‏ 1 Samuel 21

Дауыттың Шаулдан ҡасыуы

1Дауыт Новҡа Ахимәләх тигән ҡаһинға килде. Ахимәләх хәүефләнеп Дауытҡа ҡаршы сыҡты.

– Нишләп яңғыҙың, яныңда бер кем дә юҡ? – тип һораны.

2– Батша миңә бер йомош ҡушты, – тип яуапланы Дауыт Ахимәләх ҡаһинға. – «Һине ни өсөн ебәргәнемде, ни бойорғанымды бер кем дә белмәһен», – тине. Шуға күрә егеттәремде билдәле урында ҡалдырҙым. 3Ҡана, ҡул аҫтыңда ашарлыҡ нимә бар? Миңә биш икмәк йәки, нимәң булһа, шуны бир.

4– Ябай икмәгем юҡ, – тип яуапланы ҡаһин Дауытҡа. – Әгәр егеттәрең ҡатындар менән яҡынлыҡ ҡылмаған булһа, пак булһа, – изге икмәгем бар.

5– Һәр ваҡыттағыса, сәфәрҙә булған сағыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙ затынан йыраҡбыҙ, – тине Дауыт. – Кешеләрем, ғөмүмән, юлда үҙҙәрен пак тота, ә инде бындай махсус эш менән йөрөгәндә бигерәк тә.

6Ҡаһин Дауытҡа изге икмәк бирҙе, сөнки унда ошо Раббы хозурына ҡуйылғанынан башҡаһы юҡ ине. Был икмәк шул көндө, урынына йылыһын ҡуйыр өсөн, Раббы алдынан алынғайны. 7Ул көндө Шаул хеҙмәтселәренең береһе, көтөүселәр башлығы Доег тигән эдоми ҙа бында Раббы хозурында тора ине.

8– Ҡул аҫтыңда һөңгөмө, ҡылысмы юҡмы? Батшаның йомошо ашығыс булғанлыҡтан, ҡылыс та, башҡа ҡорал да алып өлгөрмәнем, – тине Дауыт Ахимәләхкә.

9– Үҙең Эла үҙәнендә үлтергән пелешти Голиаҫтың ҡылысы бар, – тип яуап ҡайтарҙы ҡаһин. – Эфод артында, кейемгә төрөлгән килеш ята. Теләһәң, шуны ал, бында башҡа ҡорал юҡ.

– Шунан да яҡшыһы юҡ, бир уны миңә, – тине Дауыт.

10Дауыт ул көндө, Шаулдан ҡасып, Ғаҫ батшаһы Ахишҡа килде. 11Ахиштың хеҙмәтселәре:

– Был теге илдең батшаһы Дауыт түгелме? – тинеләр. – Бейешкәндә:

«Шаул ҡырҙы меңдәрҙе,
Ә Дауыт ун меңдәрҙе», –

тип уның тураһында йырламайҙар инеме?

12Дауыт был һүҙҙәрҙе күңеленә һалып ҡуйҙы һәм Ғаҫ батшаһы Ахиштан бик ҡурҡты. 13Ул бөтәһе алдында йөҙөн үҙгәртеп, диуана булып ҡыланды, ҡапҡа-ишектәрҙе тырнап, һаҡалына шайығын ағыҙып йөрөнө. 14Ахиш ярандарына:

– Был бәндәнең торғаны бер тиле икәнен күрмәйһегеҙме ни? – тип асыуланды. – Уны миңә нимә тип алып килдегеҙ?
15Беҙҙә аҡылдан шашҡандар әҙме? Минең алдымда диуаналанһын тип килтерҙегеҙме? Шул минең һарайыма инерме?

Copyright information for BakIBT2023