1 Samuel 29
Пелештиҙәрҙең Дауытҡа ышанмауы
1Пелештиҙәр бөтә ғәскәрҙәрен Афеҡта тупланы. Исраилдар иһә Изреғилдәге инеш янында урынлашты. 2Пелешти хакимдары йөҙәр һәм меңәр кешелек ғәскәрҙәре менән бара, ә Дауыт үҙенекеләр менән Ахиш янында арттан килә ине. 3– Бында ғивриҙәр нимә эшләй? – тип һөйләнде пелешти башлыҡтары. Ахиш уларға: – Был Исраил батшаһы Шаулдың яраны булған Дауыт та инде! Бер йылдан ашыу ул янымда йөрөй. Шаулды ташлап килгәненән алып бөгөнгәсә бер ниндәй ҙә яманлығын күргәнем юҡ, – тип яуап ҡайтарҙы. 4Әммә пелешти башлыҡтары Ахишҡа бик асыуланды. – Был кешене кире ебәр. Һин уға тәғәйенләгән урынға кире ҡайтһын, тик беҙҙең менән һуғышҡа бармаһын. Юғиһә яу мәлендә беҙгә ҡаршы сығыр. Ышаныс ҡаҙаныр өсөн, хужаһына беҙҙең кешеләребеҙҙең башын биреүҙән дә яҡшыраҡ берәй әмәл бармы? 5Бейешкәндә: «Шаул ҡырҙы меңдәрҙе,Ә Дауыт ун меңдәрҙе», –
тип йырланған Дауыт түгелме ни ул? – тинеләр. 6Шунан Ахиш Дауытты янына саҡырып: – Тере Раббы шаһит: һин намыҫлы кешеһең. Яуға минең менән бергә инһәң, бергә сыҡһаң, күңелемә рәхәт булыр ине. Килгәнеңдән алып, бөгөнгәсә бер яманлығыңды ла күрмәнем. Тик пелешти хакимдары һине хушһынманы. 7Шуға күрә кире ҡайт. Имен-аман йөрө, пелешти хакимдарының йәнен көйҙөрмә, – тине. 8Дауыт Ахиштан: – Нимә эшләнем мин? Яныңа килгәндән алып, бөгөнгә тиклем ҡолоңдан ниндәй яманлыҡ күрҙең? Ни өсөн миңә батша хакимымдың дошмандарына ҡаршы һуғышырға ярамай? – тип һораны. 9Ахиш: – Хафаланма. Белә йөрөйөм, минең өсөн һин Алланың бер фәрештәһе кеүек яҡшыһың, – тип яуапланы. – Тик пелешти башлыҡтары: «Ул беҙҙең менән һуғышҡа бармаһын», – тип талап итә. 10Яныңдағы ҡасандыр хакимыңа хеҙмәт иткән башҡа кешеләрең менән бергә таңдан тороғоҙ ҙа, яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ҡуҙғалығыҙ. 11Дауыт менән кешеләре, ҡабат пелешти еренә китер өсөн, таң һарыһынан уҡ ҡалҡты. Ә пелештиҙәр Изреғилгә йүнәлде.
Copyright information for
BakIBT2023