1 Kings 6
Ҡорам төҙөлөшө
(2 Йыл 3:1-14)
1Исраил халҡының Мысырҙан сығыуына дүрт йөҙ һикһән йыл үткәндән һуң, Сөләймән батша, тәхеткә ултырыуының дүртенсе йылында, йылдың икенсе зив айында Раббы ҡорамын һалдыра башланы. 2Раббыға бағышланған был ҡорамдың буйы – алтмыш, иңе – егерме, ә бейеклеге утыҙ терһәк ине. 3Ҡорам залының алғы яғындағы айуандың ▼▼ Айуан – ҡорамға ингән урында алғы бүлмә.
иңе – ун терһәк, ә буйы, тотош ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк тәшкил итте. 4Сөләймән ҡорамға уйымы эске яҡтан киң булып, тышҡа табан тарайған рәшәткәле тәҙрәләр эшләтте. 5Ҡорамдың диуарын әйләндереп төкәтмә төҙөттө – ҙур зал һәм эске бүлмә тирәләй төкәтмә бүлмәләр эшләтте. 6Өс ҡатлы был төкәтмәнең түбәнге ҡатының иңе – биш, икенсе ҡатының – алты, ә өсөнсө ҡатының ете терһәк ине. Төкәтмәнең тотоп тороусы бурсалары ҡорамдың диуарына кереп тормаһын өсөн, ҡорамдың диуары тышҡы яҡтан сығынтылы итеп төҙөлдө. 7Ҡорам төҙөлөшөндә ҡулланылған таштарҙы сығарылған урынында уҡ юнып килтерҙеләр. Төҙөлөш барышында ҡорамдың үҙендә сүкеш һәм балта кеүек бер ниндәй ҙә тимер ҡоралдың тауышы сыҡманы. 8Түбәнге ҡатҡа инә торған ишек ҡорамдың көньяғында ине. Түңәрәк баҫҡыстар буйлап – урта, унан юғары ҡатҡа күтәрелергә кәрәк ине. 9Сөләймән ҡорамды һалдырып бөттө. Ҡорамдың ҡыйығын ҡырлы бүрәнәләр һәм кедр таҡталар менән яптырҙы. 10Ҡорамдың тышҡы яғынан эшләнгән өс ҡатлы һәм һәр ҡаты биш терһәк бейеклегендә булған төкәтмә ҡорамға кедр бүрәнәләр менән беркетелгәйне. 11Сөләймәнгә Раббы һүҙе булды: 12– Бына һин ҡорам төҙөйһөң. Минең ҡанундарымды тотоп, ҡағиҙәләрем буйынса йәшәһәң, бойороҡтарымды үтәһәң, атайың Дауытҡа биргән вәғәҙәмде һинең аша бойомға ашырырмын. 13Мин халҡым Исраил араһында йәшәрмен, уларҙы бер ваҡытта ла ташламам. 14Сөләймән ҡорамды төҙөп бөттө. 15Ҡорамдың диуарҙары эске яҡта иҙәндән түшәм өрлөгөнә ҡәҙәр кедр таҡталар менән көпләнде. Иҙәненә кипарис таҡта түшәлде. 16Ҡорамдың артҡы яғында, ҡырыйҙан егерме терһәк эскәрәк индереп, иҙәндән түшәмгә тиклем кедр таҡталарҙан диуар эшләтеп, бер эске бүлмә яһатты, был бүлмә Иң мөҡәддәс урын булды. 17Иң мөҡәддәс урын алдында урынлашҡан ҡорам залының буйы ҡырҡ терһәк ине. 18Таштар күренеп тормаһын өсөн, ҡорамдың эсе ашҡабаҡ һәм сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәлгән кедр таҡталар менән ҡапланды. 19Ҡорамдың эске бүлмәһе Раббының Килешеү һандығын ҡуйыу өсөн әҙерләнде. 20Был бүлмәнең буйы, иңе һәм бейеклеге егермешәр терһәк ине. Сөләймән бүлмәне эстән саф алтын менән ҡаплатты. Кедр ағасынан яһалған ҡорбан усағын да алтын менән көпләтте. 21Ҡорамдың эсе саф алтын менән көпләнде. Алтын менән көпләнгән эске бүлмәгә инә торған ерҙә арҡырыға алтын сылбырҙар аҫылды. 22Сөләймән ҡорамдың эсен тотошлай алтын менән көпләтте. Эске бүлмәнең ҡорбан усағы ла алтын менән көпләнде. 23Эске бүлмәгә ҡуйыу өсөн зәйтүн ағасынан ике кируб һыны яһатты. Уларҙың һәр береһенең бейеклеге ун терһәк ине. 24Кирубтарҙың ҡанаттары биш терһәк ине. Ҡанаттарҙың бер осонан икенсе осона тиклем ун терһәк тәшкил итә ине. 25Ике кирубтың да ҙурлығы һәм рәүеше бер ине. 26Икеһенең дә бейеклеге ун терһәк ине. 27Сөләймән кирубтарҙы ҡорамдың төпкө өлөшөнә урынлаштырҙы. Кирубтарҙың береһенең асыҡ ҡанаты бер диуарға, икенсеһенеке икенсе яҡтағы диуарға, икенсе ҡанаттары бүлмә уртаһында бер-береһенә тейеп тора ине. 28Сөләймән кирубтарҙы ла алтын менән ҡаплатты. 29Ҡорам диуарҙарының барыһы ла, эске бүлмәләр ҙә, тышҡы бүлмәләр ҙә кируб һындары, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлде. 30Эске һәм тышҡы бүлмәләрҙең иҙәне алтын менән ҡапланды. 31Эске бүлмәгә инер өсөн зәйтүн ағасынан ишектәр яһатты. Уның яңаҡтары биш мөйөшлө итеп эшләтте. 32Зәйтүн ағасынан яһалған ишектәрҙең ике яғы ла кируб, хөрмә ағасы, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлгәйне. Кирубтар менән хөрмә ағастарын алтын менән ҡаплатты. 33Ҡорам залына ингән ерҙә лә ишек яңаҡтарын дүрт мөйөшлө итеп зәйтүн ағасынан эшләтте. 34Ике ишек кипарис ағасынан яһалды. Улар ике ҡанатлы булып, шылдырып ябылмалы ине. 35Уларҙы ла кируб, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәтте һәм һырҙарын алтын менән ҡаплатты. 36Эске ихата өс ҡаты юнылған таштан һәм бер ҡаты кедр бүрәнәләренән эшләнгән ҡойма менән уратып алынды. 37Сөләймән Раббы ҡорамының нигеҙен батшалыҡ итеүенең дүртенсе йылында зив айында һалдырғайны. 38Ун беренсе йылдың һигеҙенсе айы – бул айында, ҡорам алдан нисек уйланылған булһа, шул рәүешле тотош эшләнеп бөттө. Шулай итеп, Сөләймән уны ете йыл буйына төҙөнө.
Copyright information for
BakIBT2023