‏ 1 Kings 15:8-12

8Авиям үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде. Уның урынына улы Аса батша булды.

Йәһүҙә батшаһы Аса

(2 Йыл 14:2-3; 15:16–16:6, 11-14)

9Аса Йәһүҙә тәхетенә Яровғам Исраилға егерменсе йыл батшалыҡ иткәндә ултырҙы. 10Ул Йәрүсәлимдә ҡырыҡ йыл буйы батша булды. Өләсәһе Авшалом ҡыҙы Мағаха ине. 11Аса, Дауыт кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. 12Ул боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән барлыҡ ир фәхешселәрҙе илдән ҡыуҙы. Ата-бабалары яһатҡан боттарҙы алып ташланы.
Copyright information for BakIBT2023