‏ 1 Samuel 30

Ғәмәлектәр менән һуғыш

1Өсөнсө көндө Дауыт менән кешеләре ҡайтып етте. Ул арала ғәмәлектәр Негевҡа һәм Сиҡлағҡа баҫҡынсылыҡ иткән. Ҡаланы үртәгәндәр, 2бөтә ҡатын-ҡыҙҙы һәм олоһон-кесеһен айырмайынса бар халыҡты әсирлеккә төшөргәндәр – бер кемде лә үлтермәгәндәр, ә үҙҙәре менән ҡыуып алып киткәндәр. 3Дауыт менән кешеләре ҡалаға килеп ингәс, уның көл-күмергә ҡалғанын, ҡатындарының, улдары менән ҡыҙҙарының әсирлеккә алынғанын белде. 4Быны күреп, Дауыт менән кешеләре ҡысҡырышып иларға тотондо һәм хәлдән тайғансы йәш түкте. 5Дауыттың ике ҡатыны: Изреғилдән Ахиноғам менән Кармәлдән Навалдың элекке ҡатыны Авигаил дә әсирлеккә алынғайны. 6Дауыт бик ауыр хәлдә ҡалды, сөнки һәр кем, улдары һәм ҡыҙҙары өсөн әсе хәсрәткә батып, Дауытҡа таш бәрергә теләне. Ләкин Дауыт Аллаһы Раббынан көс алды. 7Ул Ахимәләх улы Әвйәҫәр ҡаһинға:

– Миңә эфодты килтер әле, – тине.

Әвйәҫәр Дауытҡа эфодты алып килде.
8Дауыт Раббынан:

– Был баҫҡынсыларҙың артынан төшһәм, уларҙы ҡыуып етә алырмынмы? – тип һораны.

– Арттарынан төш, мотлаҡ ҡыуып етерһең һәм әсирҙәрҙе ҡотҡарырһың, – тине Раббы.

9Дауыт алты йөҙ кешеһе менән юлға сыҡты. Бесор ағымына еткәс, яугирҙәренең бер өлөшөн шунда ҡалдырҙы. 10Бесор ағымын кисеп сығырға хәле етмәгән ике йөҙ кеше тороп ҡалды, дүрт йөҙ кешеһе менән Дауыт артабан ҡыуа китте, 11Ҡырҙа бер Мысыр кешеһен осратып, уны Дауытҡа алып килделәр. Уға икмәк бирҙеләр, ашаны. Һыу эсерҙеләр. 12Бер аҙ киптерелгән инжир менән ике йөҙөм көлсәһе бирҙеләр. Ашағас, хәлләнде, сөнки өс көн, өс төн ауыҙына тәғәм ризыҡ, бер тамсы һыу алмағайны. 13Дауыт унан:

– Һин кемдекеһең? Ҡайҙан киләһең? – тип һораны.

– Мысыр кешеһемен, бер ғәмәлектең ҡоло инем. Өс көн элек ауырып киттем, шуға күрә хужам мине ташлап ҡалдырҙы, – тип яуапланы егет. –
14Беҙ Негевта керетиҙәрҙең ерҙәрен, Йәһүҙә һәм Калев биләмәләрен баҫып алған, ә Сиҡлағты яндырған инек.

15– Мине ул баҫҡынсылар янына алып бара алаһыңмы? – тип һораны Дауыт.

– Мине үлтермәҫкә, хужамдың ҡулына бирмәҫкә Алла менән ант итһәң, һине ул баҫҡынсыларға алып барам, – тине егет.

16Ул Дауытты баҫҡынсылар янына алып китте. Бына тегеләр, тирә-яҡҡа таралышып, ашап-эсә, Пелешеҫ менән Йәһүҙә ерҙәрендә талап алған яумалдарына ҡыуанып байрам итә. 17Дауыт уларға һөжүм итте һәм бер эңерҙән икенсе эңергә тиклем ҡырҙы. Дөйәләргә менеп ҡасҡан дүрт йөҙ егеттән башҡа ҡотолоп ҡалған кеше булманы. 18Дауыт ғәмәлектәр алып киткән бөтә нәмәне ҡабат тартып алды, шулай уҡ үҙенең ике ҡатынын да ҡотҡарҙы. 19Кесеһенән дә, олоһонан да, ул-ҡыҙҙарҙан да бер кем дә юғалманы; ғәмәлектәр яумал итеп алып киткән бөтә нәмәләрҙең барыһын да Дауыт кире ҡайтарҙы. 20Ул шулай уҡ дошмандың бөтә ваҡ һәм эре малын да алып китте. Яугирҙәр: «Былары Дауыттың табышы», – тип уларҙы башҡа мал-тыуар алдынан ҡыуып алып ҡайттылар.

21Бына Дауыт, уның артынан эйәрергә хәлдәре бөткәнлектән, Бесор ағымы янында тороп ҡалған ике йөҙ кеше янына килеп етте. Улар Дауытҡа һәм уның янындағы кешеләргә ҡаршы сыҡты. Дауыт улар эргәһенә килеп сәләм бирҙе. 22Шул саҡ Дауыт менән бергә барған кешеләрҙең тар күңелле, яуыздары:

– Беҙҙең менән бармағас, табышыбыҙҙан уларға бер нәмә лә бирмәйбеҙ. Һәр береһе үҙенең бисәһе менән балаларын алһын да китһен, – тип һөйләнә башланы.

23Әммә Дауыт:

– Улай ярамай, ағай-эне! – тине. – Раббы беҙгә ошоларҙың барыһын да биргәндән һуң, былай ҡыланырға ярамай. Ул беҙҙе ҡотҡарҙы, беҙгә һөжүм иткән баҫҡынсыларҙы ҡулыбыҙға тапшырҙы.
24Был эштә һеҙҙе кем тыңлар? Һуғышта булғандар менән ылау янында ҡалғандарҙың өлөшө бер. Бөтә нәмә лә тигеҙ бүленәсәк.

25Ошо көндән алып Дауыт быны Исраил өсөн ҡанун һәм ҡағиҙә итеп ҡуйҙы. Был бөгөнгәсә дауам итә.

26Дауыт Сиҡлағҡа ҡайтты һәм:

– Раббының дошмандарынан алынған малдарҙан бүләк, – тип табышынан үҙенең дуҫтары – Йәһүҙә аҡһаҡалдарына өлөш ебәрҙе.
27Бейт-Илдәге, Рамоҫ-Негевтағы, Яттир, 28Ғароғер, Сифмоҫ, Әштемоағ, 29Рахал, Йерахмеил, ҡыниҙарҙың ҡалаларындағы, 30Хорма, Бор-Ғашан, Ғаҫах, 31Хевронда һәм Дауыт үҙенең кешеләре менән йөрөгән урындарҙа йәшәгәндәргә яумалдан өлөш сығарҙы.

Copyright information for BakIBT2023