‏ 1 Samuel 3

Алланың Шемуилды саҡырыуы

1Үҫмер Шемуил Ғәлиҙең ҡулы аҫтында Раббыға хеҙмәт итте. Ул осорҙа Раббының һүҙе һирәк килә, илаһи күренмештәр ҙә йыш түгел ине.

2Бер көндө Ғәли үҙенең урынында ята ине. Күҙҙәренең нуры ҡайтҡанлыҡтан, ул инде йүнләп күрмәй ине. 3Алланың шәме әле һүнмәгәйне һәм Шемуил Раббы йортонда – Алланың Изге һандығы торған урында ята ине. 4Раббы Шемуилға өндәште.

– Мин бында! – тип яуапланы Шемуил.
5Ул Ғәли янына йүгереп барып:

– Мине саҡырғайның. Мин бындамын! – тине.

– Юҡ, мин һине саҡырманым. Бар, ят, – тине Ғәли.

Шемуил урынына барып ятты.
6Раббы уға тағы өндәште.

– Шемуил!

Шемуил тороп йәнә Ғәли янына килде.

– Мине саҡырғайның. Мин бындамын! – тине.

– Юҡ, мин һине саҡырманым, улым, – тине Ғәли. – Бар, ят.

7Шемуил ул ваҡытта Раббыны танып белмәй ине – уға Раббы һүҙе асылмағайны әле.

8Раббы Шемуилға өсөнсө тапҡыр өндәште. Үҫмер тороп Ғәли янына китте.

– Мине саҡырғайның. Мин бындамын, – тине.

Шунда Ғәли үҫмергә Раббы өндәшкәнен аңланы.
9Ул Шемуилға:

– Барып урыныңа ят. Ул яңынан өндәшһә: «Әйт, Раббым, ҡолоң Һине тыңлай», тиерһең, – тип өйрәтте.

Шемуил урынына барып ятты.

10Раббы унда килеп торҙо ла баяғы кеүек:

– Шемуил! Шемуил! – тип өндәште.

Шемуил:

– Әйт, ҡолоң тыңлай! – тип яуап ҡайтарҙы.

11Раббы Шемуилға былай тине:

– Бына Мин Исраилда шундай бер эш ҡылмаҡсымын: уның хаҡында ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар.
12Ул көндө Мин Ғәлигә уның нәҫеле тураһында әйткәндәремдең барыһын да ғәмәлгә ашырасаҡмын. Башлармын да тамамлап та ҡуйырмын. 13Улдарының Алланы хурлағанын белә тороп уларҙы тыймағаны өсөн нәҫел-ырыуын мәңгелек язаға тарттырасағым хаҡында Ғәлигә белдергәйнем инде. 14Шуға күрә Ғәли нәҫеленә ант итеп әйтәм: Ғәли нәҫеленең ғәйебе ҡорбандар менән дә, саҙаҡалар менән дә мәңге юйылмаҫ.

15Шемуил иртәнгә тиклем ятты, шунан тороп Раббы йортоноң ишектәрен асты. Күргән күренмешен Ғәлигә һөйләргә ҡурҡты. 16Әммә Ғәли уны:

– Шемуил улым! – тип саҡырып алды.

– Мин бындамын! – тине Шемуил.

17– Раббы һиңә нимәләр әйтте? – тип һораны Ғәли. – Минән йәшермәһәңсе. Үҙеңә әйтелгәндәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырһаң, һиңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн.

18Шемуил уға бөтәһен дә һөйләп бирҙе, бер нәмә лә йәшермәне.

– Ул – Раббы, – тине Ғәли. – Үҙе нисек ҡулай күрә, шулай эшләһен.

19Шемуил ҙурайҙы. Раббы һәр саҡ уның менән булды һәм Шемуилдың пәйғәмбәрлек һүҙҙәренең барыһын да ғәмәлгә ашырып торҙо. 20Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем бөтә Исраил Шемуилдың Раббының ысын пәйғәмбәре икәнлеген белде. 21Раббы Шилола күренеүен дауам итте: Ул Үҙенең һүҙе аша Шемуилға асыла торған булды.

Copyright information for BakIBT2023