1 Kings 15:1-7
Йәһүҙә батшаһы Авиям
(2 Йыл 13:1-2, 22–14:1)
1Яровғам Неват улы Исраилға ун һигеҙенсе йыл батшалыҡ иткәндә, Йәһүҙә тәхетенә Авиям ултырҙы. 2Ул Йәрүсәлимдә өс йыл батша булды. Әсәһе – Авшаломдың ҡыҙы Мағаха. 3Авиям атаһының яман юлын ҡыуҙы, ул ҡылған гонаһтарҙы ҡабатланы. Авиям үҙенең Аллаһы Раббыға бөтөн булмышы менән тоғро булған олатаһы Дауыт һымаҡ түгел ине. 4Шуға ҡарамаҫтан, Дауыт хаҡына Аллаһы Раббы Авиямдан һуң уның улын тәхеткә ултыртты. Шулай итеп, Йәрүсәлимде имен ҡылды, был ҡалала Дауыттың шәмен һүндермәне. 5Сөнки, хитти Урияһҡа ҡарата булған ҡылығын һанамағанда, Дауыт ғүмеренең ахырына тиклем Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр эшләне, Раббының ҡушҡандарынан тайпылманы. 6Рехавғам менән Яровғам араһында барған һуғыш Авиям тәхеткә ултырғандан һуң да туҡтаманы. 7Авиямдың ҡалған ғәмәлдәре барыһы ла «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Авиям менән Яровғам араһында һуғыш дауам итте.
Copyright information for
BakIBT2023