‏ 1 Chronicles 7

Исасхар нәҫеле

1Исасхарҙың улдары дүртәү: Толағ, Пуа, Яшув һәм Шимрон. 2Толағтың улдары: Ғуззи, Рефаяһ, Йериил, Яхмай, Йивсам, Шемуил. Улар нәҫелдәрендә башлыҡ, ҡаһарман яугир була. Дауыт заманында Толағтың нәҫел шәжәрәләрендә яугир булып һаналғандар егерме ике мең алты йөҙгә етә. 3Ғуззиҙың улы: Израхъяһ. Израхъяһтың улдары: Михаил, Ғовадъяһ, Йоил, Йишшияһ. Бишеһе лә нәҫел башлығы була. 4Нәҫел шәжәрәләренә күрә һуғышҡа яраҡлы яугирҙәренең һаны утыҙ алты меңгә етә, сөнки уларҙың ҡатындары күп, улдары ишле була. 5Ә Исасхарҙың барлыҡ нәҫелдәре араһында нәҫел исемлектәренә индерелгән ҡаһарман яугирҙәр һаны һикһән ете мең була.

Бинйәмин нәҫеле

6Бинйәминдең улдары өсәү: Белағ, Бәхәр һәм Йедиғаил.

7Белағтың улдары: Әсбон, Ғуззи, Ғуззиил, Йеримоҫ һәм Ғири. Былар һәммәһе лә нәҫел башлыҡтары, ҡаһарман яугирҙәр. Нәҫел исемлектәрендә уларҙан егерме ике мең утыҙ дүрт кеше теркәлгән.

8Бәхәрҙең улдары: Земира, Йоғаш, Әлиғәзәр, Әлйоғынай, Ғомри, Йәремоҫ, Авияһ, Ғанаҫоҫ һәм Ғәләмәҫ. 9Уларҙың нәҫел исемлектәрендә, нәҫел башлыҡтарынан тыш, егерме мең ике йөҙ ҡаһарман яугир теркәлгән була.

10Йедиғаилдың улы: Билһан. Билһандың улдары: Йеғуш, Бинйәмин, Эһуд, Кенағана, Зеҫан, Таршиш һәм Ахишахар. 11Йедиғаилдың был балалары һәммәһе нәҫел башлыҡтары, ҡаһарман ирҙәр була. Уларҙың яу сабырлыҡ ун ете мең ике йөҙ кешеһе була. 12Ғирҙың улдары – Шуппим менән Хуппим; Ахерҙың улы – Хушим.

Нафтали нәҫеле

13Нафталиҙың улдары: Яхсиил, Гуни, Йесәр, Шаллум, улар – Билһаның балалары.

Менашше нәҫеле

14Менашшеның бер улы Асриил, уны арамиҙарҙан алған йәриәһе табып бирә. Был йәриәһенән шулай уҡ Ғилғәдтең атаһы Махир ҙа донъяға килә. 15Махир Хуппим менән Шуппимдың Мағаха исемле ҡыҙ ҡәрҙәшенә өйләнә. Икенсе улының исеме – Селофхад. Селофхадтан тик ҡыҙҙар тыуа. 16Махирҙың ҡатыны Мағаха, ир бала табып, уға Переш тип исем ҡуша, ә уның ҡустыһын Шереш тип атай. Шерештың улдары – Улам менән Рәҡәм, 17Уламдың Бедан исемле улы була. Менашше улы Махирҙан донъяға килгән Ғилғәдтең улдары бына шулар. 18Махирҙың ҡыҙ ҡәрҙәше Һаммоләхәҫ Ишһодты, Авиғәзәрҙе, Махланы табып бирә. 19Шемидағтың улдары: Ахйан, Шәхәм, Лиҡхи һәм Аниғам.

Әфраим нәҫеле

20Әфраимдың улы: Шуҫелах. Шуҫелахтың улы – Бәрәд, Бәрәдтең улы – Тахаҫ, Тахаҫтың улы – Әлғада, Әлғаданың улы – Тахаҫ, 21Тахаҫтың улы – Завад, Завадтың улдары – Шуҫелах, Ғезәр һәм Әлғад. Ғезәр менән Әлғад был ерҙә йәшәгән Ғаҫ кешеләренең көтөүҙәрен урларға тип килгәндәрендә, тегеләр уларҙы үлтерә. 22Аталары Әфраим бик оҙаҡ йәш түгә, туғандары килеп уны йыуатып йөрөй. 23Бер аҙҙан Әфраим ҡатыны менән йоҡлай, ҡатыны, ауырға ҡалып, ир бала табып бирә. Өйөндә бәхетһеҙлек булғанға күрә, Әфраим улына исемде Бериға
Бериға – йәһүд телендә «бәхетһеҙлек» тигән мәғәнәлә.
тип ҡуша.

24Уның Шәара исемле ҡыҙы ла була. Шәара Түбәнге һәм Үрге Бейт-Хорон, Уззен-Шәара ҡалаларын төҙөтә.

25Әфраимдың Рәфәх тигән улы була. Рәфәхтең – Рәшәф, Рәшәфтең – Телах, Телахтың – Тахан, 26Тахандың – Лағдан, Лағдандың – Ғаммиһуд, Ғаммиһудтың – Әлишамағ, 27Әлишамағтың Нун тигән улы була, Нундан Йушағ тыуа.

28Улар биләгән ерҙәр һәм йәшәгән төбәктәр: Бейт-Ил менән уның эргәһендәге ауылдар, көнсығышта Нағаран, көнбайышта Гәзәр менән уның тирәһендәге ауылдар; Шәхәм менән уның эргәһендәге ауылдар, эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ғаййаға тиклемге ерҙәр.

29Менашше ырыуы Бейт-Шеан, Тағанах, Мегиддо, Дор ҡалалары һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа төйәкләнгән була. Был ҡалаларҙа Исраил улы Йософтоң нәҫеле көн итә.

Ашер нәҫеле

30Ашерҙың улдары: Имна, Ишуа, Ишуи һәм Бериға. Уның Сәрах тигән ҡыҙы ла була. 31Бериғаның улдары: Хәвәр, Малкиил. Малкиил Бирзаиҫтың атаһы була. 32Хәвәрҙең Яфлет, Шомер, Хоҫам тигән улдары, Шуға исемле ҡыҙы донъяға килә. 33Яфлеттың улдары: Пасах, Бимһал һәм Ғашуаҫ. Былар – Яфлеттың улдары. 34Шәмәрҙең улдары: Ахи, Роһага, Хубба һәм Арам.

35Уның туғаны Һәләмдең улдары: Софах, Имна, Шелеш һәм Ғамал. 36Софахтың улдары: Суах, Харнәфәр, Шуғал, Бери, Имра, 37Бәсәр, Һод, Шамма, Шилша, Иҫран һәм Беера. 38Йәҫәрҙең улдары: Йефунне, Писпа һәм Ара. 39Ғулланың улдары: Арах, Ханниил, Рисъя.

40Былар барыһы ла – Ашер нәҫелдәре, улар үҙ нәҫелдәренең башлыҡтары, һайланма кешеләр, ҡаһармандар, төп етәкселәр. Уларҙың нәҫел исемлектәрендә һуғышҡа яраҡлы егерме алты мең кеше иҫәпләнә.

Copyright information for BakIBT2023