1 Samuel 19
Шаулдың Дауытты эҙәрләүе
1Шаул улы Йонаҫан һәм ярандары менән Дауытты үлтереү тураһында һөйләште. Йонаҫан иһә Дауытты ифрат ярата ине. 2– Атайым Шаул һине һәләк итергә форсат эҙләй, – тип хәбәр итте ул дуҫына. – Иртәгә иртәнсәк һаҡ бул, берәй ышаныслы урынға йәшен. 3Ә мин атайым менән ҡырға сығырмын да, йәшенгән ереңә барып, уның менән һинең турала һөйләшермен. Берәй хәбәр ишетһәм, һиңә еткерермен. 4Йонаҫан атаһы Шаулға Дауыт тураһында һәйбәт итеп һөйләне: – Батша үҙенең ҡоло Дауытҡа ҡарата гонаһ ҡылмаһын, сөнки уның һиңә бер яманлыҡ та ҡылғаны юҡ. Дауыт һәр бер эше менән һиңә ҙур файҙа килтерә, – тине. – 5Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, пелештиҙе үлтерҙе. Раббы бөтә Исраилға бөйөк еңеү бирҙе. Быны һин үҙең дә күреп торҙоң, ҡыуандың. Шулай булғас, ниңә ғәйепһеҙгә ҡан түгергә, Дауытты бер сәбәпһеҙ үлтереп гонаһ ҡылырға уйлайһың? 6Шаул Йонаҫандың әйткәндәрен тыңлап торҙо ла: – Тере Раббы шаһит! Дауыт үлтерелмәйәсәк! – тип ант итте. 7Йонаҫан, Дауытты саҡырып, ошоларҙың барыһын да һөйләп бирҙе. Шунан ул Дауытты Шаулға алып барҙы. Бынан һуң Дауыт элекке кеүек батшаға хеҙмәтен дауам итте. 8Шул арала тағы һуғыш башланды. Дауыт, яуға сығып, пелештиҙәр менән алышты һәм уларҙы ҡыйратып ташланы. Улар ҡасып китергә мәжбүр булды. 9Бер көндө Шаул өйөндә ултыра, һөңгөһө ҡулында, ә Дауыт уға лирала уйнай ине. Шул саҡ Раббы күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. 10Шаул һөңгөһө менән Дауытты диуарға ҡаҙаҡлап ҡуйырға уҡталды, әммә Дауыт тайшанып өлгөрҙө. Һөңгө диуарға барып сәнселде, ә Дауыт ҡасып китте һәм ул кисте ҡотолоп ҡалды. 11Уны, һағалап тороп, иртәнсәк үлтерһендәр өсөн, Шаул хеҙмәтселәрен Дауыттың өйөнә ебәрҙе. Әммә ҡатыны Михәл: – Әгәр бөгөн төндә йәнеңде ҡотҡармаһаң, иртәгә үлтереләсәкһең, – тип киҫәтеп, 12уны тәҙрәнән төшөрөп ебәрҙе һәм Дауыт ҡасып ҡотолдо. 13Ә Михәл, бер йорт илаһының һынын алып, уны түшәккә һалды, баш урынына кәзә дебетенән ойпаланған кейеҙ ҡуйҙы ла, кейем менән ҡапланы. 14Шаул ебәргән хеҙмәтселәр Дауытты тоторға килгәс, Михәл: – Ул ауырый, – тине. 15Шаул: – Уны миңә түшәгендә килеш алып килегеҙ, үлтерәм, – тип кешеләрен ҡабат ебәрҙе. 16Хеҙмәтселәр килде. Ҡараһалар: түшәктә һын, ә башы урынында – кәзә дебетенән кейеҙ. 17Шаул Михәлдән: – Нишләп мине алданың, ә дошманымды ҡасырып ебәрҙең? – тип һораны. – Ул миңә: «Ебәр, юғиһә, мин һине үлтерәм», тине, – тип яуапланы Михәл. 18Дауыт ҡасып ҡотолдо һәм Рамаға Шемуилға килде. Уға Шаулдың үҙенә нимәләр эшләгәнен һөйләп бирҙе. Шунан Шемуил менән икәүләп Найоҫҡа килделәр. 19Дауыттың Рамалағы Найоҫта булыуын Шаулға еткерҙеләр. 20Батша үҙенең хеҙмәтселәрен Дауытты тоторға ебәрҙе. Ҡараһалар, Шемуил етәкселегендә бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙең пәйғәмбәрлек иткәнен күрҙеләр. Шул саҡ Раббы рухы Шаулдың кешеләренә иңде, улар ҙа пәйғәмбәрлек итә башланы. 21Был хаҡта Шаулға еткерҙеләр. Ул бүтән хеҙмәтселәрен ебәрҙе. Тик улары ла пәйғәмбәрлек итергә тотондо. Шаулдың өсөнсө тапҡыр ебәргән кешеләре лә пәйғәмбәрлек итергә кереште. 22Шаул Рамаға үҙе юлланды. Сехуҙағы ҙур һыу соҡоро янына барып еткәс: – Шемуил менән Дауыт ҡайҙа? – тип һораны. – Рамалағы Найоҫта, – тинеләр. 23Шаул Рамалағы Найоҫҡа китте. Әммә Алла рухы уны ла солғап алды һәм ул Найоҫҡа еткәнсе юл буйынса пәйғәмбәрлек итеп барҙы. 24Ул да кейемдәрен сисеп ырғытты, Шемуил алдында пәйғәмбәрлек итте. Көнө буйы, төнө буйы яланғас ятты. Халыҡтың: «Шаул да пәйғәмбәр булғанмы?» – тигәне шунан тороп ҡалған.
Copyright information for
BakIBT2023