‏ 1 Kings 21

Навоҫтың йөҙөм баҡсаһы

1Әлеге ваҡиғаларҙан һуң бына ниндәй хәлдәр булды. Изреғилдә Самария батшаһы Ахавтың һарайы эргәһендә ошо ҡаланан Навоҫ тигән кешенең йөҙөм баҡсаһы бар ине.

2Бер көн Ахав Навоҫҡа:

– Йөҙөм баҡсаңды миңә бир. Ул минең һарайыма бик яҡын, шуға күрә уны йәшелсә баҡсаһы итер инем. Урынына һиңә унан да яҡшыраҡ йөҙөм баҡсаһы бирәм, теләһәң, көмөш менән түләйем, – тип тәҡдим итте.

3Әммә Навоҫ:

– Алла һаҡлаһын! Нисек мин аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирәйем? – тип яуап ҡайтарҙы.

4Изреғилле Навоҫтың: «Аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирмәйем», – тигәненә Ахавтың ныҡ йәне көйҙө. Өйөнә кәйефе боҙолоп ҡайтып инде лә, ашамай-эсмәй, түшәгенә барып ятты.

5Ҡатыны Изевел уның янына килеп:

– Нимәгә шул тиклем эсең боша, хатта тамағыңа ла ашаманың? – тип һораны.

6– Изреғилле Навоҫҡа: «Йөҙөм баҡсаңды миңә һат, көмөш бирермен, йәки, теләһәң, уның урынына баҡса бирермен», – тигәйнем, «Йөҙөм баҡсамды һиңә бирмәйем», – тип яуап бирҙе, – тине Ахав.

7– Һин Исраилда батша түгелме ни? – тине Изевел. – Тор, тамағыңа аша. Борсолма, Навоҫтың баҡсаһын мин һиңә үҙем алып бирәм.

8Изевел Ахав исеменән хаттар яҙҙы ла, уның мисәтен ҡуйып, Навоҫ йәшәгән ҡаланың аҡһаҡалдарына һәм күренекле кешеләренә ебәрҙе. 9Хаттарға былай тип яҙылғайны:

«Ураҙа иғлан итегеҙ, халыҡты йыйығыҙ ҙа Навоҫты иң түргә ултыртығыҙ.
10Ике йүнһеҙ кешене уның ҡаршыһына ултыртығыҙ ҙа улар: „Навоҫ Алла менән батшаны хурланы“, – тип уға ҡаршы шаһитлыҡ ҡылһын. Шунан һуң уны тышҡа алып сығып, таш бәреп үлтерегеҙ».

11Навоҫ йәшәгән ҡаланың аҡһаҡалдары менән күренекле кешеләре Изевел нисек яҙған, шулай эшләне. 12Ураҙа иғлан ителде. Навоҫты халыҡ алдына түргә ултырттылар. 13Унан ике йүнһеҙ әҙәм килеп, Навоҫтың ҡаршыһына ултырҙы ла:

– Навоҫ Алла менән батшаны хурланы, – тип шаһитлыҡ итте.

Шунан Навоҫты ҡаланан тышҡа алып сыҡтылар ҙа таш бәреп үлтерҙеләр.
14Аҙаҡтан Изевелгә: «Навоҫ таш бәреп үлтерелде», – тип хәбәр ебәрҙеләр.

15Навоҫтың таш бәреп үлтерелеүен ишетеү менән Изевел Ахавҡа:

– Бар, Навоҫтың һиңә көмөшкә лә һатырға теләмәгән баҡсаһына хужа бул, – тине. – Ул инде тере түгел, үлде.

16Ахав, изреғилле Навоҫтың үлгәнен ишеткәс, уның баҡсаһын алырға китте.

17Шул саҡ Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды:

18– Тор, Самарияла хакимлыҡ иткән Исраил батшаһы Ахавҡа бар. Ул Навоҫтың йөҙөм баҡсаһында. Уға хужа булырға йөрөй.

19Һин уға, Раббы былай тип әйтә, тиген: «Нимә, үлтерҙең дә, инде баҡсаһына хужа булырға йөрөйһөңмө? Эттәр Навоҫтың ҡанын ҡайһы урында ялаған, һинең ҡаныңды ла шунда ялаясаҡ».

20– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа.

– Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.
21Раббы һиңә: «Башыңа бәлә ебәрәм, һине һепереп түгәм. Исраилда нәҫелеңдән бер ир заты ла ҡалмаҫ. Иреклеме, ҡолмо – барыһын да юҡ итәм. 22Һинең нәҫелеңде лә Неват улы Яровғам менән Бағша улы Ахияһтың ғаиләләре кеүек үк юҡҡа сығарам, сөнки һин, Исраилды гонаһҡа батырып, Мине бик ныҡ асыуландырҙың», – тип әйтергә ҡушты.

23Раббы Изевел тураһында ла әйтте. «Изевелде Изреғил ҡалаһы диуарҙарының тышында эттәр тамаҡлаясаҡ», – тине. 24Ахав нәҫеленең ҡалала үлгәндәре эттәргә, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр.

25Бығаса Ахав һымаҡ бер кемдең дә шул ҡәҙәрле Раббы күҙендә яман булған эштәргә бирелгәне юҡ ине. Ҡатыны Изевел уны гел генә ҡотортоп торҙо. 26Ахав та, Раббы исраилдар алдынан ҡыуып ебәргән әмөриҙәр кеүек боттарға табынып, күп әшәкелектәр ҡылды.

27Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Ахав кейемдәрен йыртҡылап ырғытты, ҡыл кейем кейҙе, уны хатта йоҡлағанда ла сисмәне, ураҙа тотто, бошонҡолоҡҡа төшөп йөрөнө. 28Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Раббы Ильяс пәйғәмбәргә:

29– Күрҙеңме, Ахав Минең алдымда ҡайһылай күндәм булып ҡалды? – тине. – Шуға күрә Мин был бәләне ул тере саҡта ебәрмәйем. Әммә улы заманында нәҫел-нәсәбенә бәлә-ҡаза күндерәсәкмен.

Copyright information for BakIBT2023