‏ 1 Samuel 20

Йонаҫан менән Дауыттың дуҫлығы

1Дауыт Рамалағы Найоҫтан ҡасып, Йонаҫанға килде лә унан:

– Ни эшләнем мин? Ғәйебем нимәлә? – тип һораны. – Атайыңа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым, ниңә ул минең йәнемде көҫәй?

2– Был булмаясаҡ! Һин үлмәйәсәкһең, – тине Йонаҫан. – Атайым миңә белдермәйенсә ҙур эшкә лә, бәләкәй эшкә лә тотонмай. Нишләп ул был ниәтен минән йәшерһен? Улай булмаясаҡ!

3Әммә Дауыт ант итеп:

– Һинең мине хуш күргәнеңде атайың бик яҡшы белә. Шуға күрә: «Был хаҡта Йонаҫан һиҙмәһен, юғиһә көйәләнер», тип уйлай. Әммә тере Раббы ла, һин дә шаһит: минең менән әжәл араһында тик бер аҙым ғына, – тине.

4Йонаҫан Дауытҡа:

– Йәнең нимә теләй, һинең өсөн барыһын да эшләйем, – тине.

5– Ҡара, иртәгә Яңы ай байрамы, – тине Дауыт Йонаҫанға. – Мин батша менән бер табында ултырырға тейешмен. Ләкин һин мине ебәрһәң, мин иртәгәнән һуңға кискә тиклем ҡырҙа йәшенеп торор инем. 6Әгәр атайың юҡлығымды абайлаһа: «Дауыт тыуған ҡалаһы Бейт-Ләхәмгә ҡайтырға һораны, сөнки нәҫел-нәсәбе йыллыҡ ҡорбандарын сала», – тип әйтерһең. 7Әгәр ҙә ул «ярар» тиһә, тимәк, мин ҡолоңа ҡурҡыныс янамай. Ә инде асыуы тоҡанһа, бел, ул миңә яуызлыҡ эшләргә ниәтләй. 8Ә һин ҡолоңа мәрхәмәт ҡыл, сөнки Раббы алдында минең менән вәғәҙәләштең. Ғәйебем бар икән, үҙең үлтер. Ниңә мине атайыңа алып барырға? – тине.

9– Булыуы мөмкин түгел! – тип яуапланы Йонаҫан. – Әгәр атайымдың уйында яуызлыҡ икәнен ысынлап та белһәм, һиңә әйтмәй ҡаламмы һуң?

10– Әгәр атайың һиңә асыулы яуап бирһә, кем миңә хәбәр итер? – тип һораны Дауыт.

11– Әйҙә, ҡырға сығайыҡ, – тине Йонаҫан. Икәүләп яланға киттеләр.

12Йонаҫан былай тине:

– Исраил Аллаһы Раббы хаҡы менән ант итәм! Иртәгә йәки иртәгәнән һуң ошо ваҡытҡа атайымдың ниәтен беләсәкмен. Әгәр ҙә ул һиңә ҡарата яҡшы теләктә булһа, әлбиттә, хәбәр ебәрермен.
13Әгәр атам һиңә яуызлыҡ уйлаһа, был хаҡта һиңә хәбәр итмәһәм һәм һинең иҫән-аман ҡасып китеүеңә юл ҡуймаһам, миңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн! Раббы нисек атайым менән булған, һинең менән дә шулай юлдаш булһын. 14Тик һин дә мине, иҫән сағымда, Раббының мәрхәмәтенән айырма. Әгәр ҙә мин үлһәм, 15хатта Раббы Дауыттың бөтә дошмандарын ер йөҙөнән юҡ иткән саҡта ла, нәҫел-ырыуымды яҡшылығыңдан мәңге мәхрүм итмә!

16Шулай итеп, Йонаҫан Дауыттың нәҫел-нәсәбе менән килешеү төҙөнө.

– Раббы Дауыттың дошмандарын язалаһын! – тине.

17Йонаҫан Дауытты үҙенең йәнеләй күреп ярата ине. Ул:

– Миңә булған дуҫтарса һөйөүеңде раҫла, – тип Дауытты тағы бер мәртәбә ант иттерҙе.

18Йонаҫан уға былай тине:

– Иртәгә Яңы ай байрамы. Һинең турала һорарҙар, сөнки урының буш буласаҡ.
19Шуға күрә иртәгәнән һуңға тиҙ генә элек йәшеренгән урынға кил, Әзәл ташы янына ултыр. 20Ә мин, сәпкә төҙәгән булып, шул яҡҡа өс уҡ атырмын. 21Шунан: «Уҡтарҙы эҙләп тап», – тип хеҙмәтсе малайҙы ебәрермен. Әгәр ҙә уға: «Ана бит, уҡтар артыңда ята, уларҙы алып кил», – тиһәм, сығырһың. Тимәк, хәүеф юҡ. Тере Раббы шаһит: һиңә бер нәмә лә булмаҫ. 22Ә инде малайға: «Ана бит, уҡтар алдыңда ята», – тиһәм, китерһең. Тимәк, Раббы һине ебәрә. 23Ә үҙ-ара килешеүебеҙгә килгәндә инде, Раббы һинең менән минең арала мәңге шаһит булһын.

24Дауыт ҡырға китеп йәшенде. Яңы ай тыуғас, батша килеп байрам табынына ултырҙы. 25Ғәҙәттәгесә, батша үҙенең диуар эргәһендәге урынын алды. Йонаҫан баҫып торҙо, ә Авнер Шаул янына урынлашты. Дауыттың урыны буш ҡалды. 26Был көндө Шаул бер нәмә лә өндәшмәне: «Моғайын, Дауыт берәй хәлгә юлыҡҡандыр. Эйе, шулайҙыр, ул үҙен нәжесләгәндер», – тип уйланы. 27Иртәгәһенә, айҙың икенсе көнөндә, Дауыттың урыны йәнә буш ҡалды. Шаул улы Йонаҫандан:

– Ишай улы ни өсөн кисә лә, бөгөн дә табынға килмәне? – тип һораны.

28Йонаҫан батшаға:

– Дауыт Бейт-Ләхәмгә ҡайтыр өсөн минән бик үтенеп рөхсәт һораны, – тип яуап бирҙе. –
29«Зинһар рөхсәт ит, нәҫелебеҙ ҡалала ҡорбан сала. Ағайым миңә лә ҡайтырға ҡушты. Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, ебәр, барып туғандарымды күреп киләйем», тине. Шуға ул батша табынына килмәне.

30Шаулдың Йонаҫанға ҡаршы асыуы ҡупты.

– Һин йүнһеҙ, тиҫкәре әсәңдең балаһы! Ишай улы менән дуҫлашҡаныңды белмәй йөрөйөммө ни мин? Был ҡылығың менән үҙеңде һәм һине тапҡан әсәңде оятҡа ҡалдырҙың бит.
31Ишай улы ер йөҙөндә йәшәгәндә, үҙең дә, батшалығың да имен булмаясаҡ! Хәҙер үк кеше ебәр, уны бында килтерт. Ул мотлаҡ үлергә тейеш! – тине.

32– Ниңә уны үлтерергә? Ни эшләгән ул? – тип ҡаршы төштө Йонаҫан атаһы Шаулға.

33Шаул, үлтерергә теләп, улына һөңгөһөн ырғытты. Йонаҫан атаһының ысынлап та Дауытты һәләк итергә ниәтләгәнен аңланы. 34Йонаҫан нәфрәтләнеп табынды ташлап сығып китте. Яңы ай байрамының икенсе көнөндә ул тамағына ашаманы, сөнки атаһының Дауытты хурлауы уны ҡаты ҡайғыға һалғайны.

35Иртәгәһенә иртәнсәк ул Дауыт менән алдан килешелгәнсә ҡырға сыҡты. Янында бер бәләкәй малай ҙа бар ине.

36– Йүгер, атҡан уҡтарымды эҙләп тап, – тине ул малайға.

Малай йүгерҙе, ә Йонаҫан уҡтарын унан аша барып төшөрлөк итеп атты.
37Малай уҡ төшкән ергә барып етеп килгән саҡта, Йонаҫан уның артынан:

– Ана ҡара, уҡ алдыңда ята, – тип ҡысҡырҙы.
38Шунан йәнә:

– Тиҙ бул, йүгер, туҡтама! – тип һөрәнләне.

Малай, Йонаҫандың уҡтарын йыйып алып, хужаһына килтереп бирҙе.
39Малай бер нәмә лә һиҙмәне. Эштең ниҙә икәнлеген Йонаҫан менән Дауыт ҡына белә ине. 40Йонаҫан малайға ҡоралын бирҙе лә:

– Бар, ҡалаға алып ҡайт, – тине.

41Малай киткәс, Дауыт көньяҡ тарафтан килеп сыҡты ла, ергә тиклем бөгөлөп, өс тапҡыр баш эйҙе. Үбешеп күрештеләр, икәүләшеп илаштылар. Дауыт бигерәк тә ныҡ иланы.

42– Иҫән-аман йөрө, – тине Йонаҫан Дауытҡа. – Раббы минең менән һинең арала, минең тоҡомом менән һинең тоҡомоң араһында мәңге булһын, тип Раббы исеме менән ант бирешкәнбеҙ.

43Бынан һуң Дауыт үҙ юлына китте, Йонаҫан кире ҡалаға ҡайтты.

Copyright information for BakIBT2023