1 Samuel 17
Голиаҫтың исраилдарҙы алышҡа саҡырыуы
1Пелештиҙәр, һуғыш асмаҡ булып, ғәскәр йыйҙы һәм Йәһүҙәнең Сохо ҡалаһында тупланды. Улар Сохо менән Ғазыҡа араһындағы Әфәс-Даммимда туплам ҡорҙо. 2Шаул менән исраилдар ҙа йыйылды. Улар Эла үҙәнендә туплам ҡороп пелештиҙәргә ҡаршы һуғышҡа әҙерләнде. 3Пелештиҙәр бер ҡалҡыулыҡҡа, исраилдар икенсе ҡалҡыулыҡҡа урынлашты. Араларында үҙәнлек ине. 4Пелештиҙәр тупламынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сыҡты. Буйы – алты терһәк тә бер ҡарыш ▼▼ Алты терһәк тә бер ҡарыш – яҡынса 3 метр (бер терһәк – 44,5 см).
ине. 5Башына баҡыр торҡа, өҫтөнә баҡыр һарайта кейгәйне. Кейеменең ауырлығы биш мең шекел тарта ине. 6Аяҡтарын да баҡыр теҙлек менән ҡаплаған. Арҡаһына баҡырҙан ҡыҫҡа һөңгө аҫҡан. 7Оҙон һөңгөһөнөң һабы туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы кеүек, ә тимер башағы – алты йөҙ шекел ауырлығында. Голиаҫтың алдынан ҡалҡан йөрөтөүсеһе килә. 8Голиаҫ туҡтаны ла сафта торған Исраил яугирҙәренә: – Нимә һеҙ һуғышырға тип теҙелеп торған булаһығыҙ? – тип һөрәнләне. – Мин пелешти, ә һеҙ Шаул ҡолдары түгелме ни? Арағыҙҙан берәй кешене һайлағыҙ, әйҙә ул минең яныма төшһөн. 9Әгәр ҙә көрәшеп мине үлтерә алһа, беҙ һеҙгә ҡол булырбыҙ. Ә инде мин өҫтөн сығып, уны юҡ итһәм, һеҙ ҡол булырһығыҙ, беҙгә хеҙмәт итерһегеҙ. 10Шунан әлеге пелешти: – Бөгөн мин Исраил ғәскәрен мәсхәрәгә ҡалдырам. Минең менән көрәшергә берәй кешегеҙҙе ебәрегеҙ! – тип өҫтәне. 11Уның был һүҙҙәрен ишетеп, Шаулдың да, барса исраилдарҙың да ҡоттары алынды, барыһы ла ҡурҡыуға ҡалды. Дауыттың яу яланына килеүе
12Дауыт Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынан Әфраҫ кешеһе Ишайҙың улы ине. Ишайҙың һигеҙ улы бар ине. Шаул батшалыҡ иткән заманда Ишай өлкән йәштә ине инде. 13Ишайҙың өлкән улдарының өсәүһе Шаул менән яуға киткәйне. Һуғышҡа киткән улдарының исемдәре былай: баш балаһы – Әлиав, икенсеһе – Авинадав, өсөнсөһө – Шамма. 14Дауыт, кинйә малай ине. Уның өлкән ағаларының өсәүһе иһә Шаул янында ине. 15Дауыт атаһының һарыҡтарын көтөр өсөн, әленән-әле Шаул янынан Бейт-Ләхәмгә ҡайтып йөрөй торғайны. 16Пелешти Голиаҫ ҡырҡ көн буйы иртәле-кисле уртаға сығып майҙан тотто. 17Ишай бер көндө улы Дауытҡа: – Бер эфа ҡурмас, бынау ун икмәкте ал да тупламға ағайҙарыңа алып барып бир. 18Ә был ун йомарлам сырҙы мең башына бирерһең. Ағайҙарыңдың хәл-әхүәлен бел, иҫән-аман йөрөгәндәрен белдергән берәй нәмә алып ҡайт. 19Ағайыңдар Шаул янында, бөтә исраилдар менән бергә Эла үҙәнендә пелештиҙәргә ҡаршы һуғыша, – тине. 20Дауыт иртәгәһенә иртүк торҙо, һарыҡтарын икенсе бер көтөүсегә ҡалдырҙы ла, әйберҙәрҙе алып, атаһы ҡушҡанса, юлға ҡуҙғалды. Ул тупламға килеп еткәндә, ғәскәрҙәр сафҡа теҙелешеп, ҡысҡырышып алышҡа әҙерләнә ине. 21Исраилдар менән пелештиҙәр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы саф булып торалар ине. 22Дауыт әйберҙәрен ылау ҡарауылсыһына ҡалдырҙы ла сафтар яғына йүгерҙе. Ағалары янына килеп, уларҙан һаулыҡ һорашты. 23Дауыт ағалары менән һөйләшеп тора ине, пелештиҙәр сафынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сығып, ғәҙәттәгесә, хәбәр һалды. Дауыт уның һөйләгәндәрен ишетеп торҙо. 24Был кешене күреү менән, бөтә исраилдар, ҡоттары осоп, унан ҡаса башланы. 25Улар бер-береһенә: – Алға сыҡҡан анау кешене күрәһегеҙме? Ул Исраилды мәсхәрәләр өсөн сыға, – тиештеләр. – Кем уны үлтерә, батша шул кешегә күп итеп байлыҡ бирер, ҡыҙына кейәү итер, атаһының йортон Исраилда һалымдан азат ҡылыр ине. 26Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң? 27Яугирҙәр: – Уны үлтергән кешегә шулар-шулар эшләнәсәк, – тип әлеге һүҙҙәрҙе ҡабатланы. 28Өлкән ағаһы Әлиавтың, Дауыттың кешеләр менән һөйләшеп торғанын ишетеп, асыуы ҡабарҙы. – Нишләп килдең бында? Ҡырҙағы аҙ ғына ҡуйҙы кемгә ышанып ҡалдырҙың? Тәкәбберлегеңде, күңелеңдең боҙоҡлоғон беләм мин. Бында һин алыш ҡарарға килгәнһең, – тип әрләп ташланы. 29– Мин нимә эшләнем? – тине Дауыт. – Һөйләшәм генә бит. 30Шунан икенсе яугиргә боролоп, йәнә шул турала һорашырға тотондо. Кешеләр уға баяғыса яуап бирҙе. 31Дауыттың әйткән һүҙҙәрен ишетеп, Шаулға һөйләп бирҙеләр. Ул Дауытты саҡырып алды. 32– Был пелешти арҡаһында бер кем дә күңелен төшөрмәһен. Мин ҡолоң барып, уның менән алышасаҡмын, – тине Дауыт Шаулға. 33– Һин ул пелештигә ҡаршы алышҡа сыға алмайһың, – тине Шаул. – Һин әле үҫмер генәһең, ул йәш сағынан алып һуғышсы. 34Әммә Дауыт уға: – Мин ҡолоң атаһының ҡуйҙарын көтә, – тип яуапланы. – Арыҫлан йәки айыу килеп, көтөүҙән берәй бәрәсте урлаһа, 35уның артынан барам да, һөжүм итеп, ауыҙынан тартып алам. Әгәр ҙә ул миңә ташланһа, ялынан эләктерәм дә һуғып үлтерәм. 36Ҡолоңдоң арыҫлан да, айыу ҙа үлтергәне бар. Был сөннәтһеҙ пелешти менән дә шулай буласаҡ, сөнки ул тере Алланың ғәскәрен хурланы. 37Мине арыҫлан менән айыу тырнағынан ҡотҡарған Раббы был пелештиҙең ҡулынан да ҡотҡарыр. – Улайһа, бар, – тине Шаул. – Раббы һинең менән булһын. 38Батша Дауытҡа үҙенең кейемдәрен бирҙе. Башына баҡыр торҡа, өҫтөнә баҡыр һарайта кейҙерҙе. 39Дауыт кейеме өҫтөнән уның ҡылысын таҡты ла арлы-бирле йөрөп ҡараны, сөнки бындай хәрби кейем кейгәне юҡ ине. Шунан Шаулға: – Былар менән йөрөй алмайым, күнекмәгәнмен, – тип уларҙы систе. 40Ҡулына таяғын алды, шишмәнән шыма ғына биш таш һайлап, биштәренә – көтөүсе муҡсаһына – һалды. Шунан һапҡыһын тотоп, пелештигә ҡаршы китте. 41Пелешти ҙә Дауытҡа яҡынлашты. Ҡалҡан йөрөтөүсеһе уның алдынан килә ине. 42Ике бите янып торған күркәм йөҙлө йәш егетте күреп, Голиаҫ уға мыҫҡыллы ҡараш ташланы. 43– Мин этме әллә, нишләп миңә ҡаршы таяҡ тотоп киләһең? – тине пелешти Дауытҡа. Уны үҙенең илаһтары менән ҡарғап: – 44Яҡыныраҡ кил, – тине. – Хәҙер мин һинең үләкһәңде һауалағы ҡоштарға, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек итеп бирәм. 45Ә Дауыт пелештигә: – Һин миңә ҡаршы ҡылыс тотоп, һөңгө менән, ҡыҫҡа һөңгө менән киләһең, – тип яуапланы. – Ә мин Күк ғәскәрҙәре Раббыһының, һин хурлаған Исраил ғәскәре Аллаһының, исеме менән киләм. 46Бөгөн Раббы һине минең ҡулыма тапшыра. Мин һине үлтереп, башыңды ҡырҡып аласаҡмын. Ә пелешти яугирҙәренең мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә бирәсәкмен. Бөтә донъя Исраилда Алла барлығын белер. 47Шул саҡта бөтә был йыйын Раббының ҡылыс һәм һөңгө менән ҡотҡармағанын төшөнөр. Был һуғыш – Раббыныҡы, Ул һеҙҙе беҙҙең ҡулға тапшыра. 48Пелешти, урынынан ҡуҙғалып, Дауытҡа яҡынлаша башлағас, Дауыт та ашығып ғәскәрҙәр яғына, уға ҡаршы йүгерҙе. 49Дауыт ҡулын тығып муҡсаһынан бер таш алды ла һапҡыһы менән уны һелтәп ебәрҙе. Таш пелештиҙең маңлайына барып ҡаҙалды. Пелешти йөҙтүбән ергә йығылды. 50Шулай итеп, Дауыт пелештиҙе һапҡы һәм таш менән еңде. Ул пелештиҙе бәреп үлтерҙе. Дауыттың ҡулында ҡылысы юҡ ине. 51Шунан Дауыт йүгереп барҙы ла уның янына килеп баҫты. Ул пелештиҙең ҡылысын ҡынынан һурып алды, уны үлтереп, башын сабып өҙҙө. Бәһлеүәндәренең үлгәнен күреп, пелештиҙәр ҡаса башланы. 52Исраил һәм Йәһүҙә яугирҙәре күтәрелеп, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша пелештиҙәрҙе Ғаҫҡа һәм Ғәҡрондың ҡапҡаларына тиклем баҫтырҙы. Шағараим юлы, Ғаҫ менән Ғәҡронға тиклем, пелештиҙәрҙең мәйете менән ҡапланды. 53Пелештиҙәрҙе ҡыуалағандан һуң, исраилдар кире килеп уларҙың тупламын таланы. 54Дауыт пелештиҙең башын алып, Йәрүсәлимгә килтерҙе, ҡоралдарын үҙенең сатырына ҡуйҙы. 55Пелештигә ҡаршы барған Дауытты күргәс, Шаул ғәскәр башлығы Авнерҙан: – Авнер, был үҫмер кемдең улы? – тип һораны. – Ғүмерең оҙон булһын, батшам, белмәйем, – тип яуап ҡайтарҙы Авнер. 56– Белмәһәң, бел, кемдең улы икән ул малай? – тип бойорҙо батша. 57Дауыт пелештиҙе үлтереп кире килә ятҡан саҡта, Авнер уны Шаул янына алып барҙы. Голиаҫтың башы Дауыттың ҡулында ине. 58Шаул: – Үҫмер, һин кемдең улы булаһың? – тип һораны. – Бейт-Ләхәмдән ҡолоң Ишайҙың улымын, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт.
Copyright information for
BakIBT2023