‏ 1 Samuel 9

Шаулдың Шемуил менән осрашыуы

1Бинйәмин ырыуынан Ҡиш тигән бер арҙаҡлы кеше була торғайны. Атаһы Авиил, Авиилдың атаһы Серор, Серорҙың атаһы Бехораҫ, ә Бехораҫтыҡы – Афиах. 2Ҡиштың Шаул исемле йәш, күркәм улы бар ине. Исраилдар араһында унан да матурырағы булмағандыр. Буйы һәр кешенән бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине.

3Бер көндө Шаулдың атаһы Ҡиштың инә ишәктәре юғалды. Ҡиш улы Шаулға:

– Хеҙмәтселәрҙең берәйһен ал да ишәктәрҙе эҙләп алып ҡайт, – тине.

4Шаул хеҙмәтсеһе менән Әфраим таулығын артылды, Шалиша ерен үтте, тапманы, Шағалим ерен уҙҙы – ишәктәр унда ла юҡ ине. Унан Бинйәмин еренә еттеләр – унда ла булманы. 5Суфҡа килеп еткәс, Шаул хеҙмәтсеһенә:

– Әйҙә боролайыҡ. Юғиһә атайым, ишәктәре өсөн борсолоуҙан туҡтап, беҙҙең өсөн хафалана башлар, – тине.

6Хеҙмәтсеһе иһә:

– Ҡара әле, был ҡалала бер Алла бәндәһе бар, бик абруйлы кеше. Нимә әйтһә лә, ғәмәлгә аша. Әйҙә шунда барайыҡ. Бәлки, ул беҙгә юл күрһәтер, – тине.

7Шаул хеҙмәтсеһенә:

– Барырбыҙ, тик уға нимә бирербеҙ һуң? Моҡсайыбыҙҙа икмәгебеҙ ҙә бөттө. Алла бәндәһенә бирерлек күстәнәсебеҙ ҙә юҡ. Нимәбеҙ ҡалды һуң? – тип һораны.

8– Бына, миндә сирек шекел
Шекел – 12 г.
көмөш бар, – тине хеҙмәтсеһе. – Барасаҡ юлыбыҙҙы әйткән өсөн Алла бәндәһенә шуны бирермен.

9Борон Исраилда Алланан берәй нәмә һорарға уйлаған кеше: «Әйҙә, әүлиәгә барайыҡ», – тип әйтә торған булған, сөнки пәйғәмбәрҙе ул заманда «әүлиә» тип йөрөткәндәр.

10Шаул хеҙмәтсеһенә:

– Яҡшы, әйҙә барайыҡ, – тине.

Улар Алла бәндәһе йәшәгән ҡалаға йүнәлделәр.
11Ҡалаға күтәрелгәндә, һыу алырға сыҡҡан ҡыҙҙарҙы осраттылар. Уларҙан:

– Әүлиә бындамы? – тип һоранылар.

12– Эйе, ана, алдығыҙҙа. Тик тиҙерәк барығыҙ. Бөгөн ул ҡалаға килде, сөнки халыҡ табыныу ҡалҡыулығында ҡорбан килтерә, – тип яуапланы ҡыҙҙар. – 13Ҡалаға барһағыҙ, уны табыныу ҡалҡыулығына ашҡа киткәнсе осратырһығыҙ. Ул ҡорбанға фатиха бирмәй тороп, халыҡ табынға ултырмай. Саҡырылғандар ул килгәс кенә ашай башлаясаҡ. Йәһәтерәк атлаһағыҙ, тап итерһегеҙ.

14Шаул менән хеҙмәтсеһе ҡалаға китте. Ҡалаға килеп ингәндә, табыныу ҡалҡыулығына барырға тип сыҡҡан Шемуил уларҙың ҡаршыһына осраны.

15Шаул килерҙән бер көн алда Раббы Шемуилға былай тип әшкәрткәйне:

16– Иртәгә ошо ваҡытта Бинйәмин еренән һиңә бер кешене ебәрермен. Уны халҡым Исраилдың хакимы итеп мәсехләрһең. Ул халҡымды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр. Мин халҡымдың ғазабына баҡтым, уның аһ-зарҙары Миңә килеп етте, – тине.

17Шемуил Шаулды күргәс, Раббы уға:

– Бына Мин һиңә әйткән кеше. Халҡыма ул идара итер, – тине.

18Шаул ҡапҡа эргәһендә торған Шемуил янына килеп:

– Әүлиәнең өйө ҡайҙа икән, әйтмәҫһеңме? – тип һораны.

19– Әүлиә мин булам, – тип яуапланы Шемуил Шаулға. – Әйҙә алдымдан атла, табыныу ҡалҡыулығына барайыҡ. Бөгөн һеҙ минең менән тәғәм ейерһегеҙ. Иртәгә китерһең. Күңелеңдәгенең барыһын да әйтеп оҙатырмын. 20Ә өс көн элек юғалған ишәктәрең өсөн борсолма, улар табылды. Исраилдың бөтөн өмөтө һиңә һәм һинең атайың ғаиләһенә йүнәлгән түгелме?

21Шаул уға:

– Мин Исраилдың иң бәләкәй ырыуы Бинйәминдән түгелме ни? – тип яуап ҡайтарҙы. – Нәҫелем дә Бинйәмин ырыуындағы нәҫелдәр араһында иң бәләкәйе. Ни өсөн миңә улай тип әйтәһең?

22Шемуил Шаул менән хеҙмәтсеһен бүлмәгә алып инде, саҡырылған утыҙлап кеше араһында иң түрҙән урын бирҙе. 23Шунан ашнаҡсыға:

– Мин һиңә, быныһын ситкәрәк һалып тор, тип биргән өлөштө алып кил, – тине.

24Ашнаҡсы, ботто ундағы бөтөн нәмәһе менән һайлап алып, Шаулдың алдына һалды.

– Был өлөш һиңә тип ҡалдырылған, – тине Шемуил. – Алдыңа ал да аша. Уны һин тәғәйен ваҡытта мин саҡырған халыҡ менән бергә ашаһын өсөн һаҡлап ҡуйғанмын.

Был көндө Шаул Шемуил менән бер табында ултырып ашаны.
25Табыныу ҡалҡыулығынан ҡалаға төшкәс, Шемуил Шаул менән өйөнөң башында һөйләште.

26Икенсе көндө иртән иртүк торҙолар. Шемуил Шаулды өй башынан саҡырып:

– Әйҙә тор, мин һине оҙатып ҡуяйым, – тине.

Шаул Шемуил менән бергә тышҡа сыҡты.
27Ҡала ситенә еткәс, Шемуил Шаулға:

– Хеҙмәтсеңә әйт, беҙҙән алдараҡ атлаһын, – тине. Тегеһе алға киткәс: – Ә һин туҡта, – тип өндәште. – Һиңә Алланың һүҙен еткерәм.

Copyright information for BakIBT2023