1 Samuel 1
Шемуилдың тыуыуы
1Әфраим таулығындағы Рамаҫаим-Суфим ▼▼ Рамаҫаим-Суфим – был ҡаланың исеме «Рама» булараҡ та осрай. 19-сы аятты ҡарағыҙ.
ҡалаһында бер кеше йәшәй ине. Уның исеме Әлҡана булып, Әфраим ырыуынан Йерохамдың улы ине. Йерохам – Әлиһу, Әлиһу – Тоху, ә Тоху иһә Суфтың улы. 2Әлҡананың ике ҡатыны булып, береһенең исеме – Ханна, икенсеһенеке Пенинна ине. Пениннаның балалары бар, ә Ханна балаһыҙ ине. 3Әлҡана, Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ғибәҙәт ҡылыу һәм ҡорбан салыу өсөн, йыл һайын тәғәйен көндәрҙә үҙ ҡалаһынан Шилоға бара торғайны. Унда Ғәлиҙең ике улы, Хофни менән Пинхас, Раббының ҡаһиндары ине. 4Ҡорбан салған көндө Әлҡана ҡатыны Пениннаға һәм уның улдары менән ҡыҙҙарына иттән берәр өлөш, 5Ханнаға айырым өлөш бирә ине, сөнки Раббы Ханнаны түлһеҙ итһә лә, Әлҡана уны нығыраҡ ярата торғайны. 6Раббы Ханнаны әсә булыу бәхетенән мәхрүм иткәнгә күрә, көндәше Пенинна уның йәненә тейә, кәмһетә. 7Раббы йортона барған һайын йылдың-йылы шулай була. Тегеһе уның йәненә тейә, быныһы илай, тамағына ашамай. 8Ире Әлҡана иһә: – Ханна! – тиер ине. – Һин ниңә илайһың, нишләп ашамайһың? Ни өсөн шул тиклем өҙгөләнәһең? Мин һинең өсөн ун улдан да артығыраҡ түгелме ни? 9Бер көндө улар Шилола ашап-эскәндән һуң, Ханна урынынан торҙо. Ғәли ҡаһин Раббы йортоноң ишеге янында ултырғыста ултыра ине. 10Күңелен хәсрәт баҫҡан ҡатын әрнеп илай-илай Раббыға ялбарҙы. 11Нәҙер әйтеп, былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, мин ҡолоңдоң ҡайғыһына күҙ һалып, иҫеңә алһаң, ҡолоңдо онотмайынса бер ир бала бирһәң, уны, башына бәке лә тейҙермәйенсә, Раббыға бағышлар инем. 12Ҡатын оҙаҡ итеп Раббыға доға ҡылған мәлдә, Ғәли уның ирендәренә ҡарап ултырҙы. 13Ханна күңеленән генә ялбара, уның тик ирендәре генә ҡыбырлай, ә тауышы ишетелмәй ине. Шунлыҡтан Ғәли уны иҫерек тип уйланы. 14– Ҡасанға тиклем иҫерек йөрөрһөң? Шарабыңдан айны инде! – тине уға Ғәли. 15– Юҡ, хакимым! Мин – йәне ғазаплы ҡатынмын. Шарап та, хәмер ҙә эсмәнем, Раббыма күңелемде бушатам, – тип яуап бирҙе Ханна. – 16Мин ҡолоңдо йүнһеҙ ҡатын тип уйлама. Сикһеҙ ҡайғым менән һағышымды һөйләүем был. 17– Бар, иҫән-аман йөрө. Исраил Аллаһы һорағаныңды бирә күрһен, – тип яуапланы Ғәли Ханнаға. 18Ҡатын: – Мин ҡолоң күңелеңә хуш килһәм икән! – тине лә үҙ юлынан китте. Барып тамағына ашаны, йөҙө лә элекке кеүек ҡайғылы түгел ине инде. 19Иртәгәһенә таңдан тороп Раббыға ғибәҙәт ҡылдылар ҙа Рамалағы өйҙәренә әйләнеп ҡайттылар. Әлҡана ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылды, һәм Раббы Ханнаны иҫенә төшөрҙө. 20Ханна ауырға ҡалды һәм, мәле еткәс, ир бала тапты. «Мин уны Раббынан һорап алдым», – тип, Шемуил ▼▼ Шемуил – йәһүд телендә «Алла исеме» йәки «Алланан һорап алынған» тигән мәғәнәлә.
тигән исем ҡушты. Ханнаның Шемуилды Аллаға бағышлауы
21Ире Әлҡана бөтә ғаиләһе менән Раббыға йыллыҡ ҡорбандарын биреү, нәҙерҙәрен үтәү өсөн Шилоға юлланды. 22Ханна иһә уның менән барманы. Иренә: – Баланы имсәктән айырғас, уны Раббы хозурына үҙем алып барырмын да ул шунда ғүмерлеккә ҡалыр, – тине. 23– Нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине уға ире Әлҡана. – Имсәк ташлатҡанға тиклем ҡал. Раббы әйткәнеңде ғәмәл ҡылһын. Ҡатын өйҙә ҡалды һәм улын күкрәгенән айырғанға тиклем имеҙҙе. 24Сабыйҙы имсәк ташлатҡас, Ханна, өс йәшлек үгеҙ, бер эфа ▼▼ Эфа – ашлыҡ, ярма, он үлсәү берәмеге, яҡынса 22 л.
он, бер турһыҡ шарап алып, улын Раббының Шилолағы йортона алып килде. Бала әле сабый ғына ине. 25Үгеҙҙе салғандан һуң, сабыйҙы Ғәлигә килтерҙеләр. 26– Эй хакимым! Ғүмерең менән ант итәм, хакимым, – тине Ханна. – Яныңда тороп Раббыға ялбарған ҡатын мин. 27Ошо бала өсөн доға ҡылғайным. Раббы үтенесемде ҡабул итте, һорағанымды бирҙе. 28Һәм бына мин уны Раббыға бирәм. Инде ғүмере буйы Раббыныҡы булһын. Шунан улар Раббыға сәждә ҡылдылар.
Copyright information for
BakIBT2023