‏ 1 Samuel 5

Изге һандыҡ пелештиҙәрҙә

1Пелештиҙәр, Алла һандығын ҡулға төшөргәндән һуң, уны Әвән-Ғезәрҙән Ашдодҡа килтерҙеләр. 2Улар Алла һандығын Дагондың ҡорамына алып инеп, Дагон һыны эргәһенә урынлаштырҙылар. 3Ашдод халҡы иртәгәһенә иртән тороп ҡараһа, Дагон һыны Раббы һандығы алдында йөҙтүбән ерҙә ята! Дагонды күтәреп алып, яңынан үҙ урынына ҡуйҙылар. 4Иртәгәһенә йәнә иртән тороп ҡараһалар, Дагон тағы Раббы һандығы алдында йөҙтүбән ерҙә ята! Был юлы кәүҙәһе генә бөтөн килеш ҡалған, ә өҙөлгән башы менән ике ҡулы тупһа янында аунай. 5Шул сәбәпле Дагон ҡаһиндары ла, Дагон ҡорамына килеүселәр ҙә әлегә тиклем Ашдодтағы ҡорамдың тупһаһына баҫмай.

6Раббының ҡулы Ашдодта һәм уның тирәһендә йәшәүселәрҙе ауыр ҡазаларға дусар итте, уларҙың тәндәренә оролар сығарып, ҡоттарын алды. 7Был хәлдәрҙе күреп, Ашдодта йәшәүселәр:

– Исраил Аллаһының һандығы беҙҙә ҡалмаһын, сөнки беҙгә лә, илаһыбыҙ Дагонға ла Уның ҡулы ҡаты, – тинеләр.
8Шунан хәбәр ебәреп, пелешти хакимдарын саҡырттылар ҙа:

– Исраил Аллаһының һандығын нимә эшләтәйек? – тип һоранылар.

Пелешти хакимдары:

– Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫҡа күсерелһен, – тинеләр.

Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫ ҡалаһына ебәрелде.
9Әммә һандыҡ унда килтерелгәндән һуң, Раббының ҡулы ул ҡалаға ла бәлә-ҡаза килтерҙе: олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтәһенең тәненә оролар үҫеп сыҡты. Халыҡтың ҡото алынды. 10Бынан һуң Алла һандығын Ғәҡронға ебәрҙеләр. Алланың һандығы ҡалаға инер-инмәҫтән, Ғәҡрон халҡы:

– Беҙҙе – бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтөр өсөн Исраил Аллаһының һандығын беҙгә килтергәндәр! – тип яр һалды.
11Хәбәр ебәреп, бөтә пелешти хакимдарын йыйып килтерҙеләр ҙә:

– Исраил Аллаһының һандығын бынан оҙата күрегеҙ! Беҙҙе – беҙҙең бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтмәһен өсөн уны үҙенең урынына кире ҡайтарығыҙ, – тинеләр.

Бөтә ҡаланы әжәл ҡурҡынысы биләп алғайны. Раббының ҡулы ғәйәт ҡаты ине.
12Үлмәй ҡалғандар оролар менән ҡапланғайны. Ҡала халҡының аһ-зары күктәргә олғашты.

Copyright information for BakIBT2023