‏ 1 Samuel 27

Дауыт пелештиҙәр араһында

1Дауыт: «Былайтып берәй көн Шаулдың ҡулынан һәләк булыуым бар, – тип уйланы. – Шуға күрә минең өсөн пелешти еренә ҡасыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ул саҡта Шаул да Исраилдың бер осонан алып икенсе осона тиклем эҙләүҙән туҡтар, мин дә уның ҡулынан ҡотолормон», – тигән ҡарарға килде. 2Шунан һуң Дауыт, янындағы алты йөҙ кешеһен алып, Ғаҫ батшаһы Мағох улы Ахишҡа юлланды. 3Ғаиләләре менән бергә Ғаҫта, Ахиш янында, төйәкләнделәр. Ҡатындары – Изреғилдән Ахиноғам менән Кармәл кешеһе Навалдан тол ҡалған Авигаил Дауыт менән булды. 4Дауыттың Ғаҫҡа ҡасып киткәнен Шаулға хәбәр иткәс, ул башҡаса Дауытты эҙләп маташманы.

5– Әгәр күңелеңә хуш булһам, миңә берәй бәләкәй ҡалала урын бир. Шунда урынлашайым. Ниңә ҡолоңа баш ҡалала һинең яныңда йәшәргә? – тине Дауыт Ахишҡа.

6Ахиш уға шул көндө үк Сиҡлағ ҡалаһын бирҙе. Шуға күрә Сиҡлағ әлегә тиклем Йәһүҙә батшаларыныҡы булып ҡала. 7Дауыт пелешти тупрағында бер йыл да дүрт ай йәшәне.

8Был ваҡыт эсендә Дауыт менән кешеләре Шурҙан алып Мысырға тиклемге был ерҙәрҙә элек-электән йәшәгән гешури, гирзи халыҡтарына һәм ғәмәлектәргә баҫҡынсылыҡ итте. 9Дауыт ул ерҙәргә һөжүм иткәндә, ирме, ҡатынмы – береһен дә тере ҡалдырманы. Ҡуйҙарын, үгеҙҙәрен, ишәктәрен, дөйәләрен ҡыуып алып китте, кейем-һалымын тартып алыр һәм Ахишҡа кире ҡайтыр булды. 10Ахиш: «Бөгөн кемгә барымта яһанығыҙ?» – тип һораһа, Дауыт: «Негевтағы йәһүҙиҙәргә» йәки «Негевтағы йерахмеилдарға», йәиһә «Негевтағы ҡыниҙарға», – тип әйтә торған булды. 11Бер генә ирҙе, бер генә ҡатынды ла тере ҡалдырманы, Ғаҫҡа килтермәне Дауыт, сөнки улар: «Дауыт былай эшләне, Дауыт тегеләй эшләне», – тип һөйләрҙәр тип уйланы. Пелешти ерендә йәшәгәндә һәр саҡ шулай эшләне. 12Ахиш уға тулыһынса ышанды: «Дауытты исраилдар үҙҙәре күрә алмай, тимәк, ул бынан һуң миңә мәңге тоғро хеҙмәт итәсәк», – тип уйланы.

Copyright information for BakIBT2023