1 Kings 13
Йәһүҙәнән килгән Алла бәндәһе
1Яровғам хуш еҫ төтәтмәк булып ҡорбан усағы янында торған саҡта, бер Алла бәндәһе Раббы ҡушыуы буйынса Йәһүҙәнән Бейт-Илгә килде. 2Ул Раббы бойороғо буйынса ҡорбан усағына: – Эй усаҡ, усаҡ! Раббы былай ти: «Дауыт нәҫелендә Йошияһ исемле бер ир бала тыуыр. Ул әле һиндә хуш еҫ төтәткән, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙың үҙҙәрен һинең өҫтөңдә ҡорбанға килтерер һәм һиндә кеше һөйәктәре яндырылыр», – тип белдерҙе. 3Ошо көндө Алла бәндәһе үҙенең һүҙҙәрен билдә менән раҫлап былай тине: – Был һүҙҙәрҙең Раббы тарафынан әйтелеүенең билдәһе шул булыр: ҡорбан усағы сатнар һәм эсендәге көлө ергә түгелер. 4Яровғам батша Алла бәндәһенең Бейт-Илдә ҡорбан усағы хаҡында әйткәндәрен ишетеп, ҡулын ҡорбан усағынан алып уға табан һуҙҙы ла: – Тотоғоҙ уны! – тип бойорҙо. Шул саҡ уның Алла бәндәһенә һуҙылған ҡулы ҡатып ҡалды, кире бөгөлмәне. 5Тап шул мәлдә Раббының Алла бәндәһе аша әйткән һүҙҙәре бойомға ашты: ҡорбан усағы сатнаны һәм көлө ергә түгелде. 6Яровғам батша Алла бәндәһенә: – Зинһар тип әйтәм, минең өсөн доға ҡыл. Аллаң Раббынан һора, ҡулым элекке хәленә ҡайтһын, – тип ялынды. Алла бәндәһе доға ҡылғайны, батшаның ҡулы әүәлге хәленә килеп, бөгә ала башланы. 7– Әйҙә минең өйөмә барайыҡ, тамағыңа ашарһың, – тине батша Алла бәндәһенә. – Һиңә бүләк бирермен. 8– Хатта ярты батшалығыңды бирәм тиһәң дә бармайым, был ерҙә икмәк тә ашамайым, һыу ҙа эсмәйем, – тип яуапланы Алла бәндәһе. – 9Сөнки Раббы миңә: «Унда икмәк ашама, һыу эсмә, барған юлыңдан ҡайтма», – тип бойорҙо. 10Шулай тигәндән һуң, Алла бәндәһе Бейт-Илгә килгән юлынан түгел, икенсе яҡтан китеп барҙы. 11Ул осорҙа Бейт-Илдә өлкән йәштәге бер пәйғәмбәр йәшәй ине. Уның улдары ҡайтып атаһына Алла бәндәһенең ул көндө Бейт-Илдә нимә эшләгәнен, батшаға әйткән һүҙҙәрен бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. 12– Ул ҡайһы юлдан китте? – тип һораны аталары. Улдары Йәһүҙәнән килгән Алла бәндәһе киткән юлды күрһәтте. 13– Ишәгемде эйәрләгеҙ! – тине ул улдарына. Ишәген эйәрләп менеп, 14Алла бәндәһе артынан китте. Уны юл буйындағы имән ағасы аҫтында ултырған сағында ҡыуып етте. – Йәһүҙәнән килгән Алла бәндәһе һин булаһыңмы? – тип һораны. – Мин булам, – тип яуапланы тегеһе. 15– Әйҙә өйөмә барайыҡ, тамағыңа ашап алырһың, – тине пәйғәмбәр. 16– Юҡ, мин һинең менән кире бара, өйөңә инә алмайым, – тине Алла бәндәһе. – Бында һинең менән бергә икмәгеңде ашай, һыуыңды эсә алмайым. 17Сөнки Раббы миңә: «Унда икмәк ашама, һыу эсмә, барған юлыңдан ҡайтма», – тип бойорҙо. 18Быға ҡаршы ҡарт: – Мин дә һинең кеүек пәйғәмбәрмен, – тип яуапланы. – Фәрештә миңә Раббының ошо һүҙҙәрен еткерҙе: «Уны өйөңә алып ҡайт, тамағына ашаһын, һыу эсһен», – тине. Ул шулай тип алданы. 19Ә Алла бәндәһе кире боролоп уның өйөнә барҙы, икмәк ашаны, һыу эсте. 20Улар табын артында ултырған саҡта Алла бәндәһен юлынан борған пәйғәмбәргә Раббы һүҙе иңде. 21Ул Йәһүҙәнән килгән Алла бәндәһенә былай тип белдерҙе: – Раббы былай ти: «Раббының әйткәнен тыңламаның, Аллаң Раббының бойороғон үтәмәнең. 22Кире боролдоң, Мин һиңә икмәк ашама, һыу эсмә, тип әйткән ерҙә тәғәм йыйҙың. Шуға күрә мәйетең ата-бабаларыңдың төрбәһенә дәфен ҡылынмаясаҡ». 23Ашап-эскәндән һуң, ҡарт пәйғәмбәр Алла бәндәһенә ишәген эйәрләп бирҙе. 24Юлда китеп барғанда Алла бәндәһенең ҡаршыһына бер арыҫлан килеп сыҡты ла уны үлтерҙе. Ерҙә ятҡан мәйетенең бер яғында ишәк, икенсе яғында арыҫлан баҫып тора ине. 25Юлдан үтеп барған кешеләр ерҙә ятҡан мәйетте һәм уның янында торған арыҫланды күреп, ҡарт пәйғәмбәр йәшәгән ҡалаға барып һөйләне. 26Алла бәндәһен юлынан кире борған пәйғәмбәр был хаҡта ишетеп: – Раббының әйткәнен тотмаған Алла бәндәһе ул, – тине. – Шуның өсөн Раббы уға ҡаршы арыҫлан ебәргән һәм арыҫлан уны талап үлтергән. Шулай итеп Раббының әйткән һүҙе бойомға ашты. 27Шунан ул улдарына ишәк эйәрләргә ҡушты. Әҙер булғас, ишәккә 28менде лә мәйетте эҙләп китте. Ишәк менән арыҫлан һаман да Алла бәндәһенең кәүҙәһе янында баҫып тора, арыҫлан мәйетте лә ашамаған, ишәккә лә ҡағылмаған ине. 29Пәйғәмбәр Алла бәндәһенең мәйетен ишәгенең арҡаһына артмаҡланы ла, уның өсөн йәш түгер һәм ерләр өсөн, ҡалаға алып ҡайтты. 30Мәйетте үҙенең төрбәһенә дәфен ҡылды. – Эй туғаным, – тип уны йәлләп иланы. 31Алла бәндәһен дәфен ҡылғандан һуң, улдарына: – Үлгәндән һуң, мине лә Алла бәндәһе янына ҡуйығыҙ, һөйәктәре эргәһенә минең һөйәктәремде лә һалығыҙ, – тине. – 32Сөнки уның Бейт-Илдәге ҡорбан усағына һәм Самария ҡалаларындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы ғибәҙәтханаларға ҡаршы Раббы бойороғо буйынса әйткәндәренең барыһы ла бойомға ашасаҡ.Яровғамдың ҙур гонаһы
33Ошо ваҡиғаларҙан һуң да Яровғам яман юлын ташламаны. Һаман халыҡ араһынан кемде тура килә, шуны табыныу ҡалҡыулыҡтарына ҡаһин итеп бағышлауын дауам итте: кем теләй, шул ҡаһин булып китте. 34Был гонаһ Яровғам йортон һәләкәткә килтереүгә, нәҫелен ер йөҙөнән ҡоротоуға сәбәп булды.
Copyright information for
BakIBT2023