‏ 1 Samuel 11

Шаулдың ғаммондарҙы ҡыйратыуы

1Ғаммон батшаһы Нахаш яу менән килеп Ғилғәд Явешын ҡамап алды. Бөтөн Явеш халҡы Нахашҡа:

– Беҙҙең менән килешеү төҙө, беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ, – тине.

2Әммә ғаммон Нахаш уларға:

– Тик бер генә шарт менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы. – Һәр берегеҙҙең уң күҙен соҡоп алам да, бөтә Исраилды мәсхәрәгә ҡалдырам.

3Явеш аҡһаҡалдары уға:

– Беҙгә ете көн ваҡыт бир, Исраилдың һәр тарафына илселәр ебәрәйек, – тинеләр. – Әгәр ҙә беҙҙе ҡотҡарырға бер кем дә килмәһә, һиңә баш һалырбыҙ.

4Илселәр, Шаул Гивғаһына килеп, был хәлдәрҙе халыҡҡа һөйләп биргәс, бөтәһе лә ҡысҡырып илаша башланы. 5Был ваҡытта Шаул үгеҙҙәрен ҡыуып баҫыуҙан ҡайтып килә ине.

– Халыҡҡа ни булған? Ниңә илашалар? – тип һораны ул.

Уға Явеш кешеләре ебәргән хәбәрҙе һөйләп бирҙеләр.
6Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Шаулды Алла рухы солғап алды һәм унда көслө нәфрәт уты ҡабынды. 7Ул ике үгеҙҙе салып киҫәктәргә тураҡланы. Уларҙы илселәр аша Исраилдың һәр тарафына ебәреп, былай тине:

– Шаул һәм Шемуил артынан эйәрмәгән һәр кемдең үгеҙҙәре менән ошолай буласаҡ.

Халыҡты Раббының дәһшәте солғап алды һәм бөтәһе бер кешеләй юлға сыҡты.
8Шаул уларҙы Бәзәҡтә тупланы. Исраил халҡы өс йөҙ мең, Йәһүҙә кешеләре утыҙ мең ине.

9Явеш илселәренә:

– Ғилғәд Явешы халҡына, иртәгә көн ҡыҙыуына тиклем ҡотҡарыласаҡһығыҙ, тип әйтегеҙ, – тинеләр.

Илселәр ҡайтып был хәбәрҙе еткергәс, Явеш халҡы шатланып китте.
10Ғаммондарға:

– Иртәгә һеҙгә баш һалабыҙ. Беҙҙең менән ни теләһәгеҙ, шуны эшләрһегеҙ, – тинеләр.

11Икенсе көндө Шаул үҙенең кешеләрен өс төркөмгә бүлде. Улар таң алдынан тупламдың уртаһына үтеп инделәр ҙә көндөң ҡыҙыуына тиклем ғаммондарҙы тар-мар иттеләр. Иҫән ҡалғандары тырым-тырағай һибелде, бергә торған ике кеше лә ҡалманы.

12Бынан һуң халыҡ Шемуилға:

– «Шаулғамы һуң беҙгә батшалыҡ итергә?» – тип кемдәр әйтте? Килтерегеҙ уларҙы, үлтерәбеҙ, – тине.

13Ләкин Шаул:

– Бөгөн берәүҙең дә йәне ҡыйылырға тейеш түгел, – тип яуапланы. – Сөнки Раббы бөгөн Исраилға ҡотолоу бирҙе.

14– Әйҙә, Гилгалға барайыҡ, унда батшалыҡты яңыртайыҡ, – тине Шемуил халыҡҡа.

15Бөтә халыҡ Гилгалға китте һәм унда Раббы хозурында Шаулды батша итеп ҡуйҙы. Раббыға татыулыҡ ҡорбандары салдылар. Шаул бөтә Исраил халҡы менән бергә рәхәтләнеп күңел асты.

Copyright information for BakIBT2023