтөүлек эҙләп, улар Гедорға, үҙәндең көнсығышына тиклем барып етә. 40Мул үләнле шәп көтөүлектәр, киң, һил ерҙәр табалар. Был төбәктә Хам ырыуы халҡы йәшәгән була. 41Үрҙә исемләп һаналғандар Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙа ошонда килә. Улар Хам нәҫелдәренә торлаҡтарында һәм улар араһында төйәкләнгән меғуниҙәргә һөжүм итә һәм, харам ҡылып, тотошлайы менән ҡырып бөтөрә, биләмәләренә хужа була.

Улар әлегә тиклем шунда йәшәй, сөнки бында мал-тыуарға көтөүлектәр етерлек.

42Ә Шимғон ырыуынан биш йөҙ кеше Сеғир тауҙарына китә: Ишғи улдары Пелатъяһ, Неғаръяһ, Рефаяһ һәм Ғуззиил уларҙың башлыҡтары була. 43Улар иҫән ҡалған ғәмәлектәрҙе ҡырып бөтә һәм әлегәсә шунда йәшәп ята.

Copyright information for BakIBT2023