1 Samuel 8
Исраил халҡының батша талап итеүе
1Үҙе ҡартайғас, Шемуил Исраилға хаким итеп улдарын ҡуйҙы. 2Өлкән улының исеме Йоил, икенсеһенең Авияһ ине. Улар Беер-Шәвәғтә хаким ине. 3Әммә Шемуилдың улдары уның юлынан китмәне. Улар үҙ файҙаларын ғына ҡайғыртты, ришүәт алып, ялған хөкөм сығарҙы. 4Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары йыйылып, Рамаға Шемуил янына килде. 5Уға: – Һин инде олоғайҙың, – тинеләр. – Ә улдарың һинең юлыңдан йөрөмәй. Шуға күрә беҙҙең өҫтән башҡа халыҡтарҙа булған кеүек батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен. 6Уларҙың: «Беҙгә батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен», – тиеүҙәре Шемуилға оҡшаманы. Ул Раббыға доға ҡылды. 7Раббы Шемуилға: – Халыҡтың һиңә нимә тип әйткәнен тыңла. Улар һинән баш тартмай, ә үҙҙәренең батшаһы булараҡ Минән баш тарта, – тине. – 8Мин уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан көндән алып бөгөнгә тиклем Миңә нимә ҡылған булһалар, һиңә лә шулай эшләйҙәр: улар Мине ташлап, башҡа илаһтарға хеҙмәт иттеләр. 9Инде уларҙы тыңла, ләкин үҙҙәренә хакимлыҡ итәсәк батшаның хоҡуҡтары тураһында алдан уҡ ҡаты иҫкәрт. 10Үҙҙәренә батша талап иткән халыҡҡа Шемуил Раббының бөтә һүҙҙәрен һөйләп бирҙе. 11Былай тине: – Һеҙгә хакимлыҡ итәсәк батшаның хоҡуҡтары ошолар булыр: ул һеҙҙең улдарығыҙҙы алыр һәм үҙенең яу арбаларын йөрөтөргә ҡуйыр, атҡа атландырыр. Уның яу арбалары алдынан сабырҙар. 12Ҡайһыларын мең башы, ҡайһыларын илле башы итер. Ерен һөрҙөрөр, игенен урҙырыр. Һуғыш ҡоралы, яу арбалары өсөн кәрәк-яраҡ оҫталарҙар. 13Ҡыҙҙарығыҙҙы еҫле май яһатыу, ашарға бешертеү, икмәк һалдыртыу өсөн үҙенә алыр. 14Баҫыуҙарығыҙҙың, йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларығыҙҙың иң яҡшыларын тартып алып, үҙенең хеҙмәтселәренә өләшер. 15Игенегеҙҙең һәм йөҙөмдәрегеҙҙең ундан бер өлөшөн алып, үҙенең ярандарына һәм хеҙмәтселәренә таратыр. 16Иң яҡшы ҡолдарығыҙҙы, ҡолиәләрегеҙҙе, иң көслө егеттәрегеҙҙе, ишәктәрегеҙҙе үҙ эшенә тотонор. 17Ваҡ малдарығыҙҙың да унынсы өлөшөн алыр. Үҙегеҙ иһә уға ҡол булырһығыҙ. 18Ана шул саҡта үҙегеҙ һайлап алған батшағыҙға ҡаршы аһ-зар орорһоғоҙ, тик Раббы ул көндө һеҙгә яуап ҡайтармаясаҡ. 19Халыҡ барыбер Шемуилдың әйткәндәрен тыңларға теләмәне. – Юҡ, беҙҙең өҫтән батша булһын, – тинеләр. – 20Ул саҡта беҙ башҡа халыҡтар кеүек булырбыҙ. Батшабыҙ беҙгә хакимлыҡ итер, юл башлап йөрөр, һуғыштарыбыҙҙа баш булыр. 21Шемуил бөтә әйткәндәрен тыңлап бөттө лә уларҙың һүҙҙәрен Раббыға еткерҙе. 22Раббы Шемуилға: – Уларҙың һүҙҙәрен тыңла, өҫтәренән батша ҡуй, – тине. Шунан Шемуил исраилдарға: – Һәр кем үҙ ҡалаһына ҡайтһын, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023