1 Samuel 14
1Бер көндө Шаул улы Йонаҫан ҡоралын йөрөтөүсе егеткә: – Әйҙә, теге яҡтағы пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө яғына сығайыҡ, – тине. Әммә атаһына был хаҡта бер нәмә лә өндәшмәне. 2Шаул Гивға янындағы Мигронда анар ағасы аҫтында ултыра ине. Эргәһендә алты йөҙгә яҡын кешеһе бар. 3Эфод йөрөтөүсе Ахияһ та улар араһында ине. Ул – Ихаводтың туғаны Ахитувтың улы. Ихавод иһә элек Шилола Раббының ҡаһины булған Ғәлиҙең улы Пинхастан тыуғайны. Халыҡ Йонаҫандың киткәнен белмәне. 4Йонаҫан пелешти ғәскәре яғына сығырға йыйынған үткәүелдең ике яғында текә ҡая бар ине. Береһенең атамаһы – Босес, икенсеһенеке – Сенне. 5Ҡаяларҙың береһе төньяҡҡа, Михмас яғына, икенсеһе көньяҡҡа, Гивғаға, ҡарағайны. 6Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел. 7– Нисек теләйһең, шулай эшлә. Ҡайҙа кәрәк, шунда бар. Мин һинән ҡалмайым, – тине ҡорал йөрөтөүсеһе. 8– Хәҙер беҙ ул әҙәмдәр яғына сығырбыҙ ҙа уларға күренербеҙ, – тине Йонаҫан. – 9Әгәр беҙгә: «Эргәгеҙгә барғансы, тик кенә тороғоҙ», – тиһәләр, аҫта ҡалырбыҙ, улар янына менмәҫбеҙ. 10Ә инде: «Беҙҙең янға менегеҙ», – тиһәләр, барырбыҙ. Тимәк, Раббы уларҙы беҙҙең ҡулыбыҙға тапшыра. Был беҙҙең өсөн билдә булыр. 11Икәүләшеп пелешти һаҡсыларына күренделәр. – Ана, ғивриҙәр йәшенгән тишектәренән сыға башланы! – тип көлдө пелештиҙәр. 12Шунан Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Беҙҙең янға менегеҙ! Һеҙгә бер һүҙ әйтәбеҙ, – тип ҡысҡырҙылар. Йонаҫан хеҙмәтсеһенә: – Минең арттан бар. Раббы уларҙы Исраил ҡулына бирҙе, – тине. 13Йонаҫан аяҡ-ҡулы менән тырмашып өҫкә үрмәләне. Ҡорал йөрөтөүсеһе уның артынан эйәрҙе. Йонаҫан алдан пелештиҙәрҙе ҡырып барҙы, артынан ҡорал йөрөтөүсеһе лә үлтерә-үлтерә килде. 14Ошо тәүге һөжүм ваҡытында, Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһе ике үгеҙ көнө буйы һөргән тиклем яландың яртыһылай ерҙә егермегә яҡын пелешти яугирен ҡырып һалды. 15Пелештиҙәрҙең бөтә ғәскәре – тупламда ла, ҡырҙа ла, алдынғы төркөмдәгеләр ҙә, баҫҡынсы төркөмөндәгеләр ҙә – ҡалтырап төштө. Ер тетрәне, Алланың дәһшәте хөкөм һөрҙө. 16Шул саҡ Шаулдың Бинйәмин Гивғаһындағы күҙәтселәре, күмәк халыҡтың тырым-тырағай һибелеп, тегендә-бында йүгерешкәнен күреп ҡалды. 17Шаул янындағы кешеләргә: – Ҡарағыҙ әле, барлағыҙ, арабыҙҙан кем киткән? – тип бойорҙо. Байҡап ҡараһалар, Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһе юҡ икәнен белделәр. 18Шаул Ахияһҡа: – Алланың һандығын килтер, – тине. Ул сағында Изге һандыҡ исраилдарҙа ине. 19Шаул ҡаһин менән һөйләшкән арала, пелештиҙәр тупламында шау-шыу көсәйгәндән-көсәйҙе. – Ҡулыңды төшөр ▼▼ …ҡулды төшөрөү… – Аллаға мөрәжәғәт итеүҙе туҡтатыу.
, – тине Шаул ҡаһинға. 20Ул, янындағы һуғышсылары менән бергә, һөрәнләп, алыш барған ергә ташланды һәм нимә күрә: пелешти яугирҙәре бер-береһенә ҡаршы ҡылыс күтәргән һәм шашҡан кеүек үҙ яҡындарын ҡыра. 21Шул саҡ быға тиклем пелештиҙәр менән булған, улар менән бергә тупламға килгән ғивриҙәр ҙә Шаул менән Йонаҫан янындағы исраилдарға ҡушылды. 22Әфраим таулығында йәшенгән исраилдар ҙа, пелештиҙәрҙең ҡасҡанын ишетеп, уларҙың эҙенән төштө һәм ҡыра башланы. 23Раббы был көндө Исраилды ҡотҡарҙы. Һуғыш Бейт-Ауен аръяғына тиклем йәйелде. 24Ул көндө исраилдар ныҡ талсыҡҡайны. Сөнки Шаул халыҡҡа: – Кем дә кем кискә тиклем, мин дошмандарымдан үс алғанға саҡлы, берәй нәмә ашай, шуға ҡарғыш төшһөн, – тип әйтеү әйткәйне. Шунлыҡтан бер кем дә ауыҙына ризыҡ ҡабырға ҡыйманы. 25Урманлы ергә килеп еттеләр. Ундағы аҡланда бал бар ине. 26Халыҡ урманға инде. Ҡараһалар, бал тамып тора. Тик бер генә кеше лә ҡулын ауыҙына һонманы, сөнки бөтәһе лә ҡарғыштан ҡурҡты. 27Йонаҫан иһә атаһының халыҡҡа әйтеү әйтеп бойорғанын ишетмәгәйне. Ынтылып ҡулындағы таяғының осон баллы кәрәҙгә манды ла ауыҙына ҡапты һәм шунда уҡ күҙ алдары яҡтырып киткәнен тойҙо. 28Араларынан берәү уға: – Атайың халыҡҡа, бөгөн ризыҡ ейгән кешегә ҡарғыш төшәсәк, тип әйтеү әйтте. Шуға күрә халыҡ бик ныҡ арыны, – тине. 29– Атайым ҡайһылай халыҡҡа бәлә килтергән, – тине Йонаҫан. – Бына ҡарағыҙ, саҡ ҡына бал ҡапҡас та күҙем асылып китте. 30Әгәр халыҡ дошмандарҙан ҡалған яумал менән тамаҡ ялғап алһа, пелештиҙәрҙә ҡыйралыш тағы ла күберәк булмаҫ инеме ни? 31Был көндө исраилдар пелештиҙәрҙе Михмастан алып Айялонға ҡәҙәр ҡырҙы һәм һуғышсылар тамам хәлдән тайҙы. 32Шуға күрә халыҡ табышҡа ташланды. Ваҡ малмы ул, үгеҙме, быҙаумы – тотоп алалар ҙа ергә һалып боғаҙлайҙар һәм ҡанлы килеш ашайҙар. 33Шаулға: – Ана, халыҡ итте ҡанлы килеш ейеп, Раббыға ҡаршы гонаһ эш ҡыла, – тип хәбәр иттеләр. – Гонаһ эш ҡылдығыҙ, – тине Шаул. – Барығыҙ, бында бер ҙур таш тәгәрләтеп килтерегеҙ. 34Шунан былай тине: – Халыҡ араһында йөрөп әйтеп сығығыҙ. Һәр кем үгеҙен, һарығын бында алып килһен. Ошонда салып ашағыҙ. Тик ҡан менән ейеп, Раббыға ҡаршы гонаһ эш ҡылмағыҙ. Ул кисте бөтәһе лә малдарын үҙ ҡулдары менән алып килеп, шунда салды. 35Шаул Раббыға бағышлап ҡорбан усағы төҙөнө. Был уның Раббыға бағышлап ҡорған тәүге ҡорбан усағы ине. 36Шунан Шаул: – Әйҙәгеҙ, бөгөн төндә пелештиҙәр артынан төшәйек, – тине. – Таң атҡансы уларҙы талайыҡ, бер кешеләрен дә ҡалдырмайыҡ. – Үҙең нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине халыҡ. Әммә ҡаһин: – Алланан кәңәш һорайыҡ, – тине. 37Шаул Алланан: – Пелештиҙәргә һөжүм итәйемме? Һин уларҙы Исраил ҡулына тапшыраһыңмы? – тип һораны. Әммә Алла был көндө уға яуап ҡайтарманы. 38Шунан һуң Шаул: – Ғәскәр башлыҡтары бында килһен. Бөгөн ниндәй гонаһ ҡылынғанын асыҡлаһындар. 39Исраилды ҡотҡарған тере Раббы шаһит: ғәйеп улым Йонаҫанда булған хәлдә лә, ул да үлтереләсәк, – тине. Әммә халыҡ араһынан уға яуап биреүсе булманы. 40Шунан Шаул бөтә исраилдарға: – Һеҙ бер яҡҡа, улым Йонаҫан менән мин икенсе яҡҡа баҫабыҙ, – тине. Халыҡ уға: – Нисек хуп күрәһең, шулай эшлә, – тип яуап бирҙе. 41Шаул Раббыға: – Исраил Аллаһы, дөрөҫлөктө белдер! – тип мөрәжәғәт итте. Йәрәбә һалынды һәм Йонаҫан менән Шаулға төштө, ә башҡа кешеләрҙең барыһы ла аҡланды. 42– Инде улым Йонаҫан менән минең арала йәрәбә һалығыҙ, – тине Шаул. Йәрәбә Йонаҫанға төштө. 43Шаул Йонаҫандан: – Әйт, нимә эшләнең? – тип һораны. – Ҡулымдағы таяғымдың осо менән аҙыраҡ бал алып ҡапҡайным, – тип яуапланы Йонаҫан. – Бына хәҙер үлергә тейешмен инде. 44– Әгәр Йонаҫан үлтерелмәһә, мине Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тине Шаул. 45Әммә халыҡ Шаулға: – Исраилға был бөйөк еңеүҙе яулаған Йонаҫан үлһенме ни? – тип ҡаршы төштө. – Тере Раббы шаһит: Йонаҫандың башынан бер сәс бөртөгө лә ергә төшмәҫ. Сөнки бөгөн ул Алланың ярҙамы менән эш итте. Шулай итеп, халыҡ Йонаҫанды үлемдән йолоп алып ҡалды. 46Шаул пелештиҙәрҙе артабан эҙәрләмәне. Улар үҙ ерҙәренә ҡайтып китте. 47Шаул Исраилда үҙенең хакимлығын нығытып, тирә-яғындағы дошмандары – Моав, Ғаммон, Эдом халыҡтары, Сова батшалары һәм пелештиҙәр менән һуғышты. Кемгә ҡаршы һуғышһа ла еңеү ҡаҙанды. 48Ҡаһармандарса һуғышып, ғәмәлектәрҙе тар-мар итте һәм Исраилды талаусыларҙан ҡотҡарҙы. 49Шаулдың Йонаҫан, Йишви һәм Малкишуағ тигән улдары булды. Йәнә ике ҡыҙы булып, олоһоноң исеме Мерав, ә кесеһе Михәл ине. 50Шаулдың ҡатынының исеме – Ахиноғам, ул Ахимағастың ҡыҙы ине. Ғәскәр башлығы Авнер Шаулдың атаһының бер туған ҡустыһы Нерҙың улы ине. 51Шаулдың атаһы Ҡиш менән Авнерҙың атаһы Нер – Авиилдың улдары. 52Шаул батшалыҡ иткән көндәрҙә пелештиҙәргә ҡаршы ҡаты һуғыштар булды. Шаул ниндәй көслө һәм ҡаһарман кеше күрһә, шуларҙың барыһын да үҙенең янына йыйҙы.
Copyright information for
BakIBT2023