‏ 1 Samuel 4

1Шемуилдың һүҙе бөтә Исраилға таралды.

Изге һандыҡтың пелештиҙәр ҡулына төшөүе

Шул осорҙа исраилдар пелештиҙәргә ҡаршы яуға сыҡты. Улар Әвән-Ғезәрҙә, ә пелештиҙәр Афеҡта туплам ҡорҙо.
2Пелешти ғәскәре исраилдарға ҡаршы теҙелеп баҫты. Алыш ваҡытында исраилдар пелештиҙәрҙән еңелде. Яу яланында дүрт меңгә яҡын Исраил яугире ҡырылды. 3Һуғышсылар тупламға ҡайтҡас, Исраил аҡһаҡалдары:

– Ни өсөн Раббы бөгөн беҙҙе пелештиҙәрҙән еңелдерҙе икән? Раббының Килешеү һандығын Шилонан бында алып киләйек. Ул арабыҙҙа булһын һәм беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарһын, – тинеләр.

4Халыҡ Шилоға кешеләр ебәрҙе һәм кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Килешеү һандығын килтерҙеләр. Ғәлиҙең ике улы Хофни менән Пинхас Алланың Килешеү һандығы янында ине.

5Раббының Килешеү һандығы тупламға килгәс, бөтә исраилдар шул тиклем ҡысҡырышты, хатта ер тетрәне. 6Ҡысҡырышҡан тауыштарҙы ишеткән пелештиҙәр:

– Ғивриҙәр тупламында ниндәй шау-шыу ул? – тип ғәжәпләнде. Тупламға Раббы һандығы килгәнен белгәс,
7ҡурҡыуға ҡалдылар:

– Аллалары уларҙың тупламдарына килгән, – тинеләр. – Харап булдыҡ! Әлегә тиклем бындай хәлдең булғаны юҡ ине.
8Бөттө баш! Был ҡөҙрәтле аллалар ҡулынан беҙҙе кем ҡотҡарыр? Сүлдә мысырҙарҙы һәр төрлө ҡазалар менән язалаған аллалар бит улар. 9Ҡыйыу булығыҙ, пелештиҙәр! Батыр тороғоҙ, юғиһә, әүәл ғивриҙәр һеҙгә нисек ҡол булһа, һеҙ ҙә шулай уларға ҡол булырһығыҙ! Шуға күрә ҡаһармандарса алышығыҙ!

10Пелештиҙәр яуға ташланды. Исраилдар еңелде һәм һәр береһе үҙ сатырына ҡасты. Ҡырылыш шул тиклем аяуһыҙ булды: яу яланында исраилдарҙан утыҙ мең йәйәүле ятып ҡалды. 11Алла һандығы тартып алынды, Ғәлиҙең ике улы – Хофни менән Пинхас үлде.

Ғәлиҙең вафаты

12Бинйәмин ырыуынан бер кеше, һуғыш яланынан ҡасып, шул көндө үк Шилоға барып етте. Кейеме йыртылған, башына тупраҡ һибелгән ине. 13Ул Шилоға килеп ингәндә, Алланың һандығы өсөн күңеле хәүефләнгән Ғәли юл буйында ултырғыста ҡарап ултыра ине. Теге кеше ҡалаға инеп яу яланында булған хәлдәр хаҡында хәбәр һалғас, ҡала халҡы ҡысҡырып илаша башланы. 14Үкереп илаған тауыштарҙы ишеткән Ғәли:

– Был ниндәй шау-шыу? – тип һораны.

Хәбәр килтергән әҙәм ашығып Ғәли янына килде лә һөйләп бирҙе.
15Ул осорҙа Ғәли туҡһан һигеҙ йәшендә булып, күҙҙәре зәғифләнгән, күрмәй ине. 16Әлеге кеше Ғәлигә:

– Мин яу яланынан килә ятам, – тине. – Бөгөн һуғыштан ҡастым.

– Нимә булды, улым? – тип һораны Ғәли.

17– Исраилдар пелештиҙәрҙән ҡасты, – тине хәбәр килтереүсе. – Халыҡ ныҡ ҡыйралды. Шулай уҡ ике улың – Хофни менән Пинхас үлде. Алланың һандығы тартып алынды.

18Был әҙәм Алла һандығын телгә алыу менән, Ғәли ҡапҡа төбөндә ултырған урынынан салҡан йығылды ла муйынын һындырып йән бирҙе, сөнки ныҡ ҡартайғайны, ауыр кәүҙәле ине. Ул Исраилға ҡырҡ йыл хаким булды.

19Ғәлиҙең килене – Пинхастың ҡатыны – йөклө ине, етешеп бөткәйне. Алла һандығының дошман ҡулына төшөүе, ҡайныһы менән иренең үлеме тураһында ишеткәс, тулғағы тотоп сүгәләне лә балаһы тыуҙы. 20Үлеп барған сағында, эргәһендә торған ҡатындар уға:

– Ҡурҡма, улың тыуҙы, – тинеләр.

Ләкин ул иғтибар итмәне, яуап та бирмәне.
21Алла һандығы алынғанға, ҡайныһы менән ире үлгәнгә күрә:

– Исраилдың даны китте! – тине лә сабыйына Ихавод
Ихавод – йәһүд телендә «даны юҡ» тигән мәғәнәлә.
тип исем ҡушты.
22– Исраилдың даны китте, сөнки Алланың һандығы ҡулдан китте, – тине ул.

Copyright information for BakIBT2023