1 Samuel 22
1Дауыт, бынан китеп, Ғадуллам мәмерйәһендә йәшенде. Был хаҡта ишеткән ағалары, атаһы йортондағылар уның янына килде. 2Шулай уҡ ҡыйырһытылған кешеләр, бурыстарын түләй алмағандар, күңелдәрендә рәнйеше булғандар уның тирәһенә тупланды. Тора-бара уларҙың һаны дүрт йөҙгә барып етте һәм Дауыт уларға башлыҡ булды. 3Дауыт бынан Моавтың Миспе ҡалаһына барҙы һәм Моав батшаһына: – Алланың мине нимә эшләтәсәген белгәнгә тиклем, атайым менән әсәйемде һиндә ҡалдырып торорға рөхсәт ит, – тине. 4Шулай итеп, Дауыт ата-әсәһен Моав батшаһы янына алып килде. Дауыт йәшенеп ятҡан ерендә булған арала, улар шунда йәшәне. 5Әммә Ғад пәйғәмбәр: – Һин бында – йәшенгән урыныңда ҡалма, Йәһүҙә еренә бар, – тигәс, Дауыт Хәрәҫ урманына китте.Шаулдың Нов ҡалаһы ҡаһиндарын үлтереүе
6Шаул Дауыттың үҙ кешеләре менән ошо тирәлә күренгәне тураһында ишетте. Ул Гивғала бер ҡалҡыу ерҙә тамариск ағасы аҫтында ҡулына һөңгө тотоп ултыра ине. Эргәһендә бөтә ярандары баҫып тора. 7Шаул янында торған ярандарына: – Эй Бинйәмин улдары, мине тыңлағыҙ! – тине. – Ишайҙың улы һәр берегеҙгә баҫыуҙар, йөҙөм баҡсалары бирер, һәр берегеҙҙе мең башы, йөҙ башы итеп ҡуйыр, тип уйлайһығыҙмы? 8Ни өсөн миңә ҡаршы мәкер ҡорҙоғоҙ? Улымдың Ишай улы менән бер һүҙле булыуын берегеҙ ҙә ҡолағыма төшөрмәне. Берегеҙ-бер минең өсөн борсолманы. Үҙ улымдың ҡоломдо миңә ҡаршы боҫҡон ▼▼ Боҫҡон – руссаһы: засада.
ҡорорға ҡотортоуы тураһында әйтеүсе табылманы. 9Шаулдың ярандары араһында торған Эдом кешеһе Доег: – Ишай улы Дауыттың Нов ҡалаһына Ахитув улы Ахимәләх ҡаһин янына килгәнен күрҙем, – тине. – 10Ахимәләх Дауыт тураһында һорап Аллаға мөрәжәғәт итте. Уға ашарға ризыҡ, пелешти Голиаҫтың ҡылысын бирҙе. 11Шаул батша Ахитув улы Ахимәләх ҡаһинды, уның зат-зәүерен, Новтағы барса ҡаһиндарҙы саҡырырға кешеләр ебәрҙе. Улар барыһы ла батша янына килде. 12Шаул Ахимәләхкә: – Эй Ахитув улы, мине тыңла! – тине. – Эйе, хакимым! – тине Ахимәләх. 13– Ни өсөн Ишай улы менән миңә ҡаршы мәкер ҡорҙоғоҙ? – тине Шаул. – Һин уға икмәк, ҡылыс биргәнһең, уның өсөн һорап Аллаға мөрәжәғәт иткәнһең. Ана хәҙер Дауыт миңә ҡаршы баш күтәреп, миңә тоҙаҡ ҡороп йөрөй. 14Ахимәләх батшаға: – Бөтөн ярандарың араһында һиңә Дауыт кеүек тоғро, бирелгән берәйһе бармы? – тип яуап ҡайтарҙы. – Дауыт һинең кейәүең, һаҡсыларыңдың башлығы, өйөңдә хөрмәтле. 15Мин Дауыт өсөн Аллаға ул көндө генә мөрәжәғәт итә башланыммы ни? Юҡ бит! Батшам мин ҡолоңдо һәм атам нәҫелен ғәйепләмәһен. Сөнки мин ҡолоң был хаҡта, оломо был, әллә бәләкәйме, бер нәмә лә белмәйем. 16Әммә батша: – Эй Ахимәләх, үҙең дә, нәҫел-нәсәбең дә үлтерелергә тейеш! – тине. 17Шунан эргәһендә торған йәнһаҡсыларына: – Барығыҙ, Раббының ҡаһиндарын үлтереп ташлағыҙ! Улар ҙа Дауыт менән бер һүҙле. Уның ҡасҡанын белә тороп, миңә хәбәр итмәгәндәр, – тип әмер бирҙе. Әммә батшаның хеҙмәтселәре Раббының ҡаһиндарына ҡул күтәрергә баҙнат итмәне. 18Шунда батша Доегҡа: – Бар, ҡаһиндарҙы һин үлтер! – тип бойорҙо. Эдом кешеһе Доег барып ҡаһиндарҙы үлтерҙе. Был көндө ул етен эфод кейгән һикһән биш кешенең йәнен ҡыйҙы. 19Шунан ҡаһиндар ҡалаһы булған Новты тотош ҡылыстан үткәрҙе. Ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе тотош ҡырып һалды. 20Ахитув улы Ахимәләхтең улдарынан бары тик Әвйәҫәр тигәне генә ҡотолоп ҡалды. Ул Дауыт янына ҡасып китте. 21Әвйәҫәр Шаулдың Раббы ҡаһиндарын үлтереүе тураһында Дауытҡа һөйләп бирҙе. 22Дауыт уға: – Теге көндө үк унда булған Эдом кешеһе Доегтың Шаулға мотлаҡ хәбәр итәсәген дә белгәйнем. Атаң йортондағы бөтә кешеләрҙең үлемендә мин ғәйепле. 23Янымда ҡал, ҡурҡма! Кем минең йәнемде көҫәй, шул һине лә һәләк итергә ниәтләй. Минең янымда саҡта хәүефһеҙлектә булырһың, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023