2 Chronicles 11
Шемағъяһтың пәйғәмбәрлек ҡылыуы
1Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Рехавғам Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан йөҙ һикһән мең һайланма яугир туплай. Улар Исраилға яу менән барырға һәм Рехавғамға батшалыҡты ҡайтарып бирергә тейеш була. 2Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерә: 3– Йәһүҙә батшаһы Сөләймән улы Рехавғамға, Йәһүҙәлә йәшәгән бөтә исраилдарға һәм Бинйәмин ырыуына әйт, 4Раббы былай ти: «Туғандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ, өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббы әйткәнде тыңлай, кире борола, Яровғамға ҡаршы бармай.Йәһүҙә батшаһы Рехавғам
5Рехавғам Йәрүсәлимдә йәшәй. Ул Йәһүҙәләге ҡалаларҙы диуарҙар менән ураттыра. 6Бейт-Ләхәм менән Ғетамды, Теҡоғаны, 7Бейт-Сур, Сохо, Ғадулламды, 8Ғаҫ, Мареша, Зифты, 9Адораим, Лахиш, Ғазыҡаны, 10Сорға, Айялон һәм Хевронды – Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙарына ҡараған ҡалаларҙың барсаһын нығыттыра. 11Ул ҡәлғәләрҙе нығыта, уларға мөдирҙәр ҡуйып сыға, ашлыҡ, зәйтүн майы һәм шарап һаҡлағыстар яһата. 12Һәр ҡаланы ҡалҡан һәм һөңгөләр менән тәьмин итә, уларҙы бик ныҡ нығыта. Йәһүҙәләр һәм бинйәминдәр уның ҡул аҫтында ҡала. 13Исраил ерендәге ҡаһиндар менән левиҙәр барлыҡ төбәктәрҙән уның эргәһенә ағыла. 14Левиҙәр, үҙҙәренең көтөүлек ерҙәрен һәм мөлкәттәрен ташлап, Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимгә күсенә, сөнки Яровғам да, улдары ла уларға Раббының ҡаһиндары сифатында хеҙмәт итергә юл ҡуймай. 15Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарына үҙ ҡаһиндарын тәғәйенләй. Улар Яровғам яһаттырған кәзә тәкәһе, башмаҡ һындарына табына. 16Левиҙәр артынса Исраил ырыуҙарынан Исраил Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән хеҙмәт итергә ынтылғандар, ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ҡорбан килтерергә тип, Йәрүсәлимгә ағыла. 17Улар Йәһүҙә батшалығын нығыта һәм өс йыл буйы Сөләймән улы Рехавғам яҡлы була, сөнки ошо өс йыл буйы улар Дауыт менән Сөләймән юлынан тайпылмайҙар. 18Рехавғам Дауыт улы Йеримоҫтың ҡыҙы Махалаҫҡа өйләнә. Махалаҫтың әсәһе Авиһаил иһә Ишай улы Әлиавтың ҡыҙы була. 19Махалаҫ уға Йеғуш, Шемаръяһ, Заһам исемле өс ул табып бирә. 20Артабан Рехавғам Авшалом ҡыҙы Мағаханы ала, ул иһә Авияһты, Ғаттайҙы, Зизаны, Шеломиҫты табып бирә. 21Рехавғам бөтә ҡатындары һәм йәриәләренә ҡарағанда ла Авшалом ҡыҙы Мағаханы нығыраҡ ярата. Уның ун һигеҙ ҡатыны менән алтмыш йәриәһе булып, уларҙан тыуған егерме һигеҙ улы менән алтмыш ҡыҙы була. 22Рехавғам Мағаханан тыуған улы Авияһты, һуңынан батша итеү ниәте менән, бөтә ағай-ҡустылары өҫтөнән түрә итеп ҡуя. 23Ул бик уйлап эш итә, бөтә улдарын Йәһүҙә һәм Бинйәмин ерҙәрендәге нығытылған ҡалаларға ебәреп бөтә, муллыҡта йәшәүҙәрен хәстәрләй һәм бик күп ҡатын алып бирә.
Copyright information for
BakIBT2023