‏ 1 Samuel 7

1Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәр Раббының һандығын барып алды. Уны Авинадавтың ҡалҡыулыҡта торған йортона алып менделәр, улы Әлғазарҙы изгеләндереп, Раббы һандығын һаҡларға тәғәйенләнеләр.

Шемуилдың Исраилға идара итеүе

2Изге һандыҡ оҙаҡ ваҡыт – егерме йыл буйы Ҡыръяҫ-Еғаримда булды. Ул арала бөтә Исраил халҡы илай-илай Раббыны эҙләй башланы.

3Шемуил бөтә Исраил халҡына былай тине:

– Әгәр ҙә Раббыға бөтөн йөрәгегеҙ менән ҡайтмаҡсы булһағыҙ, арағыҙҙан ят илаһтарҙы һәм Ғаштареҫтың боттарын сығарып бырғағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Раббыға ғына бағышлағыҙ, тик Уға ғына хеҙмәт итегеҙ. Ана шунда Ул һеҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр.

4Исраилдар Бәғел менән Ғаштареҫ
Бәғел; Ғаштареҫ – Бәғел – ҡәнғәниҙәрҙә ямғыр яуҙырыусы, ерҙе уңдырышлы итеүсе илаһ; Ғаштареҫ – ҡәнғәниҙәрҙә мөхәббәт, уңыш-үрсем һәм һуғыш алиһәһе.
һындарын сығарып ырғытты һәм Раббыға ғына хеҙмәт итә башланы.

5Шунан Шемуил:

– Бөтә Исраил халҡын Миспала йыйығыҙ. Мин һеҙҙең хаҡта Раббыға доға ҡылырмын, – тине.

6Исраилдар Миспала йыйылды, һыу алып, Раббы хозурында түкте һәм ул көндө ураҙа тотоп:

– Беҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, – тине.

Шемуил Миспала Исраилдың хакимы булды.

7Пелештиҙәр Исраил халҡының Миспала йыйылғанын ишетеп ҡалды. Уларҙың хакимдары исраилдарға ҡаршы яуға сыҡты. Был хаҡта белгәс, исраилдар ҡурҡыуға ҡалды. 8Улар Шемуилға:

– Беҙҙең өсөн Аллабыҙ Раббыға туҡтауһыҙ ялбара күр инде, Ул беҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарһын, – тиештеләр.

9Шул саҡ Шемуил бер имгән һарыҡ бәрәсен алды ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Шунан Исраил өсөн Раббыға ялбарҙы. Раббы уға яуап ҡайтарҙы. 10Шемуил тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарған ваҡытта, пелештиҙәр исраилдарға һөжүм итмәк булып яҡынлашты. Әммә Раббы ул көндө ҡеүәтле ауаз менән гөрһөлдәп пелештиҙәрҙең ҡотон алды. Улар Исраил яугирҙәре тарафынан тар-мар ителде. 11Исраилдар Миспанан сығып, пелештиҙәрҙе Бейт-Карға еткәнсе ҡыра-ҡыра баҫтырып барҙы.

12Шемуил бер таш алды, уны Миспа менән Шен араһына ҡуйҙы ла:

– Раббы ошонда тиклем беҙгә ярҙам итте, – тине. Ул был ташты Әвән-Ғезәр
Әвән-Ғезәр – йәһүд телендә «ярҙам ташы» тигән мәғәнәлә.
тип атаны.
13Пелештиҙәр шул рәүешле баҫтырылды. Улар башҡаса Исраил ерҙәренә инмәне. Шемуилдың бөтә ғүмере буйы Раббының ҡулы пелештиҙәргә ҡаршы булды. 14Ғәҡрондан Ғаҫҡа тиклем пелештиҙәр ҡулы аҫтында булған ҡалалар Исраилға кире ҡайтарылды. Исраил уларҙың тирә-яғындағы ерҙәрҙе лә пелештиҙәрҙән азат итте. Исраил менән әмөриҙәр араһында ла тыныслыҡ урынлашты.

15Шемуил бөтә ғүмере буйы Исраилға хаким булды. 16Һәр йыл һайын Бейт-Илде, Гилгалды, Миспаны йөрөп сығыр, бөтә был урындарҙа Исраилға хөкөм ҡылыр ине. 17Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө.

Copyright information for BakIBT2023