1 Kings 15:13-16
13Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итте һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы. 14Табыныу ҡалҡыулыҡтары һаман элеккесә ҡала бирҙе, шулай ҙа Асаның йөрәге бөтә ғүмере буйы Раббыға тоғро булды. 15Атаһы һәм үҙе Раббыға бағышланған алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Раббы йортона тапшырҙы. 16Аса менән Исраил батшаһы Бағша ғүмер буйы үҙ-ара һуғышты.
Copyright information for
BakIBT2023