1 Chronicles 5
Рәүвән нәҫеле
1Рәүвән Исраилдың баш балаһы була. Ләкин ул атаһының түшәген нәжесләгәнлектән, баш бала хоҡуғы Исраил улы Йософ нәҫеленә бирелә. Шуға күрә Рәүвән нәҫел исемлегендә лә баш бала булып яҙылмай. 2Туғандары араһында Йәһүҙә иң көслөһө була, юлбашсы ла уның тоҡомонан сыға, әммә баш бала булыу хоҡуғы Йософҡа бирелә. 3Исраилдың баш балаһы Рәүвәндең улдары: Ханох, Паллу, Хесрон һәм Карми. 4Йоилдың нәҫеле: Шемағъяһ, уның улы Гог, Гогтың улы Шимғи, 5Шимғиҙең улы Миха, Миханың улы Реаяһ, Реаяһтың улы Бәғел, 6Бәғелдең улы Беера, Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр һөргөнгә алып киткәндә, ул рәүвәндәрҙең нәҫел башлығы булған була. 7Нәҫел исемлектәрендә теркәлгәнсә, уның ағай-энеһе һәм ғаиләләре: иң өлкәне – Йеғиил, унан ҡала – Зәкәрьяһ, 8киләһеһе – Белағ; Белағ – Ғазаздың, Ғазаз – Шемағтың, Шемағ Йоилдың улы була. Улар Ғароғерҙа, Невоға һәм Бәғел-Меғонға тиклемге ерҙәрҙә йәшәй. 9Көнсығышта улар Евфрат йылғаһынан башланған сүллек алдына тиклемге ерҙәрҙә төйәкләнә. Ғилғәд ерендә уларҙың ҙур-ҙур көтөүҙәре йөрөй. 10Шаул заманында улар һағриҙар менән һуғыша һәм уларҙы ҡырып бөтөрә, шунан, Ғилғәдтең көнсығышын тотош биләп, сатырҙарҙа йәшәй башлай.Ғад нәҫеле
11Ғад нәҫелдәре рәүвәндәр ҡаршыһында Башанда Салхаға тиклемге ерҙәрҙә йәшәй. 12Йоил Башанда башлыҡ була, унан ҡала икенсе кеше – Шафам, уларҙан ҡала Яғнай менән Шафат була. 13Уларҙың ағай-энеһе, һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән: Михаил, Мешуллам, Шевағ, Йорай, Яғаҡан, Зияғ һәм Ғевәр – йәмғеһе етәү. 14Улар Авихаилдың улдары була. Авихаил үҙе – Хуриҙың улы, Хури – Яроахтың, Яроах – Ғилғәдтең улы, Ғилғәд – Михаилдың улы, Михаил – Йешишайҙың улы, Йешишай – Яхдоның улы, Яхдо – Буздың улы. 15Гуниҙан тыуған Ғавдиилдың улы Ахи үҙ нәҫеленең башлығы була. 16Ғадтар Ғилғәдта, Башанда һәм уның тирәһендәге ауылдарҙа, Шарон эргәһендәге бөтә көтөүлектәрҙе иң сигенә тиклем биләп йәшәй. 17Улар барыһы ла Йәһүҙә батшаһы Йоҫам менән Исраил батшаһы Яровғам заманында нәҫел исемлектәренә теркәлгән була. 18Рәүвән менән Ғад һәм Менашше ырыуының яртыһында ҡалҡан менән ҡылыс тотҡан, уҡтан атҡан һәм һуғыш һөнәрен белгән, яуға йөрөй торған ҡырҡ дүрт мең ете йөҙ алтмыш яугир ир була. 19Улар һағриҙар, Йетур, Нафиш, Нодав менән һуғыша. 20Алла ярҙамы менән һағриҙарҙы һәм улар менән булғандарҙың барыһын еңәләр. Исраилдар алыш барған мәлдә Аллаға мөрәжәғәт итә һәм Ул Үҙенә ышанғандарҙың ялбарыуын ишетә. 21Улар һағриҙарҙың көтөүҙәрен – илле мең дөйәне, ике йөҙ илле мең баш ваҡ малды, ике мең баш ишәкте ҡулға төшөрә, йәнә йөҙ мең кешене әсиргә ала. 22Бик күп дошман үлтерелә, сөнки был яу Алла ихтыяры менән була. Ғад нәҫеле, һөргөнгә ҡыуылғанға тиклем, һағриҙар ерендә ғүмер кисерә.Менашше ырыуының яртыһы
23Менашше ырыуының яртыһы Башандан Бәғел-Хермон һәм Сенирға, Хермон тауына тиклемге ерҙәрҙә йәшәй, улар бик ишле була. 24Бына уларҙың нәҫел башлыҡтары – Ғефәр, Ишғи, Әлиил, Ғазриил, Йермеяһ, Һодауъяһ, Яхдиил. Былар һәммәһе лә ҡаһарман яугирҙәр, абруйлы ирҙәр, үҙ нәҫелдәренең башлыҡтары була. 25Әммә улар ата-бабаларының Аллаһына хыянат итә, Алла уларҙың күҙ алдында һәләк иткән халыҡтарҙың илаһтарына табына башлай. 26Шул сәбәпле Исраил Аллаһы Ашшур батшаһы Пулда (йәғни Тиглат-Пиләсәрҙә) уларға ҡаршы һуғыш ҡомары уята, ә ул рәүвәндәр менән ғадтарҙы, Менашше ырыуының яртыһын Халахҡа, Хаворға һәм Һараға, шулай уҡ Гозан йылғаһы буйҙарына һөргөнгә ҡыуа. Улар әле лә шунда көн итә.
Copyright information for
BakIBT2023