‏ 1 Chronicles 9

1Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы нәҫел исемлектәренә теркәлә, улар Исраил батшалары китабына индерелгән.

Һөргөндән Йәрүсәлимгә ҡайтыусылар

(Нөх 11:3-19)

Йәһүҙә халҡы Аллаға тоғро булмаған өсөн Бабилға һөрөлгән була.
2Беренсе булып үҙ биләмәләренә, ҡалаларына ябай исраилдар, шулай уҡ ҡаһиндар, левиҙәр һәм ҡорам хеҙмәтселәре әйләнеп ҡайта. 3Йәрүсәлимгә урынлашҡан ҡайһы бер йәһүҙи, бинйәмин, әфраим һәм менашшелар – түбәндәгеләр.

4Йәһүҙә улы Пәрәс тоҡомонан: Бани улы Имри, Имри улы Ғомри, Ғомри улы Ғаммиһуд, Ғаммиһуд улы Ғуҫай; 5Шела нәҫеленән: баш балаһы Ғасаяһ менән уның улдары; 6Зерах улдарынан Йеғуил һәм уның ағай-энеһе – барлығы алты йөҙ туҡһан кеше.

7Бинйәмин нәҫеленән: Һассенуаның улы Һодауъяһ, Һодауъяһтың улы Мешуллам, Мешулламдың улы Саллу; 8шулай уҡ Йерохам улы Йивнеяһ, Ғуззиҙың улы, Михриҙең ейәне Эла, Шефатъяһтың улы Мешуллам. Мешуллам Реғуилдың ейәне, Йивнияһтың бүләре. 9Уларҙың туған-тыумасаһы нәҫел шәжәрәләренә күрә туғыҙ йөҙ илле алты кеше. Был кешеләр барыһы ла үҙ ғаиләләренең башлығы була.

10Ә ҡаһиндарҙан: Йедағъяһ, Йеһоярив, Яхин, 11Алла йортонда мөдирлек иткән Ғазаръяһ Хилҡияһ улы, Хилҡияһ – Мешулламдың, Мешуллам – Садоҡтың, Садоҡ – Мерайоҫтың, Мерайоҫ Ахитувтың улы була. 12Шулай уҡ Ғадаяһ, ул – Йерохамдың улы, Йерохам – Пашхурҙың улы, Пашхур – Малкияһтың улы; Мағсай Ғәдиил улы, Ғәдиил – Йәхзәрәнең улы, Йәхзәрә – Мешулламдың улы, Мешуллам – Мешиллемиҫтең улы, Мешиллемиҫ – Иммерҙең улы. 13Йәнә уларҙың ағай-энеһе, нәҫел башлыҡтары – бер мең ете йөҙ алтмыш кеше – Алла йортонда хеҙмәт итер өсөн лайыҡлы кешеләр була.

14Ә левиҙәрҙән: Шемағъяһ Хашшув улы, Хашшув – Ғазриҡамдың улы, Ғазриҡам – Хашавъяһтың улы – Мерари нәҫеленән. 15Баҡбаҡҡар, Хәрәш, Галал, Миха улы Маттанъяһ, Миха – Зихриҙың, Зихри – Асафтың улы; 16Ғовадъяһ Шемағъяһ улы, Шемағъяһ – Галалдың, Галал – Йедуҫундың улы; Нетофа ауылдарында йәшәгән Бәрәхъяһ Аса улы, Аса – Әлҡананың улы.

17Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Ғаҡҡув, Талмон, Ахиман һәм уларҙың ағай-энеһе. Шаллум уларҙың башлығы була. 18Был ҡапҡа һаҡсыларының нәҫелдәре Батша ҡапҡаһы төбөндә әле лә һаҡта тора. Уларҙың ата-бабалары левиҙәр тупламында һаҡсылар булған.

19Ҡореҙың улы, Әвьясафтың ейәне, Ҡорахтың бүләһе булған Шаллум һәм уның ағай-энеһе, ҡорахтар, үҙҙәренең вазифаһы буйынса Осрашыу сатыры тупһаһын һаҡлай. Әүәл уларҙың ата-бабалары Раббы тупламына инә торған урынды һаҡлап торған булған. 20Әүәл Пинхас Әлғазар улы улар өҫтөнән башлыҡ була һәм Раббы уны ҡурсалап йөрөтә. 21Мешәләмьяһ улы Зәкәрьяһ Осрашыу сатырына ингән ерҙе ҡарауыллай. 22Ҡапҡа һағына бөтәһе ике йөҙ ун ике кеше һайлап алынған була. Улар ауыл-ауыл булып нәҫел исемлектәренә ингән. Уларҙы был яуаплы хеҙмәткә Дауыт менән Шемуил әүлиә тәғәйенләгән. 23Был кешеләр ҙә, уларҙың нәҫелдәре лә Раббы йорто ҡапҡаларын – Изге сатырҙың ишеген һаҡлай.

24Ҡапҡа һаҡсылары дүрт яҡтан тора: көнсығышта, көнбайышта, төньяҡта, көньяҡта. 25Уларҙың үҙҙәренең ауылдарындағы туғандары тәғәйен ваҡытта етешәр көнгә улар янына хеҙмәткә килеп йөрөй. 26Левиҙәрҙән дүрт баш һаҡсы бик яуаплы вазифа башҡара, Раббы йорто бүлмәләрен һәм хазиналарын һаҡлай. 27Алла йортон ҡарауыллау һәм иртәнсәк уның ишектәрен асыу уларға йөкмәтелгән булғанлыҡтан, улар төндө Алла йорто янында үткәрә. 28Берәүҙәре Алла йортонда ғибәҙәт ҡылыу өсөн кәрәкле һауыт-һаба өсөн яуаплы була, улар һауыттарҙы һанап бирә һәм һанап ҡабул итә. 29Икенселәренә йыһаздар, изге торлаҡтағы башҡа кәрәк-яраҡ, иң яҡшы он, шарап һәм зәйтүн майы, ладан һәм хуш еҫле матдәләр өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. 30Әммә хуш еҫле матдәләрҙән ыҫмала-майҙар әҙерләү менән ҡаһиндар нәҫеленә ҡарағандар шөғөлләнә.

31Левиҙәрҙең береһе – Ҡорах нәҫеленән булған Шаллумдың баш балаһы Маттиҫъяһҡа таба икмәге бешереү йөкмәтелә. 32Уларҙың ҡайһы бер ағай-энеһенә шәмбе һайын ҡуйыла торған изге икмәкте хәстәрләү йөкмәтелә.

33Йырсы хеҙмәтендәге левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары ҡорамдағы бүлмәләрҙә йәшәй һәм, көнө-төнө үҙҙәренең төп вазифаларын башҡарғанға күрә, уларға башҡа төрлө эштәр ҡушылмай.

34Былар нәҫел шәжәрәләренә күрә левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары була һәм Йәрүсәлимдә йәшәй.

Шаул батшаның шәжәрәһе

(1 Йыл 8:29-38)

35Ғивғондың атаһы Йеғиил Ғивғонда йәшәй һәм ҡатынының исеме Мағаха була. 36Йеғиилдың баш балаһы – Ғавдон, башҡалары – Сур, Ҡиш, Бәғел, Нер, Надав, 37Гедор, Ахйо, Зәкәрьяһ һәм Миҡлоҫ. 38Миҡлоҫ – Шимеамдың атаһы. Улар ағай-энеһе менән бергә ҡәрҙәштәре эргәһендә Йәрүсәлимдә йәшәй. 39Нерҙың улы – Ҡиш, Ҡиштың улы – Шаул, Шаулдың улдары – Йонаҫан, Малкишуағ, Авинадав һәм Әшбәғел.

40Йонаҫандың улы – Мерив-Бәғел, Мерив-Бәғелдең улы – Миха. 41Миханың улдары: Пиҫон, Мәләх, Тахреағ һәм Ахаз. 42Ахаздың Яғра исемле улы тыуа. Яғраның – Ғәләмәҫ, Ғазмауыҫ, Зимри, Зимриҙең Моса тигән улдары донъяға килә. 43Моса – Бинғаның атаһы. Бинға – Рефаяһтың, Рефаяһ – Әлғасаның, Әлғаса – Аселдең атаһы.

44Аселдең Ғазриҡам, Бохру, Исмәғил, Шеғаръяһ, Ғовадъяһ, Ханан исемле алты улы була. Былар – Аселдең улдары.

Copyright information for BakIBT2023