‏ 1 Kings 7

Сөләймәндең һарайы

1Ә үҙ һарайын һалдырыр өсөн Сөләймәнгә ун өс йыл кәрәк булды. Бына һарай төҙөлөшө лә тамамланды.

2Сөләймән «Ливан урманы йорто» тип аталған һарай һалды. Уның оҙонлоғо – йөҙ, киңлеге – илле, бейеклеге утыҙ терһәк ине. Унда дүрт рәт кедр бағаналар һәм бағаналар өҫтөндә кедр бурсалар бар ине. 3Бағаналар өҫтөнә рәт-рәт итеп ун бишәрләп һалынған ҡырҡ биш бурсаны кедр таҡта менән ябып, Сөләймән түбә эшләтте. 4Өс рәт итеп уйылған тәҙрәләр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡайны. 5Бөтә ишектәр һәм ишек яңаҡтары дүрткел булып, диуарҙарҙағы өсәр рәт итеп уйылған тәҙрәләр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ине.

6Оҙонлоғон – илле, иңен – утыҙ терһәк итеп, Сөләймән бағаналы зал эшләтте. Уның алдында бағаналы айуан, ә бағаналар алдында рәшәткә-кәртә бар ине.

7Шунан, тәхет ҡуйҙырып, Хөкөм залы төҙөттө. Уны иҙәндән алып түшәменә тиклем кедр таҡта менән көпләтте.

8Шуға оҡшатып, үҙенә йәшәр өсөн тағы бер йорт төҙөттө. Әлеге йорт Хөкөм залының артындағы ихатала урынлашҡайны. Сөләймән үҙенең ҡатыны – фирғәүендең ҡыҙы өсөн дә тап шундай уҡ йорт һалдырҙы.

9Нигеҙенән алып түбә ҡыйығына һәм тышҡы яҡтан ҙур ихатаға тиклем был биналар эстән һәм тыштан кәрәкле ҙурлыҡта эшкәртелгән, бысҡы менән тигеҙләп ҡырҡылған затлы таштарҙан һалынғайны. 10Йорттарҙың нигеҙенә оҙонлоғо ун терһәк һәм һигеҙ терһәк булған ҙур, затлы таштар һалынды. 11Нигеҙ өҫтөндә кәрәкле ҙурлыҡта эшкәртелгән затлы таштар һәм кедр бүрәнәләр ине. 12Ҙур ихата иһә өс рәте эшкәртелгән таштан һәм бер рәте кедр бурсанан эшләнгән ҡойма менән уратып алынды. Раббы йортоноң эске ихатаһы һәм айуаны шулай уҡ ҡойма менән уратылды.

Хирам оҫтаның эштәре

13Сөләймән батша Тир ҡалаһынан Хирам тигән бер кешене саҡыртып килтерҙе. 14Ул Нафтали ырыуынан бер тол ҡатындың улы ине. Тир ҡалаһынан булған атаһы баҡырсы ине. Хирам үҙе лә баҡырҙан төрлө әйберҙәр эшләүсе белекле, маһир һәм егәрле оҫта булды. Ул Сөләймән батшаға килде һәм үҙенә йөкмәтелгән бөтә эштәрҙе башҡарып бирҙе.

15Хирам ике баҡыр бағана ҡойҙорҙо. Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ терһәк, әйләнәһе – бау менән үлсәгәндә – ун ике терһәк тәшкил итә. 16Бағаналар өҫтөнә ҡуйыр өсөн, баҡырҙан ике таж ҡойҙо, ул таждарҙың бейеклеге биш терһәк булды. 17Бағана башындағы таждарҙың һәр береһен үреп эшләнгән сылбырлы селтәр менән биҙәне: таждарҙың һәр икеһендә етешәр сылбырлы селтәр бар ине. 18Хирам бағана башындағы таждарҙы биҙәүсе селтәр тирәләй ике рәт итеп анар емеше ҡойоп яһаны. Бағаналарҙың һәр икеһен ул бер төрлө итеп биҙәне. 19Айуандағы бағана баштарына ҡуйылған таждар иһә бейеклеге дүртәр терһәк булған лилиә сәскәһенә оҡшаған ине. 20Бағана башындағы таждарҙы биҙәгән селтәр эргәһендәге һикәлтәнең өҫтөндә рәт-рәт итеп ике йөҙ анар емеше эшләнгәйне. 21Хирам бағаналарҙы Алла йортоноң айуанына ҡуйҙы һәм уң яҡтағыһын Яхин, һул яҡтағыһын Боғаз
Яхин; Боғаз – Яхин йәһүд телендә – «Ул нығыта», Боғаз «Унда – көс» тигән мәғәнәлә.
тип атаны.
22Был бағаналарҙың башына лилиә сәскәһенә оҡшатып яһалған таж кейҙерҙе.

Бағаналар менән эште тамамлағас,
23Хирам түп-түңәрәк яһалма диңгеҙ
…диңгеҙ… – Раббы йорто ихатаһындағы «диңгеҙ» дип аталған ҙур һауыт.
ҡойҙо; ул бер яғынан икенсе яғына ун терһәк тиклем булып, бейеклеге – биш терһәк һәм әйләнәһе – бау менән үлсәһәң – утыҙ терһәк ине.
24Аҫҡы яҡтан диңгеҙҙең ситтәре ҡойолған ашҡабаҡ һүрәттәре менән уратып алынғайны. Терһәк һайын унар итеп эшләнгән был һүрәттәр ике рәт булып, улар яһалма диңгеҙ менән тотош ҡойолғайны. 25Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны эске яҡта ине. 26Баҡыр диңгеҙҙең ҡалынлығы ус аяһы
Ус аяһы – 7,5 см.
киңлегендә, сеүәтәгә оҡшатып эшләнгән ситтәре иһә асылған лилиә сәскәһен хәтерләтә; был киҫмәктең һыйҙырышлығы ике мең бат
Ике мең бат – яҡынса 44000 л.
ине.

27Хирам һәр береһенең бейеклеге – өс, оҙонлоғо – дүрт, киңлеге дүрт терһәк булған ун баҡыр таяу эшләне. 28Ул таяуҙар былай эшләнде: уларҙың ян-яҡтары рам эсенә алынған ине. 29Таяуҙарҙың рам эсенә алынған ян-яҡтарында, шулай уҡ рамдарҙа арыҫлан, үгеҙ һәм кируб һүрәттәре төшөрөлгән; рамдарҙағы арыҫлан һәм үгеҙ һүрәттәренән өҫтәрәк һәм аҫтараҡ сүкеп эшләнгән үрмә биҙәк үтә. 30Һәр таяуҙың баҡыр күсәрле дүртәр баҡыр тәгәрмәсе һәм дүртәр терәге бар. Таяуҙың һәр мөйөшөндә ян-яҡтарына үрмә биҙәктәр төшөрөлгән терәктәр ҡуйылған, улар өҫтөнә киҫмәк урынлашҡан. 31Эске яҡтан таяу бер ярым терһәк булып, унда бер терһәк бейеклегендәге түңәрәк терәк ҡуйылған ине. Таяуҙың түңәрәк ауыҙы һәм әйләнәһе һүрәттәр менән һырлап биҙәлгән. Таяуҙың ян-яҡтары иһә түңәрәк түгел, дүрткел ине. 32Уларҙың аҫтында дүрт тәгәрмәс ҡуйылып, тәгәрмәс күсәрҙәре таяуға беркетелгән. Һәр тәгәрмәстең бейеклеге – бер терһәк ярым. 33Был тәгәрмәстәр яу арбаларының тәгәрмәстәренә оҡшатып эшләнгән. Күсәрҙәре лә, туғындары ла, арасалары ла, көпсәктәре лә ҡойоулы. 34Һәр таяуҙың дүрт мөйөшөнә терәк ҡуйылған, улар таяу менән бер бөтөн итеп ҡойолған. 35Таяуҙың өҫтөнә бейеклеге ярты терһәк булған ҡоршау урынлашҡан. Таяуҙың өҫкө өлөшө, терәктәре һәм ян-яҡтары бер бөтөн булып ҡойолған ине. 36Хирам терәктәрҙә, ян-яҡтарҙа, мөмкин булған бөтә урында кируб, арыҫлан, хөрмә һүрәттәре, ә әйләнәһенә үрмә биҙәктәр уйҙы. 37Ошо рәүешле итеп Хирам ун таяу эшләне: уларҙың барыһы ла бер төрлө ҡойолған, үлсәмдәре лә, рәүештәре лә бер ине.

38Шулай уҡ ул һәр береһе ҡырҡ бат һыйҙырышлы, арҡырыһы дүрт терһәк булған ун баҡыр киҫмәк, ун таяуҙың һәр ҡайһыһына берәр киҫмәк яһаны. 39Таяуҙарҙың бишәүһен ҡорамдың көньяғына, бишәүһен төньяғына урынлаштырҙы. Баҡыр диңгеҙҙе ҡорамдың уң яғына, көньяҡ-көнсығыш тарафҡа урынлаштырҙы. 40Хирам сүлмәктәр, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләне.

Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамланы:
41ике бағана, уларҙың башына сеүәтә рәүешендә ике таж, таждарҙы биҙәү өсөн ике селтәр; 42бағаналарҙың башындағы сеүәтә һымаҡ таждарҙы уратып алған селтәрҙәрҙең икеһен дә биҙәү өсөн икешәр рәт итеп теҙелгән дүрт йөҙ анар емеше; 43ун таяу һәм улар өҫтөндә ун киҫмәк; 44бер баҡыр диңгеҙ һәм диңгеҙ аҫтындағы ун ике үгеҙ һыны; 45көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпеү өсөн сеүәтәләр.

Хирам Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн яһаған был әйберҙәрҙең барыһы ла шымартылған баҡырҙан ине.
46Батша уларҙы Иордан үҙәнендә Суккоҫ менән Сареҫан араһындағы урында, балсыҡта яһалған ҡалыптарҙа ҡойҙорҙо. 47Был әйберҙәрҙең шул тиклем күплеге арҡаһында, уларҙы яһарға күпме баҡыр тотонолғанын билдәләү мөмкин булманы. Батша был әйберҙәрҙең барыһын да алып барып урынлаштыртты.

48Сөләймән шулай уҡ Раббы йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтте: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға алтын өҫтәл; 49ҡорамдың эске бүлмәһе ҡаршыһына уң яҡҡа биш, һул яҡҡа биш саф алтын шәмдәл; алтын сәскәләр, майшәмдәр, ҡыҫҡыстар; 50саф алтын тастар, филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәренең һәм ҡорам залы ишектәренең күгәндәре лә алтындан ине.

51Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән батша, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Раббы ҡорамының хазина келәтенә ҡуйҙы.

Copyright information for BakIBT2023