‏ 1 Kings 15

Йәһүҙә батшаһы Авиям

(2 Йыл 13:1-2, 22–14:1)

1Яровғам Неват улы Исраилға ун һигеҙенсе йыл батшалыҡ иткәндә, Йәһүҙә тәхетенә Авиям ултырҙы. 2Ул Йәрүсәлимдә өс йыл батша булды. Әсәһе – Авшаломдың ҡыҙы Мағаха.

3Авиям атаһының яман юлын ҡыуҙы, ул ҡылған гонаһтарҙы ҡабатланы. Авиям үҙенең Аллаһы Раббыға бөтөн булмышы менән тоғро булған олатаһы Дауыт һымаҡ түгел ине. 4Шуға ҡарамаҫтан, Дауыт хаҡына Аллаһы Раббы Авиямдан һуң уның улын тәхеткә ултыртты. Шулай итеп, Йәрүсәлимде имен ҡылды, был ҡалала Дауыттың шәмен һүндермәне. 5Сөнки, хитти Урияһҡа ҡарата булған ҡылығын һанамағанда, Дауыт ғүмеренең ахырына тиклем Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр эшләне, Раббының ҡушҡандарынан тайпылманы.

6Рехавғам менән Яровғам араһында барған һуғыш Авиям тәхеткә ултырғандан һуң да туҡтаманы. 7Авиямдың ҡалған ғәмәлдәре барыһы ла «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Авиям менән Яровғам араһында һуғыш дауам итте. 8Авиям үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде. Уның урынына улы Аса батша булды.

Йәһүҙә батшаһы Аса

(2 Йыл 14:2-3; 15:16–16:6, 11-14)

9Аса Йәһүҙә тәхетенә Яровғам Исраилға егерменсе йыл батшалыҡ иткәндә ултырҙы. 10Ул Йәрүсәлимдә ҡырыҡ йыл буйы батша булды. Өләсәһе Авшалом ҡыҙы Мағаха ине. 11Аса, Дауыт кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. 12Ул боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән барлыҡ ир фәхешселәрҙе илдән ҡыуҙы. Ата-бабалары яһатҡан боттарҙы алып ташланы. 13Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итте һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы. 14Табыныу ҡалҡыулыҡтары һаман элеккесә ҡала бирҙе, шулай ҙа Асаның йөрәге бөтә ғүмере буйы Раббыға тоғро булды. 15Атаһы һәм үҙе Раббыға бағышланған алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Раббы йортона тапшырҙы.

16Аса менән Исраил батшаһы Бағша ғүмер буйы үҙ-ара һуғышты. 17Бер мәл Исраил батшаһы Бағша Йәһүҙәгә һөжүм итте һәм, бер кем дә Йәһүҙә батшаһы Аса биләмәһенән сыға ла, унда инә лә алмаһын өсөн, Рама ҡәлғәһен нығытырға тотондо.

18Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты:

19«Минең менән һинең арала минең атайым менән һинең атайың араһындағы кеүек килешеү булһын. Бына мин һиңә бүләккә алтын-көмөш ебәрәм. Ә һин Исраил батшаһы Бағша менән төҙөгән килешеүеңде өҙ, ул ғәскәрҙәрен минең ерҙәремдән сығарһын».

20Бен-Һадад Асаның тәҡдимен тыңланы һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрҙе. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Бейт-Мағаха ҡалаларын, бөтә Киннереҫте, Нафтали ерен баҫып алды. 21Был хаҡта ишеткәс, Бағша Раманы нығытыуҙан туҡтап, Тирсаға әйләнеп ҡайтты. 22Аса батша оран һалып, бер кемде лә ҡалдырмайынса, барса йәһүҙиҙәрҙе алып килде лә Бағша төҙөлөштә файҙаланған таштарҙы, бүрәнәләрҙе Раманан ташытып бөтөрҙө һәм улар менән Миспа, Бинйәмин биләмәһендәге Гевағ ҡалаларын нығытты.

23Асаның барлыҡ ғәмәлдәре, батырлыҡтары, ул төҙөгән ҡалалар «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Өлкәнәйгәс, Аса аяҡтары ауыртыуҙан яфаланды. 24Аса вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында аталары янына ерләнде. Урынына улы Йеһошафат тәхеткә ултырҙы.

Исраил батшаһы Надав

25Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Исраил тәхетенә Надав Яровғам улы ултырҙы һәм ике йыл батша булды. 26Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған атаһының юлынан китте.

27Надав ғәскәре менән пелештиҙәрҙең Гиббеҫон ҡалаһын ҡамауҙа тота ине. Шул саҡта Исасхар ырыуынан Бағша Ахияһ улы Надавҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм уны Гиббеҫонда үлтерҙе. 28Был Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында булды. Надавты үлтергәндән һуң, Бағша Исраил тәхетенә ултырҙы.

29Батша булыр-булмаҫтан, Бағша Яровғамдың бөтә ғаиләһен ҡырып бөтөрҙө – Яровғамдың нәҫелен тотош юҡ итте, бер кемде лә иҫән ҡалдырманы. Раббының Шилола ҡоло Ахияһ аша әйткән һүҙҙәре бына шулай бойомға ашты. 30Былар барыһы ла Яровғамдың гонаһтары һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн булды. Исраил Аллаһы Раббының уға асыуы бик ҡаты ине.

31Надавтың башҡа бөтә ғәмәлдәре «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. 32Аса менән Исраил батшаһы Бағша ғүмер буйы үҙ-ара һуғышып йәшәне.

Исраил батшаһы Бағша

33Йәһүҙә батшаһы Асаның өсөнсө йылында Ахияһ улы Бағша Тирсала Исраилға батша булды һәм егерме дүрт йыл тәхеттә ултырҙы. 34Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған Яровғамдың юлынан китте.

Copyright information for BakIBT2023