‏ 1 Kings 4

Сөләймәндең ярандары

1Сөләймән бөтә Исраилға батшалыҡ итте. 2Уның ярандары ошолар ине: Ғазаръяһ Садоҡ улы – ҡаһин; 3Шиша улдары Әлихореф менән Ахияһ – кәтиптәр; Йеһошафат Ахилуд улы – дәүләттең йылъяҙмасыһы; 4Бенаяһ Йеһоядағ улы – ғәскәр башлығы; Садоҡ менән Әвйәҫәр – ҡаһиндар; 5Ғазаръяһ Наҫан улы – өлкә башлыҡтары етәксеһе; Завуд Наҫан улы – ҡаһин һәм батшаның кәңәшсеһе; 6Ахишар – батша һарайы идарасыһы; Адонирам Ғавда улы – мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе.

7Исраилдың бөтә төбәктәрендә Сөләймәндең ун ике өлкә башлығы бар ине. Улар батшаға һәм уның һарайына аҙыҡ-түлек килтерә торғайны. Һәр ҡайһыһы йылына бер ай буйы һарайҙы ризыҡ менән тәьмин итергә тейеш ине. 8Бына уларҙың исемдәре: Бен-Хур – Әфраим таулығында; 9Бен-Дәҡәр – Маҡаста, Шағалвимда, Бейт-Шәмәштә, Элон-Бейт-Хананда; 10Бен-Хәсәд – Аруббоҫта, Сохо менән бөтә Хефәр ере уныҡы ине. 11Сөләймәндең ҡыҙы Тафаҫҡа өйләнгән Бен-Авинадав – бөтә Нафаҫ-Дорҙа; 12Бағана Ахилуд улы – Тағанах, Мегиддо, Изреғилдән түбәнерәк урынлашҡан Сареҫан янындағы бөтә Бейт-Шеан, Бейт-Шеандан Авел-Мехола һәм хатта Йоҡмеғамдың аръяғына тиклем һуҙылған өлкәлә; 13Бен-Гәвәр – Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһында, шулай уҡ Ғилғәд өлкәһендә Менашше улы Яир ауылдары, Башан өлкәһендәге Аргов төбәге, диуар менән уратылған һәм баҡыр биктәр менән йоҙаҡланған алтмыш ҙур ҡала ла уның ҡарамағында ине. 14Ахинадав Ғыддо улы – Маханаимда; 15Сөләймәндең ҡыҙы Басмаҫҡа өйләнгән Ахимағас – Нафталиҙа; 16Бағана Хушай улы – Ашерҙа һәм Беғалоҫта; 17Йеһошафат Паруах улы Исасхарҙа; 18Шимғи Эла улы – Бинйәмин ерендә; 19Гевер Ури улы Ғилғәдтә, әмөриҙәр батшаһы Сихондың, Башан батшаһы Ғоғтың ерҙәрендә идарасы булды. Йәһүҙәнең үҙендә өлкә башлығы бар ине.

Сөләймән батшалығының сәскә атыуы

20Йәһүҙә менән Исраил халҡы диңгеҙ ярындағы ҡом кеүек күп ине. Улар ашаны, эсте, күңел асты һәм бик бәхетле йәшәне.

21Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне.

22Көн һайын Сөләймәндең һарайына утыҙ кор
Кор – ашлыҡ үлсәү берәмеге, 220 литр.
ваҡ ҡына итеп тарттырылған яҡшы он, алтмыш кор эре тарттырылған он,
23махсус һимертелгән ун башмаҡ, көтөүҙә йөрөгән егерме башмаҡ, йөҙ һарыҡ һәм быларҙан тыш болан, ғәзәл, сайғаҡ, һимертелгән ҡош-ҡорт кәрәк ине. 24Сөләймән Тифсахтан Газаға тиклем, Евфрат йылғаһының көнбайышында ятҡан бөтә батшалыҡтарға идара итте. Һәр тарафта тыныслыҡ булды. 25Уның заманында Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем булған Йәһүҙә һәм Исраилда һәр кем үҙенең йөҙөм һәм инжир ағастары аҫтында рәхәтләнеп етеш йәшәне.

26Сөләймәндең арбаға егә торған аттары өсөн ҡырҡ мең аҙбары һәм ун ике мең һыбайлыһы бар ине. 27Ун ике өлкә башлығының һәр береһе билдәле бер айҙа Сөләймән батшаны һәм уның менән табындаш булғандарҙың барыһын һәр төрлө ризыҡ-әүҡәт менән тәьмин итте. Һис бер нәмәлә наҡыҫлыҡ булманы. 28Ун ике түрәнең һәр ҡайһыһы, үҙенә бирелгән бойороҡ буйынса, тәғәйен урынға екке аттары һәм саптар аттар өсөн арпа менән һалам килтереп торҙо.

Сөләймәндең сикһеҙ зирәклеге

29Алла Сөләймәнгә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле икһеҙ-сикһеҙ зирәклек, тәрән аҡыл һәм күп белем бирҙе. 30Ул көнсығыштағы һәм Мысырҙағы барлыҡ аҡыл эйәләренән дә аҡыллыраҡ ине. 31Зирәклеге менән бөтә кешеләрҙән, хатта Әзрах нәҫеленән булған Эҫандан, Махолдың Һеман, Калкол һәм Дардағ тигән өс улынан да өҫтөнөрәк ине; уның исеме эргә-тирәләге халыҡтар араһында танылыу алды. 32Сөләймән өс мең мәҡәл яҙып ҡалдырҙы, мең дә биш йыр сығарҙы. 33Ул Ливандағы кедр ағасынан алып таш ҡоймала үҫеп сыҡҡан майағасҡа тиклем һәр үҫемлек хаҡында, йәнлектәр, ҡоштар, һөйрәлеүселәр, балыҡтар тураһында һөйләй ала торғайны. 34Донъялағы бөтә батшалар, Сөләймәндең зирәклеген ишетеп, уның аҡыллы һүҙҙәрен тыңларға кешеләр ебәрә торған булды.

Copyright information for BakIBT2023